Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
31 Ғинуар 2020, 13:25

Батша ҡыҙы

(Әкиәт)Бер батшаның бик илаҡ, тың-лауһыҙ ҡыҙы булған, ти. Ул нимә теләһә, шуны эшләгән. Әгәр берәй нәмә уныңса булмаһа, илап, урамға сығып китер булған.

Бер ваҡыт, кис көнө, йоҡлар ваҡыт еткәс, атаһы уға уйынсыҡтарын йыйып алырға ҡушҡан. Ҡыҙы тыңламаған һәм урамға сығып киткән. Ә урамда һыуыҡ ел иҫә, ямғыр яуа икән.
Ҡыҙыҡай ҡурҡа башлаған, кире өйгә ҡайтырға уйлап торғанда, алда ямғырға күшеккән бәләкәй генә көтөйҙө күреп ҡалған.

Көтөй, өшөп, ҡалтырап илап ултыра, ти. Батша ҡыҙы көтөй янына килгән дә:
– Ниңә бер үҙең ямғырҙа күшегеп ултыраһың? – тип һораған, ти. Көтөй:
– Әсәйемде тыңламай сығып кит-кәйнем, аҙаштым, ҡайта белмәйем, – тип яуап биргән, ти.
– Ә һин ояңды таныйһыңмы? – тип һораған батша ҡыҙы.

– Эйе. Минең оямдың түбәһе – ҡыҙғылт, ҡапҡалары зәңгәр төҫтә, –тип яуап биргән көтөй.
Улар көтөйҙөң ояһын саҡ-саҡ эҙләп тапҡандар, ти. Ул, ҡыҙыҡайға рәхмәт әйтеп, ояһына йүгергән. Ҡыҙыҡай ҙа, өшөп, шым ғына өйөнә ингән дә, атаһына:
– Атай, мине ғәфү ит инде, башҡаса үсекмәҫкә, һине һәр саҡ тыңларға һүҙ бирәм, – тип, көтөй тураһында һөйләгән, ти.
Шул көндән алып, батша ҡыҙы ата-әсәһен, апайҙарын һәр саҡ тыңлап торған, ә теге көтөй менән әле лә бик дуҫтар, ти.
Сания Галина.
Читайте нас: