Үҙ заттарым, ҙур Ватанлы булғас,
Үҙ ерендә күрмәй изгелек,
Дер һелкеткән тәхет хакимлығын
Ватансылыҡ хисен иман иткәс,
Яу сабырға тағы көс кергән,
Рухлы халҡым, яуҙа теҙ сүкмәүсе,
Бөркөт йәнле улдар үҫтергән.
Ҡәрҙәштәрем менән үҙ заттарым
Ҙур Ватанын яҡлап яу сапҡан,
Еңеүселәр даны менән ҡайтҡан
Илбаҫарҙар яҡҡан усаҡтан.
Ҙур Ватандың көсөн күрмәҫ дошман
Күтәргәндә ҡабат ҡоралын.
Башҡорттарым Рәсәй ерен һаҡлай,
Һаҡлағандай үҙенең Уралын...
Панорама яҙам. Оло хеҙмәт.
Күп һыҙаттар кәрәк, аңлайым.
Унда ҡәрҙәштәрҙең батырлығын,
Шағирҙәрын килә данлайһым...
Бер рәсемгә яҙам башҡорт атын,
Үлем менән йәшәү көрәшендә
Кинйә тоҡомдарын һаҡлаған...
Алыҫ ҡырҡ өс. Башҡорт атлылары
Айҡап ҡайтҡас дошман тылдарын,
Шайморатов генералды маҡтап
Йырлай улар аҫыл йырҙарын...
Генералым балҡып күкҡә ашҡас
Башҡорттарым аҙап ҡалмаған.
Дошмандарға иман уҡытырға
Күсимовтың беләге талмаған...
Шакирйәнем менән Миңлеғәли
Оло данға берҙәй атлаған.
Йән аямай дошман дзоттарын
Күкрәктәре менән ҡаплаған...
Панорама яҙам, Аллам ҡушты,
Висла, Одер йылғаларын кисеп,
Европаға азатлыҡ илтеүсе,
Күп ҡорбандар биреп, Еңеү яулап,
Берлинғаса барып етеүсе!...
Еңеүселәр алып ҡайтҡан Еңеү -
Тарих йәшәй йырҙа, моңдарҙа.
Башҡорт атлылары ат эсергәс
Оло Иҙелдә, Неман, Дондарҙа...
Күктән ҡыуған дошман ҡоҙғондарын
Муса Гәрәевым “Ил”- ында.
Ул балҡытҡан алтын йодоҙҙарын
Йылы майҙа, Еңеү йылында...
Шул ҡырҡ биштә совет һалдаттары
Дошмандарға елле тондорған,
Ҡан-ҡәрҙәштәр - ғәййәр һуғышсылар
Фашизмдың билен һындырған...
Заһитовым дошман рейхстагына
Еңеү байрағын тәү мендергән.
Шул әләмде унда илткән юлда
Һалдат мәйеттәрен күп күргән...
Әсәйҙәргә фронт тылда булған,
Бил яҙҙырмай иген иккәндәр.
Һәр бөртөгөн һаҡлап саф алтындай
Еңеү ҡаҙнаһына илткәндәр.
Уның һәр бөртөгө дошмандарға
“Катюша”лар менән атылған.
Фронт ҡеүәт алған. Тылда аҙмы
Панорама яҙам, иҫкә алам,
Ҡорбан булған аҫыл ирҙәрҙе.
Ал ҡандарын түгеп, һуғарыусы
Балтиҡ буйын, алыҫ ерҙәрҙе...
Еңеүселәр данын еткерһен,
Рухташыма аманатым барһа,
Тыныслыҡты байраҡ итер тим...
Рухташтар булһа ҡәрҙәштәрем
Дошмандарҙан халҡым иҙелмәҫ.
Башҡорт иле – Рәсәйҙең биле,
Биле ныҡ булғанға еңелмәҫ!
Золомдарҙан ялҡҡан ата-бабам
Йомшаҡ күңел ҡай саҡ күрһәткән,
Ҡоҙғон күҙҙәр күңел асһын тиеп,
Дошманын да хатта үрләткән !..
Ҡәбәхәттәр, Бабич ҡанын ҡойған,
Башҡорттарҙы атҡан - киҫкәндәр...
Дошман заттар даны күтәрелгәс,
Изге йәндәр яфа сиккәндер?
Башҡорт илен тамуҡ иткән йәндәр
Ғәҙел тарих илдә яҙылмаған,
Бер ҡаҡшағас рухи нигеҙебеҙ,
Тигеҙ урында ла һөрөндөк.
Иман тигән сыраҡ һүнеп ҡалғас,
Ғәмһеҙ йәшәргә лә өйрәндек.
Етер инде йәшәү ғәмһеҙләнеп,
Илдә ғәҙел тарих яҙған саҡта,
Зәки рухын ситкә типмәйек.
Яҡты рухтар мәңге хурланмаһын,
Тарих асһын ғәҙел күҙҙәрен.
Бабич рухы беҙҙе ҡарғамаһын,
Әмир рухы беҙгә рәнйемәһен,
“Оноттолар”,- тиеп, үҙҙәрен.
Аңһыҙ йәндәр булып йәшәмәйек,
“Мин – Себергә!”, - тиеп китмәйек.
Вәлиди, Бабич, Муса, Дауыт,
Мөхәмәтша рухтарын данлап,