Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
5 Февраль 2020, 17:35

ВАННА АҪТЫНДА...

Эй-й-й, һаулыҡ ҙур байлыҡ тип бушҡа әйтмәгәндәр шул! Төрлө темаға яҙылған яҙмаларым күбәйеп киткән. Хатта конкурсҡа тип яҙылғандары ла тәғәйен урынға ебәрелмәй ятып ҡалған. Барыһы ла һаулыҡҡа бәйле инде. Ярай зарланып ултырмайым әле, иҫемә төшкәндә, үҙе башымдан үткән бер ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хәл ваҡиғаларҙы бәйән итеп китәйем.

Ауылдан Өфөгә күсеп килгән йылды булды был хәл. Ҡыҙым уҡырға ингән гимназияға төкөп торғандай, өр яңы 16 ҡатлы йорттоң 13-сө ҡатынан, бер бүлмәле фатир ҡуртымға алып йәшәй башланыҡ. Минең өсөн хатта йәтеш урынлашҡан инде был йорт. Тәҙрәләрҙән гимназияның ишек алды күренеп тора. Иртәнсәк ҡыҙымдың гимназияға инеп кикәнен, дәрестәр бөткәс ҡайтырға сыҡҡанын күреп торам. Ул яҡтан күңел тыныс. Ә фатир һуң, фатир! Шундай ҙур, иркен, бер бүлмәле булһа аш бүлмәһе үҙе бер ҙур залдай, алғы бүлмә лә, төпкө бүлмә лә береһенән береһе ҙурыраҡ. Ә йыуыныу бүлмәһе тураһында һөйләп тораһы ла юҡ. Ул үҙе бер айырым донъя, шул иркен, яҡты бүлмәнең яртыһын тиерлек, аҡ эмаль яғылған үтә ҙур суйын ванна биләп тора. Ул шул тиклем ҙур, яҫы, эсенә дүрт кеше төшөп ултырып иркенләп, рәхәтләнеп йыуынырлыҡ. Ҡыҫҡаһы хөрриәт инде бына!

Шулай бер көндө иртәнсәк балаларҙың кемеһе эшкә, кемеһе уҡырға китеп бөткәс, мин иркенләп ванна инмәк булдым. Кесе улым нимәгәлер бер ергә лә барырға уйламай шикелле, тыныс ҡына нимә менәндер булышып, төп яҡта йөрөй. Мин эргәһенә сығып:”Улым һин бөгөн бер ергәлә (балаҡайым уҡып та, эшләп тә йөрөй ине) бармайһыңмы ни?”- тип һорайым. “Әсәй, һиңә әйтергә ҡыймай йөрөй инем. Бөгөн төшөмдә атайым мәрхүмде күрҙем. Ул миңә иртәнсәк өйҙә булырға, бик кәрәк булһа ла сыҡмаҫҡа ҡушты. Шуға мин бөгөн өйҙә ҡалам әсәй.”– тине улым. Балам күргән төш күңелемә көҙөк(хәүеф) һалһа ла, һиҙҙермәҫкә тырышам. “Ярай балам төшөңдө яҡшыға юра. Атайың бер ваҡытта ла яманға төшкә кермәй ул. Хәйерлегә булһын!”- тип улымдымы әллә үҙемдеме тынысландырырға тырышам. Бер аҙҙан, улыма мин ванна инергә киттем, мине юғалтма тием дә, ваннаға инеп бикләнәм. Бикләнәм дә, нимәгәлер минут эсендә кире ишектең биген ысҡындырып ҡуям. Минең ваннала икәнемде белә тороп, улым инеп йөрөмәй бит инде...

Яйлап мин тынысланам, күңелем күтәрелеп, йырлай, йырлай сисенеп ташлайым да ваннаға менеп баҫам. Бала саҡтан мунсаға барһам да, берәй ҡалала ваннаға йыуынырға инһәм дә беренсе ҡылығым, иң тәүҙә йылы һыу, унан һыуыҡ һыу менән баштан аяҡ сайынып алам, шунан ғына йыуынам, йәки ваннаға һыу тултырып алам да рәхәтләнеп төшөп ятам. Был юлы ла шулай эшләргә самалап, ҙур ваннала өйрөлөп, сөйрөлөп йөрөп алдым да, әйләнеп килеп ванна ситенә ултырып, аҙыраҡ ҡына ял итеп алмаҡ булдым. Минең ванна ситенә ҡунаҡлауым булды, шул минутта уҡ тарбаң - торбаң баш түбән әйләнеп, шап итеп йыуыныу бүлмәһенең иҙәненә осоп төшкәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Күҙ асып йомғансы булған был хәлдән, күҙҙәремде сытырҙатып йомоп, бар көсөмә аҡырып килеп төшәм.
Шул ыңғайы һикереп торорға самалап, күҙҙәремде асам да, өҫтөмә төшөп килгән ваннаны күрәм. Ҡотом осоп, баяғынан да яман аҡырып, мин ҡулдарымды ҡуйып өлгөрәм. Камаз машинаһының арбаһындай, ауыр ванна башыма төшһә, иҙәнгә ҡуша изып, һылап ҡуйыр, күкрәгемә йәки башҡа еремә төшһә лә бер тинһеҙ үлтерә ине мине был ванна. Ни мөғжизә менәндер, мин ҡулдарымды ҡуйып өлгөрәм, ванна ҡыры менән минең устарыма килеп төшә лә, муйыныма бер нисә сантиметр ғына ҡалғас, туҡтап ҡала. Устарымдың ҡыҙған таба шикелле ялҡынһынып, бармаҡтарым быуындарынан ысҡынып киткәндәй тойолдо миңә. Тағы уйламағанда, үҙ ғүмеремдә нисәнсе тапҡыр инде, бәләгә тарыуымды һәм тағы имен ҡалыуымды аңлауым мине ҙур бәхеткә күмеп китә. Шыр яланғас, суйын ванна аҫтында ятҡанымды ла онтҡанмын хатта. АЛЛАҺЫма рәхмәт уҡый, уҡый күҙ йәштәренә ирек ҡуям. Нисек кенә тырышһам да, барыбер ситтән ярҙам булмайынса, был тотҡонлоҡтан ҡотола алмайым бит инде. Тик ҡулдарымдың көсө күпмегә етерен генә белмәйем...

Ҡапыл бүлмәнең ишеге шар асылып китә. Ишектә улым күренә, ул атылып килеп инә лә, тауҙай ванна аҫтынан башым ғына күренеп ятҡан мине күреп, йөҙҙәре ағарынып, былайҙа ҙур матур күҙҙәре, туҫтаҡтай булып ҙурайып китә. Ул сүкәйеп, минең башымды ҡапшап ҡарай, сәстәремде һыйпап мине тыныс булырға өндәй. Ванна ситтәренә йәбешеп, мине сығарып алырға ынтылған улымды, саҡ туҡтатып ҡалам. Инән тыума яланғас икәнемде улыма нисек аңғартырға белмәй баҙап ятам. Ниһәйәт тураһынан һалдырып әйтәм дә, простыня һорап алам. Әммә ул простыняне нисек өҫтөмә ябырға? Булған кәүҙәм ванна аҫтында, ҡулдарымда ванна ҡыры... Һәр ҡыйын хәлдән сығыу юлы табыла АЛЛАҺЫма шөкөр! Улым ванна ситтәренән тотоп торғансы мин простыняне өҫтөмә тартып ябам. Шунан һуң тағы ваннаның ситтәренә йәбешеп, улыма ваннаны күтәрешергә тырышам. Әммә уңайһыҙ ятҡан минән файҙа юҡ, ә улым бар көсө менән тырышһа ла килеп сыҡмай.
17-һелә тулмаған, әле быуындары ла нығынмаған баламдың яңғыҙ ғына күтәрерлек көсө юҡ ине шул. Ыҙалана торғас яйын тапты улым, әллә ҡайҙан балкондан тимер торба табып алып инеп, ваннаның аҫтына тығып, бер ҡулы менән ваннаны күтәреп, икенсе ҡулы менән мине һөйрәп, сығырға ярҙам итә. Шунан һуң йән асыуына ваннаны иҙәнгә ырғыта ла, тибеп, тибеп ҡуя. Уның фатирға йәшәргә ингәндә бар булған крандарҙы, газ плитәһен, раковиналарҙы, унитазды, төҙөкме, һыу аҡмаймы тип тикшереп сыҡҡанын беләм мин. Ә бына ваннаның нығытылғанмы, юҡмы икәнен ҡарарға башыбыҙға ла килтермәгәнбеҙ. Улым да мин дә өндәшмәй генә бер үк уй уйлай инек. Балама атаһы бушҡа ғына төшөнә кермәгән, шул күргән төшө арҡаһында улыҡайым өйҙә ҡалған ине бит. Әгәрҙә улым өйҙә булмаһа ай – һай минең менән нимә булыр ине. Уйлауы ла ҡурҡыныс...

Шулай итеп миңә баҙға осоп төшөп, ағас башында аҫылынып тороп ҡалып ҡына түгел, ә былайалайҙа түгел дәү ванна аҫтында ла ҡалып имен – һау ҡотолорға насип булған икән. АЛЛАҺЫма шөкөр һәр ваҡыт еңелсә ҡурҡыу менән үтеп китте, хатта сыйылған, һыҙырлған ерҙәрем дә булманы. Ә бит баҙға мин ике тапҡыр осоп төштөм... Береһе ауылда булһа, тәүгеһе ҡалала уҡып та, эшләп тә йөрөгәндә булды, Ул иҫ киткес тәрән баҙ ине... Ярай ул бөтөнләй икенсе, айырым бер тарих. Күңелем килһә бер һөйләрмен әле.
Ә улым шул көндән һуң ниндәй генә фатирға, өйгә күсһәк тә, иң беренсе ванна нығытылғанмы юҡмы тип ҡарап сығыр булды.
Зилдә Хәмиҙуллина.
Читайте нас: