Ашҡаҙар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
7 Февраль 2020, 19:05

Бизмәнгә һалып

Лира ЯҡшыбаеваЙәш сағымдан әйтелгән һәр бер кәлимә һүҙгә иғтибарлы булдым. Күршебеҙҙә йәшәгән Нәғимә инәйем: “Ҡыҙым, һин бәхетле булырһың”, – тине һәм мин бәхетле булырыма ышандым.

Биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмаған өләсәйем мине бик ярата ине, тәүге дин дәрестәрен унан алдым. “Мәктәптә Аллаһ юҡ тип әйтһәләр, ышанма, ҡыҙым, Аллаһ бар!” – тиер ине ул. Өләсәйемдең әйткән-өйрәткәндәре һаман күңел түремдә йәшәй.

Тора-бара әйтелгән бер һүҙҙән кешенең бар булмышын һәм миңә ҡарата мөнәсәбәтен аңларға өйрәндем.
Университетта уҡып йөрөгән сағым, Вәхит исемле егет ялтырауыҡлы, шалтырауыҡлы һүҙҙәр һөйләп торманы, ауыл хужалығы институтын тамамлар алдынан: “Миңә кейәүгә сыҡ, һине бәхетле итермен, минең менән кәм-хур булмаҫһың”, – тине. Бала сағымдан етем үҫеп, тормоштоң ауырлығын үҙ иңемдә татып үҫкәнгәме, был һүҙҙәр минең өсөн иң танһыҡ, иң яғымлы һүҙҙәр булып тойолдо. Хатта ошонан да яҡшы һүҙҙең булыуы мөмкин түгел һымаҡ ине. Мин уға ышандым. Өйләнеп йәшәй башлағас та ул:
– Әбейем, әбекәйем, – тип өндәште.

Миңә саҡ егерме бер йәш, ә ул миңә “әбей”, ти. Минең һис тә әбей булғым килмәй:
– Ниңә миңә әбей тиһең, мине тиҙерәк ҡартайтҡың киләме әллә? – тип үпкәләйем.
– Ҡасан да бер барыбер әбей булырһың, бер төрлө әйтәм дә, төрләндереп тормайым, – тип шаярта ул. Һәм, ысынлап та, тормош бит, беҙҙең дә һауыт-һаба шалтыраған, үпкәләшеп киткән саҡтар булды, утыҙ дүрт йыл йәшәнек, әммә һис ҡасан айырылышыу хаҡында һүҙ сығарманыҡ.

Беҙҙең татыу, бәхетле йәшәүҙе теләгән ҡәйнәмдең дә:
– Энә ҡайҙа, еп шунда, ирең ҡайҙа, һин шунда, – тигән талапсан һүҙен тыңланым, сөнки изге күңелле ҡәйнәмдең беҙҙең айырым йәшәүебеҙҙе теләмәгәнен белә инем. Эйе, партия ҡушыуы буйынса иремә төрлө ергә күсеп йөрөргә, төрлө яуаплы эштәр башҡарырға тура килде. Өйрәнгән коллективтан, уҡыусыларымдан айырылып китеүе ҡыйын булһа ла, ҡәйнәмдең һүҙен тоттом.

Йәш сағымдан кешенең бер һүҙенән тел төбөн аңлау мине дөрөҫ юлдан алып барҙы, тиһәм һис яңылышмам. Кеше әллә ниндәй матур, дөрөҫ һүҙҙәр һөйләп, һайрап тормаһын, телмәрендә уның һәр саҡ төп асылын сағылдырған бер һүҙ була. Тел төбөнән мин шуны тотоп ала белдем һәм яңылышманым. Шунда уҡ ҡайһы һүҙе ысын, ҡайһыһы ялған – айырҙым. Һаман да (бәлки, был бер ҡатлылыҡтан киләлер), ниңә кеше нисек йәшәй, шулай һөйләмәй, ниңә нисек һөйләй, шулай йәшәмәй икән, ниңә һүҙе менән эше тап килмәй, тип көйөнәм. Күпмелер ваҡыт үткәс, ҡасан да бер кеше барыбер асылына төшөнә, хаҡ менән нахағы, монафиҡ менән ихласлығы асыҡлана. Йәшәй-йәшәй матур һүҙҙәр һөйләгән кешене яҡшыраҡ белергә тура килә, әммә ҡасандыр асылын асып һалған бер һүҙ барыбер хаҡ булып сыға.
Күп һүҙ – сүп һүҙ, тигән халыҡ. Күп һөйләүҙең кәрәге юҡ, ихлас әйтелгән бер кәлимә һүҙ йөрәктән йөрәккә тиҙ барып етә.

Ҡәләмдәштәремдең бер һүҙе

Иҫемдә: бер шулай халҡыбыҙҙың арҙаҡлы яҙыусыһы Зәйнәп апай Бейешева менән осрашып, оҙон көн буйына һөйләшеп ултырыу насип булды. Ул саҡта бөйөк әҙибәгә – һикһән, миңә утыҙ биш йәш ине. Яҙыусының ижадын яҡшы белгәнлектән, һүҙҙәребеҙ килешә, һөйләшеп туя алмай ултырҙыҡ. Шунда ул миңә:
– Һин яҙыусы булырға тейешһең, – тине. Был һүҙҙе егерме йыл буйы йөрәк түрендә йөрөттөм. Тик эш, донъя мәшәҡәттәре менән мәшғүл булып, тиҙ генә ҡулыма ҡәләм алыу форсаты теймәне. Бары хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына яҙыша башланым. Зәйнәп апай менән осрашмаған, уның шул бер һүҙен ишетмәгән булһам, бәлки, яҙышырға йөрьәт итмәҫ тә инем.

Рәшит ағай Солтангәрәев тәүге яҙған хикәйәләремде уҡып, “Әҙәбиәткә үҙ һүҙен әйтерлек яңы яҙыусы килде”, - тип ҡыуанды һәм яҙған бер әҫәремде хуплап, “Ағиҙел” журналында баҫтырып сығарҙы ла бер осрашҡанда ҡаты ғына итеп әйтеп тә ҡуйҙы:
– Яҙаһың икән – яҡшы яҙ. Кешеләр бер әҫәреңде уҡығас, икенсеһен көтөп алһын, – тине. Ун биш йыллап ваҡыт үтеп китте, әммә был ихлас итеп талапсан әйтелгән һүҙҙәрҙе һис ҡасан иҫемдән сығармайым. Ижадыма ҡарата мөмкин тиклем талапсан булырға тырыштым. Әле тағы Рәшит ағайҙың бер кәлимә һүҙен ишетке килә, тик инде был мөмкин түгел. Бик йәл, минең ижадым хаҡында тәүге тос һүҙҙе әйтеүсе күренекле яҙыусы арабыҙҙан иртә китте. Йәндәре йәннәт әһеле булһын уның.

Педагогия фәне докторы Рафаэль Аҙнағолов “Бәхетең үҙең менән” повесын уҡып, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында ҙур мәҡәлә менән сығыш яһаны. Тәүге яҙған повесымды педагогика темаһына яҙылған иң яҡшы әҫәрҙәр рәтенә индерҙе. Ул да мәрхүм инде. Тик минең ижадыма иғтибарлы ғалимға рәхмәтемде ваҡытында үҙенә әйтеү насип булманы, әммә рәхмәтем йөрәк түрендә йәшәй.

Әлхәмдүлилләһ, халыҡтан, китап уҡыусыларымдан бик күп маҡтау һүҙҙәрен дә, тәнҡитен дә ишетергә тура килде, тел төбөнән уларҙың ниндәй тойғо менән әйтелеүен дә айырырға өйрәндем. Шуны белдем, аныҡ кешегә ярҙам итеү, етешһеҙлектәрен бөтөрөү ниәтенән әйтелгән тәнҡит һүҙе кешенең үҙенә генә, икәүҙән икәү булғанда ғына еткерелә, ә кешене кәмһетергә, башҡалар алдында хур итергә теләүселәр уны трибунаға сығып һөйләй. Тәнҡитсенең ниәтен нисек, ҡасан һәм ниндәй формала әйтелеүенә ҡарап, уның ниәтен аңлап торор дәрәжәгә еттем: әйтелгән һүҙ ихласмы, һиңә ҡанаттар ҡуямы, әллә ижад дәртеңде һүндереп, яҙышыуҙан дүндерәме? Мәҫәлән, Сәлмән Ярмуллин менән йыш һөйләшәбеҙ. Ислам динен яҡшы белгән шәхес һүҙен йыш ҡына минең етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләүҙән башлай. Уның ихласлығын, күңеленең сафлығын аңлап, тойоп торам. Шуға әйткән һәр һүҙен тулыһынса ҡабул итәм һәм аҙаҡ шул етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә тырышам. Аҙаҡ ул: “Апай, яҙғандарың бик кәрәкле, халҡыбыҙ китаптарыңды йөҙ йыл үткәс тә алып уҡыр, иншаллаһ”, – тип дәртләндереп тә ҡуя. Минеңсә, тәнҡит ижадсыны бөтөрөп ташлауға, мәсхәрәләүгә ҡоролорға тейеш түгел, ә уны үҫтерергә ярҙам итһен, ҡанат ҡуйһын. Сөнки кеше яҙышыу өсөн ҡулына ҡәләм ала икән, уның әйтер һүҙе, фекере була. Ә әҙәбиәттә ялтырауыҡлы, шалтырауыҡлы һүҙҙәргә ҡарағанда, минеңсә, ана шул фекер менән хис ҡиммәтле.

Юлымда ижад ҡомарыма ҡанат ҡуйырҙай йылы һүҙҙәр әйтеүселәр күп булды. Тәүге аҙымдарым... Яҡташым күренекле яҙыусы Әмир Әминев, “Бөтәбеҙгә бер ер шары” повесын уҡып, байтаҡ етешһеҙлектәремде күрһәтеп, яҙып бирҙе. Әле лә ул тәнҡиттең һәр һүҙен иҫләйем. Был яҙманы уҡып-уҡып алам да, әҙиптең үҙен тура килтереп әйтергә тура килмәһә лә, күңелемдән был оло күңелле яҡташыма рәхмәт уҡыйым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әмир Әминев, Сәлмән Ярмуллин һымаҡ, үҙ күреп, яҡын итеп әйтелгән тәнҡит һүҙҙәрен һирәк ишетергә тура килә шул. Урынлы, изге ниәт менән әйтелгән тәнҡит – әсе дарыу һымаҡ бит ул, үҫергә, алға барырға ярҙам итә. Утыҙ биш йыл мәктәп уҡытыусыһы булып эшләгәнлектән, быны яҡшы аңлайым. Мәктәптә эшләгән саҡтарымда үҙемә лә уҡыусыларҙың етешһеҙлектәрен әйтергә тура килә ине:
– Үпкәләмәгеҙ, һеҙҙе яҡын күрмәһәм, һеҙгә изгелек теләмәһәм, тел әрәм итеп, быларҙы әйтеп тормаҫ инем, – ти торғайным. Ҡайһы берҙәре шул әйтелгән иҫкәртеүҙәрҙе онотмай, күп йылдар үтһә лә, килеп рәхмәттәрен әйтеп китә.

Минең яратҡан, гел алға әйҙәп торған, үҙ-үҙемә әйтер бер нисә кәлимә һүҙем дә бар.
1) Кешене кешелектән сығарғың килһә, уны урынһыҙға үлтереп маҡта, сөнки урынһыҙ маҡталыу кешене үҫтермәй, ә һәләкәткә илтә;
2) Ни саҡлы ауыр мәлдәр булһа ла “ҡараңғылыҡ таң алдынан ҡуйыра” тим дә, бирешмәй алға барам;
3) Кеше һүҙен ишетһәм, “бәндә хурлау бер ни түгел, Хоҙай Тәғәләм үҙе хурламаһын” тим һәм үҙем хаҡ тип белгән юлымдан алға атлайым;
4) “Бәхет матурҙарҙы түгел, иманлыны ярата” тим дә, фарыз ғәмәлдәремде үтәп, Аллаһыма һығынам;
5) “Ауырлыҡ үлтермәһә, сыныҡтыра” тип, тормош ҡырыҫлыҡтарына бирешмәйенсә, яңы көс менән эшкә тотонам. Алда ни булыры бер Аллаһҡа мәғлүм, әммә беләм: үҙебеҙ иҫән-һау саҡта күберәк сауаплы ғәмәлдәр ҡылып, халҡыбыҙға, кешеләргә изгелек эшләп ҡалыу мөһим.
"Шоңҡар" журналынан.
Читайте нас: