Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
11 Февраль 2020, 21:40

Ысынбарлыҡ

Күлдәрҙең мин күбен күрҙем: Һайҙарын, тәрәндәрен. Табалманым Өргөнкүлдәй - Яп - яҡты, зәңгәрҙәрен. Шул күлдәргә ғашиҡ булдым Һәм ғашиҡмын мәңгелек. Тәбиғәттән күскәндер ул, Күңелемә йәмлелек! Кешеләрҙең күрҙем һәр саҡ Яҡшыһын, изгеләрен. Шундайҙарға килде минең Тик шатлыҡ биргеләрем! Уларҙы мин хөрмәт иттем, Хөрмәт итәм мәңгелек. ...Яҡташтарҙан күскән миңә: Илһам, ҡот һәм сәмлелек!Рамай ҠАҺИР.

Күлдәрҙең мин күбен күрҙем:
Һайҙарын, тәрәндәрен.
Табалманым Өргөнкүлдәй -
Яп - яҡты, зәңгәрҙәрен.
Шул күлдәргә ғашиҡ булдым
Һәм ғашиҡмын мәңгелек.
Тәбиғәттән күскәндер ул,
Күңелемә йәмлелек!

Кешеләрҙең күрҙем һәр саҡ
Яҡшыһын, изгеләрен.
Шундайҙарға килде минең
Тик шатлыҡ биргеләрем!
Уларҙы мин хөрмәт иттем,
Хөрмәт итәм мәңгелек.
...Яҡташтарҙан күскән миңә:
Илһам, ҡот һәм сәмлелек!
Рамай ҠАҺИР.
Читайте нас: