– Уй, миңә китергә ваҡыт! – тип ҡабалана башланы Гөлкәй. – Вокзалға саҡлы алып барып ҡуя алмаҫһыңмы? Йә һуңға ҡалырмын.
– Әллә бөгөнгә ҡалаһыңмы? Үҙеңде күргәндәй ҙә булманым. Зинһар… – тип инәлде Ринат. Уның Гөлкәйҙе һис кенә лә ебәргеһе килмәй ине.
Ҡыҙыҡ, бына егерме йыл күңелендә нәфрәт һәм һөйөү алышып йәшәй. Мөхәббәттәренә хыянат иткән, уйламағанда ғына икенсе кешегә кейәүгә сығып, йәһәннәм аръяғына күсеп киткән Гөлкәйҙе берҙән күрә алманы, шул уҡ ваҡытта үлеп яратты, өҙөлөп һағынды. Әле күңелендә тамсы ла нәфрәт ҡалмауын аңланы.
Гөлкәй, бер аҙ икеләнеп торғандан һуң, ҡалырға булды. Тыуған яҡтарынан, тәүге мөхәббәтенән тиҙ генә айырылғыһы килмәне уның да.
Ҡатын бер аҙ ял итеп алғансы, Ринат күрше ауылдағы магазиндан бер аҙ аҙыҡ-түлек алып килде. Икеһе лә асыҡҡайны. Өйҙә ҡалырға теләмәнеләр, машинаға ултырып, кеше күҙенән алыҫыраҡ, урман төпкөлөнәрәк инеп урынлаштылар. Ринатты бында һәр эт белә, былай ҙа юлда торған машинаны күреп аптыраусылар табылғандыр...
Өйләнешергә килешеп бөткәйне инде улар. Ата-әсәләре менән һөйләшеп, туй көнөн дә билдәләгәйнеләр. Алтын балдаҡтар, туй күлдәктәре лә алынғайны. Әммә уны кейергә, бәхетле туй көнөн күрергә генә яҙманы шул...
Ул көндө Ринат Гөлкәйе янына бөгөнгө кеүек ашҡынып, ярһып килде. Йөрәге тап бөгөнгөләй сабып типте, үҙе лә кәрәкмәгәнгә ҡабаланды, биш минут эсендә йыйынып, сығып та китте. Гөлкәй, уҡып бөткәндән һуң, үҙҙәренең ауылында фельдшер булып эш башлағайны.
– Иртәгә ял, мин һине үҙебеҙгә алып ҡайтырға килдем, Гөлкәй!.. – тип барғас та ҡыҙға йыйынырға кәрәк икәнен белдерҙе.
– Әлләсе... – Ҡыҙыҡай икеләнеп ҡалды. – Әллә нисек бит әле. Туйҙарына саҡлы көтә лә алмаған, егетенә үҙе килеп еткән, тип әйтерҙәр...
– Кем? Бөтәһе лә беҙҙең һөйөүҙең ни тиклем көслө икәнен, әллә ҡасандан йөрөүебеҙҙе белә. Тамсы ла аптырамаясаҡтар!
– Шулай ҙа бөгөн йөрөмәйек. Аяғым тартмай. Унан, яҡын ара түгел бит.
– Беҙҙе көтәләр!..
– Саҡырған ергә бар, ниңә ҡарышаһың? – Ҡыҙҙың апаһы Гөлфиә Ринатты яҡлашты. Их, шунда Ринат Гөлкәйҙе алып ҡайтырға шул тиклем ашҡынмаған булһасы! Йә Гөлкәй үҙ һүҙендә ныҡ торһа... Бик булмаһа, апаһы ҡаршы төшһә!.. Бәлки, бер нәмә лә булмаҫ ине. Туй көнөн сабыр ғына көтөп алып, бәхетле ғүмер ҡороп ебәрерҙәр ине. Әммә иртәгә нимә булырын кем белә? Гөлкәй тиҙ генә йыйынды ла, Ринатының биленән ҡосаҡлап, матайға менеп тә ултырҙы. Ауылды сығып киткәс, телефонын алмағаны иҫенә төштө.
– Боролайыҡ, Ринат! – тине ҡыҙ. – Насар билдә был…
– Кире боролһаң, юл уңмай, тиҙәр беҙҙә! – Ринат матайының газына нығыраҡ баҫты ғына. Бәлки, шундай ырымдар дөрөҫтөр, анда-һанда ҡолаҡ һалырға кәрәктер?
Шул кистә Артур исемле егеткә ҡыйын булып китә, аяҡ-ҡулдары тыңламай башлай, һөйләшеү ауырлаша. Әсәһе, ярҙам һорап, шунда уҡ Гөлкәйгә йүгереп килә. Әммә өйҙә булмай сыға ҡыҙ… Үс иткәндәй, «Тиҙ ярҙам» машинаһы ла оҙаҡ килмәй тора.
– Шул да булдымы враш! Уйнаш итергә сығып киткән инде! Ә бында минең улым, күҙ нурым үлә... Ы-ы-ы, ысынлап үлә-нитә ҡалһа, йәшәргә бирмәйәсәкмен барыбер! – тип янай.
– Ваҡытында ярҙам күрһәтелһә, бәлки, аяҡҡа баҫыр ине егет… Инсульттан һуң да күптәр бирешмәй, ауырыуҙы еңеп, һин дә мин йәшәп алып китә, – тиҙәр дауаханала.
Икенсе көнөнә Сара апай Гөлкәйҙәргә ут кеүек сәсрәп килеп инә.
– Һин! Һин генә харап иттең минең улыҡайымды! Башын әйләндереп, бер бәхетһеҙ иттең, әле килеп, уйнашта йөрөп, бөтөнләй инвалид яһаның.
Аҡланып, нимәлер аңлатып ҡарай ҡыҙ, әммә ярһыған әсә тыңларға ла теләмәй:
– Хәстрүш, кейәүгә сығам тип йөрөгән була ищу! Күрһәтермен әле мин һиңә кейәү! Улым коляскала ултырғанда бәхет йөҙө күрһәтмәйәсәкмен мин һиңә! Ишеттеңме?! – тип ҡарғана-ҡарғана сығып китә.