Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
27 Февраль 2020, 20:45

Балан бәлеше

Тышта буран. Мейес яғып, Әсәй бешерә бәлеш.

Ҡустым менән өйрөләбеҙ,
Көтөп бәлештән өлөш.
Балан бәлеше йолала -
Оло ҡунаҡтар өсөн.
Йәнгә - тәнгә өҫтәй, тиҙәр,
Үҙенең серле көсөн.
Өҫтәлдә балан бәлеше -
Йорттоң муллылыҡ йәме.
Ҡунаҡтар ауыҙ итһендәр -
Гүйә, бал уның тәме!
Күңелдәрҙе күтәрә шул
Ошо хикмәтле бәлеш.
Бәлештән һуң китә инде
Ҡаршы таҡмаҡтар әйтеш.
Иркен йортта мейес яғып,
Әсәй бешерә бәлеш.
...Беҙгә ҡунаҡҡа килегеҙ -
Һеҙгә лә тейер өлөш!
Рамай ҠАҺИР.
Читайте нас: