Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
19 Март 2020, 19:00

"Тере классика" тетрәндерҙе һәм һөйөндөрҙө

Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла “тере классика” бөтә Рәсәй бәйгеһенең ҡала этабы уҙҙы. Сарала ҡала мәктәптәренән 5-11-се класс уҡыусылары ҡатнашты.

Билдәле булыуынса, “Тере классика” – рәсәйҙә булған иң масштаблы әҙәби проект, ул балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең уҡыуға, әҙәбиәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын арттырыу маҡсатында үткәрелә. Балаларҙың рус һәм сит ил классикаһы менән
ҡыҙыҡһыныуын күреп күңел һөйөндө. ә бына жюри ағзаларына башҡарыусылар араһынан иң-иңдәрҙе асыҡлау еңел булманы. – әҫәрҙе дөрөҫ уҡыу, акценттарҙы ҡуя белеү – бер, ә бына авторҙың нимә әйтергә теләгәнен аңлап, уны тыңлаусыға еткереү сәнғәте барыһына ла бирелмәй, – тине жюри ағзаһы, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артисы рафиҡ Хәсәнов. Ысынлап та, береһенән-береһе сағыу сығыштарҙы ҡарағанда көлдөк тә, иланыҡ та, тетрәндек тә. Мәҫәлән, өлкән класс уҡыусылары араһында регина Тәмербәкова, нәргизә Искәндәрова, Арина Федорова, Александр конев, Алина Бохармәтова, роберт Сәлимов, кристина әбелханова, Алиса Мөхәмәтханова, Иван Федоровтарҙың һуғыш темаһына арналған әҫәрҙәрен тыңлағанда күҙҙәргә йәш эркелде. Шулай ҙа ҡыҙҙар араһында әлиә Хөснөтдинова, Александра Федорова, Элина Мөсәлләмоваларҙың артистарса сығыштары башҡаларҙыҡынан айырылып торҙо һәм беренселек – уларҙа! Марина Герасимова саҡ ҡына тырышҡанда уларҙан һис ҡалышмай ине. Бәлки, уның йәрәбә буйынса иң беренсе сығыш яһауы ла бер аҙ ҡаушатҡандыр. ә егеттәргә килгәндә, артислыҡ буйынса динислам Минлебаевҡа һәм Сергей Смоленцевҡа етеүсе булманы. Ҡала еңеүселәренә йылдан-йыл ҡолас йәйгән бәйгенең республика һәм Бөтә рәсәй кимәлендә лә уңыш йылмайһын, тиергә генә ҡала.
Читайте нас: