Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
20 Март 2020, 14:05

21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнө

Яугир шағирҙарУйҙарымда – шағир уҙамандар,Интернатын улар һөйгәндәр.Тыуған илде фашизмдан һаҡлап,Һуғыш яланында көйгәндәр.

Интернатҡа улар тоғро булып,
Яуыз ҡоҙғондарҙан һаҡлаған.
Кәрәк булғас, Шайморатов кеүек
Билдәһеҙлеккә лә атлаған.
Уҙамандар ғәзиз интернатын
Күңел түрҙәрендә һаҡлаған.
Тыуған илде, шиғриәтте яҡлап,
Һуңғы атакаға атлаған.
Киләсәк тип, улар ҡорбан булған
Тыуған ерҙәренән алыҫта.
Ҡәһәрләнгән һуғыш йылдарында
Бөйөк Еңеү өсөн алышта.
Һөйгән кешеһенә ҡайнар хисле
Өс мөйөшлө хаттар яҙғандар.
Яуыз дошмандарға нәфрәт ҡатыш
Йән дуҫтарға ҡәбер ҡаҙғандар.
Еңеү яҙын улар яҡынайтҡан,
Ҡайталмаған тыуған яғына.
Яҙылмаған шиғыр китаптарын,
Шағирҙарҙы күңелем һағына.
Еңеүселәр даны, рухи нуры,
Шиғриәтле илдә балҡыһын.
Йәшәтәйек йырлы ерҙә шағир –
Яугирҙарҙың йөрәк ялҡынын.
Кәрим БУЛАТ.
Оло быуын яҙмышы
Өс һуғышмы, дүрт һуғышмы
Аша үткән быуындар:
Ун дүртенсе ҡырылышы,
Граждандар – иң ҡыйындыр...
Репрессиялар тулҡыны,
Халхин-гол, Фин, Ҡыр(ы)ҡ бер –
Һәммә яҡтан өҙөп-йолҡоп
Үтә улар барыбер.
“Тормош мәғәнәһен” эҙләү
Шөғөлө шуға кәрәк:
Барса мәғәнәне күҙләп,
Түҙерлек булһын йөрәк.
Еңеп сыҡһаҡ – йәшәйбеҙ бит!
Еңмәһәк – бөттө башҡай.
Балаң ҡарай: хәлһеҙ тән-бит,
Тап уға итле аш, май.
Үҙең ас, уға өлөштө
Ҡаптыраһың – йәшәһен.
Тәңкәле түшелдерегең –
Эскадрилья, эшләй ул.
Тыл да өшөй, әммә фронтҡа
Бейәләй-ойоҡ бәйләй:
Доғаһы шым оло ҡортҡа
Әкиәттәр ҙә бәйнәй:
“Еңеү килгәс, бары булыр!
Төңөлөр бер көн дошман.
Келәткә ашлыҡ-мал тулыр.
Сабыр бул, артыҡ бошма”.
Ә балалар үҫә тора,
Татып ныҡыш тормошто.
Ә үҫмерҙәр таңдан тора
Атҡарырға ир эшен:
Ҡатын-ҡыҙҙар урман йыға,
Ер һөрә, бесән саба...
Мейесенә утын тыға –
Йылынһын бала-саға.
Ул быуын буйға ҙур түгел,
Эшләгәне ҙурыраҡ!
Биткә-йөҙгә матур түгел,
Еңеүе матурыраҡ.
СӘСӘНИӘ.
Һуғыш
Һуғыш тигән ауыр һүҙҙе
Әйтке килмәй минең хатта,
Илем күпме үлем күрҙе
Онотолмаҫ бер ваҡытта.
Күпме әсә йәшен түкте
Ҡошсоҡтарын оҙатып.
Ҡайтыр имеш, тиеп көттө
Урынынан ҡуҙғалып.
Ҡара хат төшкән хәлдә лә
Эстән ул ышанманы.
Улы ҡайтмауын белһә лә,
Көтөүен туҡтатманы.
Утта янып, яу ҡырынан
Күпме яугир ҡайтманы.
Туҡтай алмай ярһыуынан
Ерем тынысланманы.
Алина СӘЛИХОВА,
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты.
Һуғышты күргем килмәй
Олатайым яу ҡырында
Һигеҙ балаһы өсөн
Һигеҙ дәү яра алған.
Һигеҙ яҡтан һигеҙ бала
Һигеҙ яра өҫтөнә
Наҙлап устарын һалған.
Һигеҙ яра һыҙлағанда
Һигеҙ бала һыҙланған.
Һигеҙ яра ҡуҙланғанда
Кескәй устар ҡуҙланған.
Олатайым яу ҡырынан
Алып ҡайтҡан һигеҙ ут.
Һаман һүнмәй ошо уттар
Йөрәккә ут тигеҙеп.
Динис ҠУҘАҠАЕВ,
В. Ленин исемендәге
2-се лицей-интернаты уҡыусыһы.
Читайте нас: