-Һеҙгә бер тарих һөйләргә мөмкинме, - тине ул. Риза булып баш ҡағыуымды ла көтмәне, һүҙгә лә килде үҙе. – Мин логопед булып эшләйем. Әле яңы ғына бер ете йәштәр тирәһендәге малай менән шөғөлләндем. Һуңғы көндө был бала илап, минең менән оҙағыраҡ ҡалырға теләүен белдерҙе. “Мин һеҙҙең менән ҡалайым әле, - тине ул, йәшкә мансылған күҙҙәрен ыуалап.” Нимә булды, өйҙә берәй проблема бармы әллә, тип ныҡыша башлағайным, был бала тағы ла нығыраҡ ярһыны. “Өйҙә мине әсәйем битәрләй, хурлай. Дәрестәр әҙерләргә ярҙам һораһам, аҡыра. Китаптарымды атып бәрә. Хатта баҫтырып йөрөп, ныҡ итеп туҡмай. Шуға мин унан ҡурҡам, хатта төндәрен йоҡлай алмай ятам,” – тине бала, асылып китеп. Атаһы юҡмы икән әллә тигән уй тыуҙы. “Юҡ, атайым да бар минең. – Малай тыныслана биреп, йәнә һөйләргә кереште. – Ул себерҙә эшләй. Вахтанан ҡайтһа, гел эсә. Шунан әсәйемде лә, мине лә туҡмай. Бына ҡарағыҙ.” Ҡаршымда ултырған бала, күлдәгенең иҙеүен ысҡындырып, тәненең күгәргән ерҙәрен күрһәтте. Әйтегеҙ әле, миңә нишләргә икән?
-Әсәһе менән һөйләшеп ҡараманығыҙмы? – Ваҡиғаларҙың бындай төҫ алырын көтмәгәнгәме, мин дә баҙап ҡалғайным.
-Һөйләшергә тип ауыҙымды ла асып өлгөрмәнем, әсәһе:”Унда һеҙҙең ни эшегеҙ бар! Ҡыҫылмағыҙ беҙҙең араға, тоже мне защитница!” – тип, илауҙан буҫлыҡҡан балаһын һөйрәп алып сыҡты ла китте. Шунан бирле үҙемә урын таба алмай бер булам.
Банктан кәйефем ҡырылып сыҡтым. Күҙ алдыма үҙемдең әсәйем килеп баҫты.
Ете йәштәр тирәһендә, ташып ятҡан Ҡаҙлайыр йылғаһына сумып, ағып китә яҙғанымды ишеткән әсәйем, ярһып ҡайтып, арҡа буйыма тал сыбығы менән ялатҡайны. Аҙаҡ үҙе лә эргәмә ултырып, мине ҡосаҡлап оҙаҡ иланы. Бер генә һуҡты ул. Унда ла ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ итеп шыйылдатты. Ҡәҙерле кешеһенең ғүмере өсөн әсенеп, хафаланып сыбыҡҡа тотонған сағы булғандыр инде. Хәҙер шуның өсөн мең рәхмәттәр уҡыйым күптән гүр эйәһе булған әсәйемә. Ә был малай үҫеп, буй еткәс, рәхмәтле булыр микән ғәзиз кешеләренә? Кешелек сифаттарын ергә һалып тапаған атаһы менән әсәһенә...
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.