Аяҙ эҫе көндә улар ни аралалыр ҡабарып, ярты күкте ҡаплап алды, ҡарайғандан-ҡарайып өйрөлә-бутала бер мәл ярҙай булып өҫкә ауып килгәндәй үҙҙәре. Шунан бөтә күкте ярып, әллә нисәмә саталарға сәрпәкләнеп хәтәр йәшен ялтырап китте, артынса ерҙе һелкетеп күк күкрәне. Ҡара туҙандар күтәреп ҡаты ел ҡупты. Йәшен йәшнәне, ел-дауыллап эре бөртөклө киҫә ямғыры яуа башланы. Донъя ҡапыл ҡараңғыланды, торғаны бер ғәрәсәткә әйләнде. Ә мин, ялан аяҡлы малай, ҡотом осоуҙан йүгереп, һаман ауыл аклусаһы ҡапҡаһына ла етә алмайым. Ямғыры тамам күшектереп, көслө еле осороп алып китергә теләгәндәй, аяҡтан йығып бара.
Акулса ҡапҡаһына нисек еткәнемде, уны ашамы, араһынанмы нисек үткәнемде иҫләмәйем, ҡараңғы тирә-йүнде яп-яҡты итеп тағы яманыраҡ йәшен йәшнәп ебәрҙе, иҫ китмәле дөбөрҙәп, сатырлап күк күкрәне, йәнем йөрәгемә етеп, үҙемде ғәрәсәт эсендә иреп, юғалып ҡалғандай тойҙом.
Аңыма килһәм, һаман йүгерәм икән әле, силәктән ҡойғандай итеп ямғыры яуа – уныһын инде һиҙмәйем дә, йәшене-күге инде күҙемде ҡамаштырып, ҡолағымды томалаған – ауылдың ҡайһы тарафта икәнен дә тоймайым. Бер мәл йәнә баш осомда ғына йәшен йәшнәп китте, күҙ алдымда йомғаҡтай ут шары уйнаны. Үҙем, әйтерһең, ут эсенә күмелдем, унан ҡолаҡ тондорғос күкрәүе мине тамам шаңҡытты. Иҫәнменме-түгелменме? Сағыу ут яҡтыһында тик келәттәрҙе шәйләйем. Иген келәттәрен. Үкереп илап ебәрҙем: мин иҫәнмен, тик нишләп ҡотҡарыусы юҡ?! Йәшендән утҡа әйләнгәнменме, бер кемгә лә күренмәйемме әллә?
Минең йәнем бар – шул тойғо малай йөрәгемә йән өрҙө, күрәһең – ҡойма ямғыр аҫтында йүгерәм, йәшен сатырлап атҡан һайын ерҙән үҙемде күтәрелеп киткәндәй тоям, күк күкрәгән ыңғайға дер һелкетеп кире ергә баҫам, күҙҙәремә аҡ-ҡара күрмәй осам да осам, хәҙер ауыл урамынан еләм инде.
Өйгә нисек ҡайтып ингәнмендер, йүнләп хәтерләмәйем. Шунан һуң йәшендән һәр саҡ ҡурҡыр булдым.
Сталин арбаһына көнөбөҙ ҡалғас
Атайһыҙ ҡалғас, ете-һигеҙ йәшемдән хужалыҡтағы ир-ат эше сибек кенә яурыныма төштө. Ул замандарҙа мал-тыуарға ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләү ифрат ауыр ине. Колхоз йыш ҡына бесән сабырға рөхсәт итмәне. Шуға әсәйем менән киске, иртәнге сәғәттәрҙә генә ҡаса-боҫа аулаҡ урындарҙан ураҡ ярҙамында урып алған үләндәрҙе йөкмәп өйгә ташыйбыҙ, ваҡ малға аҙыҡ әҙерләйбеҙ. Йәй аҙағында ғына рөхсәт бирелһә, һоноҡ ҡына бала салғым менән үләне ҡатып бөткән таҡыр, соҡор-саҡыр ерҙәрҙә бесән сабышырға йөрөйөм. Уны күбәләргә һалып ҡуйғас та оҙаҡ тотмай, атын йә үгеҙен табып йортҡа ҡайтарыу, өйөү хәстәрлеген күрәбеҙ. Ҡушымта булһын тип, һарыҡ-кәзә өсөн ағас япраҡтарын да әҙерләп мәшәҡәтләнәбеҙ.
Әсәйем колхозда ат менән эшләмәгәс, ҡулға ат-фәлән дә эләкмәй. Утынды, шул уҡ бесәнде бәләкәй арба, ҡышын бәләкәй сана менән ташып хитланабыҙ.
Бәләкәй арба тигәндән, әсәйем, бик ыҙаланғанға йәне көйөптөр инде, бер саҡ бригадирмы, колхоз рәйесеме алдында, “шул Сталин арбаһына көнөбөҙ ҡалғас, беҙ йәтимдәр нисек йәшәрбеҙ инде?” тип асырғанып һүҙ ысҡындырған икән. Шуның өсөн уны колхоз идараһына саҡыртып, янап ҡурҡытып йөҙәткәндәр. Ул заманда баш китерлек был һүҙе өсөн ярай әле әллә ҡайҙарға оҙатмағандар үҙен.
Утынын йә бесәнен алырға колхоздан йылына бер-ике тапҡыр үгеҙ биргеләй торғайнылар. Үгеҙ – яман холоҡһоҙ мал, сығынсыланымы, бер яҡҡа бәреп сығып китеп, утыныңды йә бесәнеңде ауҙара, йә ағас шырлығына инеп кипсәлә, арба-санаңды ҡыйрата.
Ошоларҙы иҫкә төшөрһәм, әле лә үҙәктәрем өҙөлөп китә. Ир-ат вазифаһы бала иңенә төшкәндә, миктәп, имгәнеп ҡалыуҙарың да бар бит. Хоҙай нисек һаҡлағандыр?
1939 йылдың көҙөндә Өфө ҡалаһының 9-сы башҡорт мәктәбенең алтынсы синыф уҡыусыһы булып киттем. Әсәйем яғынан туған тейешле Закир Айыухановтарҙа йәшәнем ул йылдарҙа. Көйөргәҙе районынан килгән бер малай менән дуҫлаштым. Ул бер көндө мәктәптән ҡайтышлай туғандарынамы, таныштарынамы инеп сығырға саҡырҙы. Иҫемдә, февраль айы ине. Ҡараңғы төшкән. Тышта ҡаты буран. Киттек Зенцов урамынан түбәнгә төшөп. Ущелье тарафына етәрәк, урам буйлап урап түгел, иҫке толчок майҙаны аша тураға сыҡмаҡ булдыҡ бараһы еребеҙгә. Ул тирә буп-буш, бөтә ерен ҡар-көрт баҫҡан. Фонарь-фәләндәр юҡ, тирә-йүн дөм ҡараңғы. Теҙҙән ҡар кисеп, көрттәргә батып, ауырлыҡ менән атлайбыҙ. Ә буран ҡотора ғына. Етмәһә, юлыбыҙҙа ҡар баҫҡан соҡор-саҡырҙар, ҙур-ҙур ағас-таштар осрай башланы – абынып-һөрөнөп китәбеҙ, яҙа баҫып көрткә ауабыҙ.
Бер мәл аҙап ҡалдыҡ. Йүнәлеште юғалттыҡ. Күҙ асҡыһыҙ буран, дөм-ҡараңғы төн тирә-йүнде самаларға форсат бирмәй. Шулай баш һуҡҡан яҡҡа хәҙер тәрән ҡар эсендә бата-сума һаҡланыбыраҡ атлай инек, икебеҙ ҙә ҡар ҡаплаған тәрән соҡорға төшөп киттек. Ярай әле бер йыуан арҡыры бүрәнәһе булған, шуға аҫылынып йәбешеп ҡалдыҡ. Шәйләйем, үҙебеҙ тәрән соҡор эсендә ҡар аҫтындабыҙ. Ҡар биттәрҙе, ҡулдарҙы өшөттөрөп, тын алырға ирек бирмәй ҡурып бара. Мейегә уй йүгерә: ҡаушап ҡурҡып төштөң – бөттө. Йәһәт кенә бүрәнә буйлап ҡарҙы йырырға, соҡор стенаһын табырға! Юлдашыма көс-хәл менән ошо уйым хаҡында хәбәр итәм.
Хәҙер иң мөһиме – һаҡһыҙ булашып, бүрәнәнән ысҡынып төпкә суммау. Үҙем бар ихтыярҙы, көстө туплап, уға сат йәбешкән көйө, үҙ яғымдан баҫлыҡтырып, тынды ҡурып барған ҡарҙы йырып ҡырға үрмәләйем. Бер мәл ҡулым стенаға төртөлдө. Аңда, күңелдә өмөт сатҡыһы ҡабына, ҡорошоп барған тәнемә йылы йүгерә. Соҡор стенаһына тамам һыйынып, бер ҡулымды өҫкә һуҙам. Тик тоташ стена ғына. Тағы көс-хәл йыйып өҫкәрәк тартылам. Һо, ҡулым ер өҫтөнә еткәндәй итте. Һуҙылып-һәрмәнеп ныҡлап йәбештем, икенсе ҡулды өҫкә күтәрҙем. Йәнтәслим тырыша торғас, ер өҫтөнә ҡармаланып сыҡтым. Юлдашыма ҡотолдоҡ, тип һөрән һалдым. Уның тауышын соҡорҙоң икенсе яғынан ишеткәндәй иттем. Хәҙер уға табан шыуыштым. Ерҙә ятҡан килеш ҡулдарын ҡапшап таптым һәм һуңғы көсөм менән соҡорҙан һөйрәп сығарыштым.
Өшөп-туңып бөтһәк тә, иҫән булыуыбыҙ, ҡәберҙәрҙән, тәрән ҙур соҡорҙа ҡар аҫтында баҫылып тереләй көйө үлемдән ҡотолоубыҙ өсөн ҡыуандыҡ.
Ә тирә-йүнебеҙ – дөм ҡараңғы, күҙ асҡыһыҙ буран ҡотороуын белә ине. Әммә беҙ ҡара төндән, тын алғыһыҙ һалҡын ҡарҙан, яман бурандан көслөрәк булып сыҡтыҡ.
Мәлһеҙ үлемдән минең был икенсеме-өсөнсөмө ҡотолоуымдыр. Тимәк, Хоҙай бойорғас, беҙгә йәшәргә әле…
Ирекһеҙ һөнәрҙе ҡәлбем ҡабул итмәне
Элекке 9-сы башҡорт мәктәбе һәм интернатын, хәҙерге 1-се һанлы башҡорт республика гимназия-интернатын көмөш миҙалға тамамланым. Ҡулда өлгөргәнлек аттестаты. Илдәге бөтә юғары уҡыу йорттарының ишектәре асыҡ төҫлө миңә. Ҡайһыһын теләйһең – университетынмы, институтынмы, политехник юғары училищеларынмы – бар ҙа ин.
Миҙаллы ике синыфташымдың да уй-ниәттәре юғары: береһе – Әкрәм Закиров, Мәскәүҙең Губкин исемендәге нефть институтына, икенсеһе – Ләбиб Мәмлиев Ленинградтың политехник университетына инмәксе. Мине лә шул тарафтарға барырға өндәйҙәр. Үҙем иһә М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында уҡырға хыялланам. Торлаҡ шарттарын һорашып хат та яҙғайным. Быға күңелһеҙерәк яуап килде: университет ҡарамағындағы һеҙ теләгән Көнсығыш институтына рәхим итегеҙ, ләкин торлаҡ менән тәьмин итә алмайбыҙ, тигәндәр. Тимәк, йәшәү урыны булмағас, баш ҡалаға юл ябыҡ. Бүтән вуздарына инергә теләк юҡ.
Йәнде үртәгәндәй, оҙаҡламай военкоматтан повесткалар менән саҡырып, мине хәрби училищеларға димләй башланылар. Хеҙмәт, йәшәү шарттарының шәплеге, ыҫпай кейем-мундирҙары, офицер чиндары, тағы әллә ниҙәре менән әүрәтмәкселәр – ожмах ҡапҡаһымы ни. Хәлбүки, аҡылым килешкәндәй итһә лә, күңелем, ҡәлбем ҡабул итмәй ирекһеҙ шул һөнәрҙе.
Күҙемде йомдом да, документтарымды Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына тапшырҙым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә. Юл сатында уйланып торған әкиәт батырындай ниндәй һөнәр, вазифа һайларымды шулай еңел генә хәл иттем дә ҡуйҙым. Йә уңырмын, йә туңырмын тигән шигем булманы шикелле. Ул сағында үҙем дә асыҡ тойоп белмәгән эске рух тауышым йүнәлтте, буғай унда.
Кемдер Мәскәү тип ашҡына. Кемдер Мәскәү тип шашына. Ә мин Мәскәүҙә йән тыныслығы табырға, баш баҫып уҡырға, яҙырға тейеш инем. Уй-маҡсаттарым шуны көҫәй. Һәм шулай эшләнем дә.
Тик әҙ генә баш күҙ алһам, йәнемә урын тапмайым, тыуған яҡ иҫкә төшә, туғандар, дуҫтар һағындыра, күңелде ниндәйҙер һағыш сорнай. Шулай бер йыл тирәһе Мәскәүгә күнә алмай, йәһәт кенә яйлаша белмәй йөҙәнем. Бик эс бошҡанда таныш-тоноштарға шылтыратам, яҡташ дуҫ-иштәрем янына сығып китәм. Нефть институтында уҡып йөрөгән классташ дуҫым Әкрәм Закировты барып табам. Ул ни, шар ҙа, мар кеше мине күреүгә ауыҙы йырыла. Сығып китәбеҙ әҙерәк күңел асырға, бер итеп елләнеп ҡайтырға. Әкрәмдең Мәскәүҙә етмәгән ере, белмәгән яҡташы юҡтыр. Кинематография институты студенты Әсхәт Әшрәпов күберәк күңелебеҙгә яҡын. Уны барып табабыҙ. Өс таған – бына тигән компания.
Мәскәү шулай иҫке дуҫтарымды тағы ла нығыраҡ яҡынайтты, яңыларын табышты, күптәр менән таныштырҙы. Бер саҡ беҙ, яҡташтар, ҡәләмдәштәр, Мәскәүҙә ҙур ғына ҡор булып киттек. Кирәй Мәргән ижтимағи фәндәр академияһында уҡып йөрөй. Ғилемдар Рамазанов Мәскәү дәүләт университетының аспирантураһына килеп инде. Ғабдулла Әхмәтшин Әҙәбиәт институтын тамамлар алдында. Рәми Ғарипов менән Рафаэль Сафин да шунда уҡыйҙар. Әкрәм Бейешев – Мәскәү университетында. Йәш йырсы Хөсәйен Мәжитов – консерваторияла.
Бер заман Әҙәбиәт институтын тамамлаусылар – диплом эштәрен, аспирантура бөткәндәр дисертацияларын яҡлай башланы. Унда, ғәҙәттә, Мәскәүҙә уҡыған йәки Мәскәүҙә йәшәгән башҡорттар йыйыла торғайны. Әллә Кирәй Мәргәндекендә, әллә Рамазановтыҡында Заһир Исмәғилев менән Хөсәйен Әхмәтовтың Мәскәү ҡунаҡтарын һәм үҙебеҙҙекеләрҙе таң ҡалдырып, ярыша-ярыша йырлағандары һәм ҡурайҙа уйнағандары күңелдә моң булып ҡалған. Бер мәлде ниндәйҙер сарала Хөсәйен Мәжитовтың көслө тауышы менән йырлап ебәреүе хайран иткәйне. Күңелле һәм иҫтәлекле була торғайны ундай табындар. Мәскәүҙәге яҡташтар һаны ла йылдан-йыл арта торҙо.
Аспирант – Мәскәү ҡыҙҙары өсөн перспективалы, ҡулай кейәү. Шуға беҙ түгел, улар беҙгә ҡармаҡ һала.
Аҡылды теҙгенләп булһа ла, йөрәкте тышаулап тороп буламы ни? Янмаған-ярһымаған, һөймәгән-һөйөлмәгән йәш йөрәк йөрәкме ни ул! Ҡаты бәғер, таш йөрәк булмаһа. Минең менән бергә уҡыған аспиранттарҙың ҡайһылары ингәнсе үк ғаиләле ине, бер нисәһе уҡыу дәүерендә башлы күҙле булды. Миҙхәт Ғәйнуллин да ғаилә ҡороп ебәрҙе. Дуҫтарымдың йөрөгән ҡыҙҙары үҙ әхирәттәрен димләй, береһен-береһе ишетеп, бүлмәбеҙгә телефондан шылтыратлар, танышырға теләктәрен белдерәләр. Аспирант урамда аунап ятмай шул. Шулай йәш кенә Аня исемле ҡыҙ менән таныштырҙылар. Ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй ине. Йыш осрашабыҙ, киноға, театрҙарға йөрөйбөҙ. Парктарға, тансаларға. Һәр хәлдә тиҙ арала бер-беребеҙгә ныҡ ылығып, эҫенешеп киттек.
Әммә Өфөгә ҡайтыр йылымда минең үтә айыҡ һалҡын аҡылым кәртә һалды, ахырыһы, һөйөүемә. Башымда бер мәл кескәй генә орлоҡ булып шытып сыҡҡан уйҙың яйлап тамыр ебәрә барғанын тойомланым. “Һин – әҙәбиәтсе ғалим, бәлки яҙыусы ла булып китәһе кеше, йәшәгән мөхитең башҡорт донъяһы. Һөйләр, яҙыр телең – башҡорт теле. Мәрйә ҡыҙына өйләнһәң, мөхәббәттә бәхетле булһаң да, тормошта, эшеңдә, үҙ яҡындарың даирәһендә һиңә шунса бәхет тәтемәйәсәк. Әсәңдең күңеле һыуыныр, туғандарыңдың кәйефе ҡырылыр, дуҫ-иштәрең араһында уңайһыҙлыҡ кисерерһең. Тулы бәхетең булмаҫ”. Быларҙы һаҡлыҡ менән генә Аняға аңлаттым. “Әсәйем урыҫса бер ауыҙ һүҙ белмәй, мәрйә киленен алып ҡайтып төшһәм, ҡарғар”, – тип үк ебәрҙем. Минең бер ҡатлы һылыуым шул һүҙгә ышанды, аңлағандай итте. Дуҫтар булырға һөйләшеп, хушлаштыҡ. Һуңынан байтаҡ хатлаштыҡ, бер-ике тапҡыр Мәскәүҙә лә күрештек. Ләкин беҙ икенсе кешеләр инек инде…
Өфөлә эшләй башлағас, Хәлимә апай Ҡорбанаеваларҙа фатирҙа йәшәп ятам. Бер бүлмәлә ике буйҙаҡ кешебеҙ, өсөнсөбөҙ – ғаиләле, яҡындарын районда ҡалдырып, институтта уҡып йөрөй.
Хәлимә апай – Зәйнәб Биишеваның бер туған апаһы. Улар беҙгә Ғәзиз ағай менән ингеләп йөрөй. Йыш ҡына сәй табыны ҡороп ебәрәбеҙ. Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы. Аралар яҡын булғас, беҙ ҙә барғылайбыҙ үҙҙәренә.
Зәйнәб апай менән ныҡлап танышып дуҫлашып китеүем шулай башланды. Улар ике ҡатлы ағас өйҙөң беренсе ҡатындағы кескәй генә бүлмәлә тора. Өс улы мәктәптә уҡып йөрөй. Ғәзиз ағай – Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, нишләптер уларға йүнлерәк фатир бирмәгәндәр, үҫеп килгән ир балалар менән ҡыҫынҡыла, һыуын ташыр, утын яғыр өйҙә йәшәп яталар.
Бер мәлде Хәлимә апай менән Зәйнәп апай, беҙҙе, буйҙаҡ егетәрҙе димләп өйләндермәк булып китте. Башта бүлмәләшем Фуатты башлы-күҙле иттеләр. Һуңынан мине лә Нурия исемле бик матур ҡыҙ менән таныштырырға уйланылар. Башҡорт дәүләт педагогия институтында сит телдәр ыакультетында уҡый икән, һуңғы курсҡа күсәһе, ти. Үҙемдең дә ҡыҙыҡһыныуым артты. Хәҙер күрешеүҙе бермә-бер осрашыуҙы ашыҡтырабыҙ: димселәр штабы эшләй. Осрашыуҙың көнө, сәғәте билдәләнә.
Бүлмәләшем Мөхәмәҙине баш ҡоҙа итеп, Хәлимә апай үҙе баш ҡоҙағый булғандыр инде, тағы Зәйнәб апай менән Ғәзиз ағай мине эйәртеп, китәбеҙ ҡыҙ йортона. Цюрупа урамында йәшәйҙәр икән. Шәп ҡаршылайҙар.
Димсе диңгеҙ кистерә. Йылмайышып күрешеп, үҙ-ара танышҡан, таныштырышҡан кешеләр булып, эре генә түргә үтеп киттек. Күпте беләбеҙ, ҡыҙҙың еҙнәһе – педагогия институтында доцент, кафедра мөдире, мин уҡыған саҡта вуздың директоры булған кеше. Тимәк, аҙмы-күпме танышлыҡ бар. Апаһы Мәрйәм – уҡытыусы кеше. Бер һүҙ менән әйткәндә, зыялылар ғаиләһе. Ҡыҙҙың әсәһе лә оло ҡыҙында йәшәй икән, уны ла күрҙек, таныштыҡ.
Димселәрҙең һөйләш сценарийы йоласа бер төрлөрәктер, тиҙ арала әҙерләнгән мул һыйлы оҙонса түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү бара. Ашау-эсеү яйына өҫтәл артында күңелле генә көңгөр-мөңгөр һүҙ сыға, ике яҡ та үҙҙәренсә тел сарлай, шул уҡ ваҡытта бер-береһен һынай. Бер аҙҙан табын йәнләнеп алған арала, миңә шым ғына тороп, икенсе бүлмәгә сығырға яй етә. Тәүге тамашала – кейәү егетен күрҙеләр инде, икенсеһендә, айырым, аулаҡ бүлмәлә, мин, кейәү егете, ҡыҙ ҡаршыһында. Ул да башта дөйөм өҫтәл артында өндәшмәй генә бер аҙ ултырып алғайны.
Хәҙер инде үҙ-ара танышыу, асылда һынамыш өлөшө. Күҙем яҡындан үткер күрә – ҡыҙ, ысынлап та, һылыу. Үҙе оялсан ҡараш менән мөләйем йылмайыбыраҡ тора – һөйкөмлөнөң һөйкөмлөһө. Һомғол буйлы, самаса нескә билле, ҡалҡыу тумалаҡ күкрәкле, йәшкелтерәк күҙле. Нурия тигән исеме есеменә типә-тиң – йөҙө бигерәк нурлы. Егетлегем, төҫөм-башым менән был һылыуҙы ҡарата алырмын кеүек. Беҙ ҙә ул хәтле төшөп ҡалғандарҙан түгел: ниндәй сибәр ҡыҙ баштарын әйләндермәнек, улайға китһә.
Шулай аулаҡлап күрештек, бер аҙ һынаштыҡ, бер-беребеҙҙе оҡшатыштыҡ, буғай. Тағы күрешеү, бер-ике тапҡыр киноға барыу арабыҙҙы ярайһы яҡынайтты, йылытты, эҫенештерҙе кеүек. Һуңғыһында мин уға өйләнешеү тәҡдимен яһаным, аҡ Нуриямдың ризалығын алдым.
Бер ул ике ҡыҙ үҫтерҙек. Уҡытып, башлы-күҙле итеп, ҡош балалары шикелле айырып сығарҙыҡ. Хәҙер өс ейәнебеҙ, дүрт ейәнсәребеҙ үҫеп етеп, үҙҙәре кеше булды. Ике ҡыҙым Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультетын тамамланы, улыбыҙ Өфө нефть университетын бөтөрҙө.
Хәләл ефетем Нуриямдан уңдым. Тигеҙ, етеш тормошта ғүмер кисерҙек, татыу, мөхәббәтле йәшәнек. Нуриям үтә уңған ҡатын булып сыҡты, балаларҙы күпселегендә үҙе тәрбиәләне, бөтә йорт хужалыҡ эштәрен үҙ өҫтөнә алды. Дача тип баҡсаға йәбешеп ятты. Күҙ теймәһен, ҡартайып барһа ла, бөтә эште лә егәрлеләнеп һаман үҙе алып бара. Әгәр ул уңған булмаһа, шунса эштәрҙе үҙ елкәһенә алмаһа, фәндә, әҙәбиәттә эшләгән тауҙай эштәремдең сиреген дә үтәй алмаған булыр инем. Минең хеҙмәттәремдә хәләл ефетемдең ҙур өлөшө, түккән тире бар.