Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
6 Апрель 2020, 17:30

ЕҢЕҮСЕГӘ

Бармаҡ менән һанар һанға еткәс,Артты һеҙгә һуңғы ихтирам.Еңелгәндәр һеҙҙән яҡшы йәшәй –Кисер беҙҙе, зинһар, ветеран?!

Күптәрегеҙ гүр эйәһе булғас
Хәстәр күргән илгә ҡаш төйәм…
Мин үҙем дә еңеүсегә түгел,
Һәләк булғандарға баш эйәм.
Тол ҡатындар, етем балаларҙың
Яҙмышына хайран ҡаламын,
Һеҙҙең бөйөклөккә һәйкәл һалып
Биҙәр инем байрам яланын.
Һаулығығыҙ бөтөп, ғәрип ҡалғас,
Һуңлап артты һеҙгә ихтирам…
Еңелгәндәр һеҙҙән яҡшы йәшәй –
Кисер беҙҙе, зинһар, ветеран!
Читайте нас