Өнөммө икән, әллә төшөммө икән –
Күгем тулы йәйғор нурҙары.
Яҙ бүләге булып улым тыуҙы,
«Тыныс йоҡла, көлөп уян», - тимен,
Аяҙ килһен иртә-таңдарың.
Гармундарҙа уйнай белмәһәм дә,
Һиңә булһын йөрәк моңдарым.
Ҡыуанысым, бар шатлығым һин бит,
Һин бит мажаралы яҙмышымдың
Яҙмышымдың яҙы килде миңә,
Ҡәҙерлерәк бөтә яҙҙарҙан.
Аҡ биләүҙә ятҡан ғәзиз балам
Наҙлыраҡ бит бөтә наҙҙарҙан.
Яҙ булһаң, ләйсән аҫтында
Йәй Сулпан булып атылһаң –
Ҡараңғы төн, шундай ҡараңғы төн…
Сәйер ямғырҙар һәм йәйғорҙар.
Ни үлге, ни йәшәге килмәгән миҙгел.
Йәйғор көтөп үтә ғүмерҙәрем –
Сәйер ямғырҙарға ҡойонам.
Ҡараңғы төн, шундай ҡараңғы төн:
Үлге килмәй, йәшәге лә килмәй
Һинһеҙ ҡабатланған миҙгелдә,
Офоҡтағы шәфәҡ нурҙарында
Аҡылымды эшкә егер мәлем,
Ижад – тәбиғәттең сереме?
Ямғырҙарҙан йәйғор һуҙыуҙарым,
Мөхәббәтем – йөрәк сиреме?
…Үлге килмәй, йәшәге лә килмәй –
Яңғыҙ төнөм шундай ҡараңғы…
Әллә һинһеҙ үткән миҙгелдәрем