Ашҡаҙар
+19 °С
Облачно
Әҙәби күстәнәс
24 Апреля 2020, 15:30

ИЛЛЕ ҺуМ... (Булған хәл)

Өйҙә ҙур ҡыҙым менән икәү генәбеҙ, атайҙары, һәр ваҡыттағыса, эштә, ҡалған балаларым тышта уйнай. Улар көнө буйына уйнап туя алмайҙар, өйгә әллә нимә менән алдаштырһаң да индереп булмай. Эҙләп, саҡырып алып тамаҡтарына ашатмаһаң, ашауҙы ла оноталар хатта. Ә инде көсләп алып инһәң, ашарға ултыртырмын, тимә, Унан-бынан аяғөҫтө ҡапҡылайҙар ҙа тағы урамға атылалар. Ауылда шуныһы рәхәт шул, бигерәк тә бала-сағаға хөрриәт.

Көнө буйы әллә ҡайҙа олағып, күренмәй йөрөһәләр ҙә балаңдың һәр аҙымын белеп тораһың. Ауыл бит ул! Һәр бала бик ҡәҙерле ауыл халҡына, олоһо ла, йәше лә балаларҙы бер ваҡытта ла күҙ уңынан ысҡындырмай. Балаларҙың ҡайһы тирәлә, ни рәүешле уйнауҙарын бер-береһенә еткереп кенә торалар. Шуға күрә балалар менән бер-бер хәл булыр тип ҡурҡыу юҡ ауылда. Әлбиттә, бәләкәйҙән генә хәүеф-хәтәрҙән һаҡланыу сараларын, ҙурҙарының бәләкәс туғандарын һәр ерҙә ҡурсалап, ҡарап йөрөтөүҙәрен, әсәй менән атай рөхсәтенән башҡа алыҫ китмәүҙәрен, берәй хәл була ҡалһа, яҡын-тирәлә үҙебеҙҙең ауылдың ниндәй кешеһе бар – шуны ярҙамға саҡырыуҙарын, яҡшы белгән үҙебеҙҙең ауыл кешеһенән башҡа ят кешеләргә ышанмауҙарын һәм башҡа ҡағиҙәләрҙе һәр баланың аңына һеңдереп үҫтерәбеҙ. Шуға күрә уйнап йөрөгән балаларым өсөн һис борсолмай, өйҙә ҙур ҡыҙым менән конкурсҡа әҙерләнеп мәж киләбеҙ. Ауыл мәҙәниәт йортонда “Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар” исемле бәйге үткәрергә булғандар һәм ҡыҙым менән мине лә көс һынашып ҡарарға саҡырҙылар.
Мөкиббән китеп мода күрһәтеү конкурсына костюмдар, күлдәктәр әҙерләйбеҙ, аш-һыу әҙерләү буйынса бәйгегә еңел генә ебәк туҡыманан әберкәләп алъяпҡыс, ресторандарҙағы ашнаҡсыларҙыҡы кеүек бейек түбәле башлыҡ тегеп алдыҡ. Бик матур килеп сыҡты. Миңә ихлас ярҙамлашып йөрөһә лә, ҙур ҡыҙым ҡатнашмай ярышта. Ул үтә оялсан, ҡыйыуһыҙ, тыйнаҡ ҡыҙыҡай, шығырым тулы халыҡ алдында, сәхнәгә сығып баҫыу ҡайҙа инде! Үҙенең ҡулынан килмәгән эше юҡ, әммә ҡыйыуһыҙлығы көслөрәк шул.
Ярышта үтеп сыҡҡан, баҫҡан ерендә осҡондар сәсрәтеп, ҡулынан да, теленән дә килә торған уртансы ҡыҙым ҡатнаша. Төрлө милли бейеүҙәр, заманса бейеү, брэйк данс һәм башҡалар. Башҡорт телендә шиғыр һөйләргә лә оҫта ул ҡыҙым. Әммә конкурсҡа әҙерләнергә уның түҙеме етмәй. “Әҙерләһәгеҙ, ҡатнашам!” – тип кенә ҡуйҙы ул.
Әйткәндәй, ул ҡыҙыҡай осоп-ҡунып магазинға барып килде лә: ”Әсәй, бына алып ҡайт тигән әйберең, бына ҡалған 50 һум аҡсаһы, – тип, әйберен өҫтәлгә, аҡсаны минең янымдағы ултырғысҡа һалып, сығып китте.
Яҙмамдың ғилләһе ошо 50 һумда ла инде.
... Ауылыбыҙҙағы иң һылыу, иң егәрле, иң һөйкөмлө апайҙың килеп ингәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Ул шундай күркәм, шундай ипле, шундай уңған, ундай кеше тураһында “аҫыл һөйәк” тигәндәрен ишеткәнем бар. Буй-һын тиһеңме, һылыуҙарҙан-һылыу йөҙ тиһеңме, үҙәкте өҙөрлөк моңло тауыш, йырлап ебәрһә, илатмай ҡуймай. Бирһә бирә лә ҡуя бит Хоҙай Тәғәлә бөтә булған күркәмлекте бер кешегә! Ауылда бөтәһе лә уны хөрмәт итә, олоһо ла, кесеһе лә берҙәй ярата. Минең дә күңелемде ошо матур апай-ға хөрмәт итеү, һоҡланыу тойғолары биләй.
“Әйҙә, апай, түргә уҙ!” – тип ҡаршы алдым мин уны. Әйткәндәй, өйөбөҙҙөң түре лә юҡ инде, 20 квадрат метр ғына бер бүлмәле өйҙә йәшәп ятабыҙ. Боронғолар әйтмешләй, күңелең киң булһа, өйҙөң ниндәй ҙурлыҡта булыуы мөһимме ни?..
Шулай эшебеҙҙе ҡуйып тороп, апай менән әңәмәләшеп, төрлө хәбәрҙәргә төшөп китеп, кинәнеп һөйләшеп ултырғанда, өсөбөҙҙөң дә күҙебеҙ бер нөктәгә төбәлде. Был баяғы алабарман ҡыҙым ҡалдырып киткән 50 һум аҡса ине. Ул ултырғыста ята торғас, иҙәнгә төшөп киткән, күрәһең. Әллә үҙебеҙ үтеп барғанда итәк еленә эләгеп төштөме, әллә теге бала ҡабаланып шулай елләп киттеме инде, белмәҫһең. Беҙ ул аҡса тураһында бөтөнләй онотҡан булғанбыҙ икән. Бына хәҙер өсәүләп бергә күреп ҡалдыҡ. Беҙ ҡыҙым менән өндәшеп өлгөрмәнек, апайыбыҙҙың ҡылығы аптыратты. Ул ҡапыл ғына йәнләнеп, ҡыҙарынып китте, урынында ултырып сыҙай алмаған кеше һымаҡ, бер торҙо, бер ултырҙы. Һуңынан апайыбыҙ ҡулына өҫтәлдә ятҡан гәзитте алып, өйҙөң эҫелегенә һылтанған кеше булып, иҙәнгә төшөп ултырҙы.
Аҙыраҡ ултыра биргәс, ул нишләптер гәзитен ултырғыс аҫтына иҙәнгә һалып торҙо ла, кире аҡса менән ҡуша күтәреп, гәзит аҫтынан ғына аҡсаны кеҫәһенә тығып ҡуйҙы. Ул аҡсаны ҡыҙым менән мин дә күргәнде апайыбыҙ абайламаны, буғай. Мин ипләп кенә ҡыҙыма ҡарайым, үҙемдең башымда бер уй. “Уй Аллаҡай ғынам, балалыҡ менән берәй нәмә ҡылып, йә әйтеп ҡуймаһа ярар ине”... Ә ҡыҙым аптыраулы, һораулы ҡараштарын миңә төбәгән. Мин һаҡ ҡына баш һелкәм дә, өндәшмә, тип ымлайым. Бына апайыбыҙ ҡабаланып китте: ”Аһ-аһ оҙаҡ ултырып ташлағанмын бит һүҙгә әүрәп”, – тип, шәпләп атлап сығып та китте.
Өйҙә тәрән тынлыҡ урынлашты, мин иҫем китеп әле генә күҙ алдыбыҙҙа булған хәлгә ышана алмай һеңгәҙәп ултырам. Был хәл мөмкин түгел, нисек инде улай? Апайыбыҙ бик бай, етеш йәшәй бит! Һарай тулы мал, техника, машиналар, тракторҙар, өй эсе тулы йыһаз! 50 һумға ҡалған көнө бармы һуң инде! Эй Аллаһым, быны нисек аңларға? Ниһайәт, ҡыҙым түҙмәй: ”Әсәй, нишләп әйтмәнең инәйгә, ул бит беҙҙең аҡса ла инде?” – тине. ”Оялдым, балам, уңайһыҙ бит. Ә һин мин тыйғансы нишләп өндәшмәнең һуң?” – тинем уға. “Мин дә оялдым, әсәй”, – тине ҡыҙым. Шулай итеп, үҙ аҡсабыҙҙы күрәләтә урлатып, үҙебеҙҙең әйбер өсөн үҙебеҙ оялып, өндәшмәй ултырып ҡалдыҡ.
Күңелгә шул тиклем ҡыйын булып китте, һөйләп аңлатырлыҡ түгел хатта. Күҙҙәр үҙҙәренән-үҙҙәре йәш менән тулды. Ул йәштәрҙе ҡыҙымдан йәшерә һалам, әсәйем 50 һум аҡсаһын ҡыҙғанып илай, тип уйлай күрмәһен тағы. Хөрмәт иткән, яратҡан апайыбыҙға ҡараш үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Уның тышҡы һылыулығы нисектер уңып, юйылып, таушалғандай тойолдо. Ә һоҡланыу, хөрмәт итеү тойғолары ҡул менән йолҡоп ташлағандай бер мәлдә юҡҡа сыҡты. Урынында өңрәйеп, әсендереп, һулҡылдап һыҙлап бушлыҡ ҡына тороп ҡалды. Ҡыҙғаныс, бик ҡыҙғаныс...
Зилдә ХӘМИҘУЛЛИНА.
Читайте нас