Ашҡаҙар
+27 °С
Облачно
Әҙәби күстәнәс
28 Апреля 2020, 10:00

Май байрамы

Күңелдәр көр, йөрәк тыныс тибә1 Май – Хеҙмәт байрамы!

Бөтәбеҙгә дәрт-дармандар өҫтәп,
Елберҙәй бит дәүләт байрағы.
Шул байраҡты үбеп анттар биргән
Беҙгә тиклем ата-бабалар…
Ошо аманатты һаҡлап үҫеп килә
Килер быуын - беҙҙең балалар!
Май байрамы етте, оҙаҡламай
Сәскә атыр сирен, муйылдар,
Хеҙмәт данлап Ураҡ менән Сүкеш
Һәйкәлдәргә йәнәш ҡуйылған.
Ергә күкрәп йәмле яҙҙар килә –
Бар тереклек бергә уяна.
Аҡ күгәрсен оса аяҙ күктә
Тыныслыҡтар теләп донъяға.
Читайте нас