Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
8 Май 2020, 11:10

Дан һеҙгә, илем батырҙары!

Дан һеҙгә дан, ҡыйыу ветерандар!Һәр берегеҙгә һәйкәл ҡуйырлыҡ.Тере саҡта ҡәҙер-хөрмәт итеп,Исемегеҙҙе ташҡа уйырлыҡ.

Өс йөҙ егерме мең башҡорт ҡалған
Төрлө төбәгендә илемдең.
Йәнен аямайса кергән улар
Ҡанлы ҡосағына үлемдең.
Еңеү яулап ҡайтҡан һалдаттар ҙа,
Бөгөн бик аҙ ғына ҡалдығыҙ.
Нисә йылдар һыҙлай яу яраһы,
Ғүмерлеккә әрнеү алдығыҙ.
Биш йыл буйы ҡанлы һуғыш юлын
Батырҙарса ғорур үттегеҙ.
Тыуған илгә һөйөү көс биргәндер,
Ҙур Еңеүҙе яулап ҡайттығыҙ.
Дан һеҙгә дан, илем батырҙары!
Һеҙҙең алда башты эйәбеҙ.
Һеҙ һаҡлаған ошо матур ерҙе,
Һаҡларбыҙ тип вәғәҙә бирәбеҙ!
Тыныслыҡты һаҡлай беләбеҙ!
Рүзәлиә НИҒМӘТУЛЛИНА.
Читайте нас