Араларҙы бәйләп хаттар оса,
Ҡанатлы ҡош оса – өскөл хат:
“Ҡанаттарым булһа, яндарыңа
Осоп ҡайтыр инем!” “Иҫән ҡайт!”
Йөрәктәрҙе бәйләп, хаттар оса,
Һөйөү хаҡы – еңеү хаҡы бит.
Яраланып хәлһеҙ ауғанымда
Йән өрөүсе өскөл хатың бит.
Өскөл хаттар иңләп осҡан ара –
Йәнһеҙ һалдат сәләмдәре булып,
Һандыҡ төптәрендә – өскөл хаттар,
Һөйөү кеүек улар үлемһеҙ.
Үткәндәрҙе киләсәккә бәйләп,
Осҡан һаман хәтер нуры һеҙ.