Атайҙарығыҙға, уларҙың дуҫтарына, фекерҙәштәренә бәйле бала саҡ иҫтәлектәре яҡтымы?
Асия Рамаҙан ҡыҙы: — Үҙемде белә белгәндән атайым яҙышты. Әсәйемдең бер туған ҡустыһы Ғәзим Шафиҡов менән бергәләп архивтарҙа соҡоноп, егерменсе йылдарҙағы шәхестәрҙең исемен, хеҙмәтен ҡайтарыу өҫтөндә эшләнеләр. Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Ғөбәй Дәүләтшин, Дауыт Юлтыйҙарҙың ижадын тергеҙҙеләр. Улар бер ваҡытта ла буш менән булып йәки кәйеф-сафа ҡороп йөрөмәне. Уның эргәһендәге кешеләрҙе лә бик эшлекле, етди ағайҙар итеп хәтерләп ҡалдым.
Илленсе йылдарҙа атайҙарҙы йыш ҡына хәрби сборға саҡыра торғайнылар. Мин бала саҡта уны шул хәрби кейемдә көйө хәтерләп ҡалғанмын. Һәм хәтеремдә тағы ла нишләптер уны һуғышҡа оҙатҡанмын икән тигән мәғлүмәт нығынып ҡалған да, үҫкәндә “атай һуғышҡа киткәндә” ти ҙә һөйләй инем. Ололар аңлай алмай, ниндәй һуғышҡа, нисек һин? Шунан ғына минең буталғанымды төшөнөп алып, аңлатып ҡуйҙылар.
Һөйөклө Ғәли ҡыҙы: — Новомостовая урамындағы бер ағас йортта торғанда, ауылса ҙур бүлмәнең бер яғында һике, икенсе яғында атайыбыҙҙың эш өҫтәле тора ине. Кис булһа беҙ ваҡ балларҙың шаярғыһы килә, тик әсәйебеҙ тыя, атай эшләй, шауларға ярамай. Ә атайыбыҙ яҙа ла яҙа, яҙа ла яҙа. Унан Революция урамына күскәс, атайҙың эш бүлмәһе айырым булды. Йыш ҡына яҙыусылар килеп ултырҙы, аралаштылар. Кәтибә апай Кинйәбулатова менән уҡыған саҡтарынан дуҫ инеләр, ул беҙҙең өйөҙөң көтөп алынған ҡунағы булды. Уны әсәй-атайҙар яратып “Кәти” тип кенә йөрөттө.
Шәриф Биҡҡол, Ғилемдар Рамазанов, Хәким Ғиләжев беҙҙең эргәлә ҡуртымға бүлмә алып йәшәйҙәр ине ғаиләләре менән. Беҙҙең фатир үҙебеҙҙеке, шуға күберәк беҙҙә йыйылалар ине. Ҙур түңәрәк өҫтәлде уртаға ултырталар. Әсәйем бәлеш, картуф бешерә. Селедка телеп һалалар ҙа, гәзиттәрҙе йыртып салфетка урынына ҡулланалар. Оҙаҡ итеп һөйләшеп ултыралар, йырлашалар. Назар Нәжми аккордеонда уйнап ебәрә, Хәким Ғиләжев йырлап ебәрә! Ҡатындарын да, балаларын да алып киләләр ҡайһы ваҡыт. Ул саҡта минең апайҙы скрипкаһын тоттороп ултырғысҡа баҫтыралар. Башҡортса ла, классик музыкаларҙы ла башҡара. Өй эсе бер концерт залы кеүек булып китә ине.
Һуғыш осоро кешеләрендә, бигерәк тә ветерандарҙа Сталин культы һаҡланды. Һеҙҙең өйҙә булдымы был культ?
Һөйөклө Ғәли ҡыҙы: — Сталин улар өсөн бик авторитетлы кеше булды. Бөйөк шәхес итеп ҡаранылар, әммә бик ҡурҡтылар. Хатта Сталин темаһына һөйләшеү ҙә мөмкин булмаған хәл булған. Гәзиттә эшләгәнендә, мәҫәлән, байрамдарға ҡарата Сталиндың һүҙе булһа, ул төндә телефонограмма менән ебәрелгән һәм шул төндө берәү дежурҙа ултырып ҡалып, хәбәрҙе ҡабул иткән һәм шунда уҡ тәржемә итеп, иртәнсәккә гәзиткә ҡуйғандар ҙа. Ҡыҫҡа ғына, эстәлекле ҡотлауҙар һәм мөрәжәғәттәр килгән ил башсыһынан. Һәм ул был яҙмаларын үҙе яҙған булған. Сталин тураһында хатта атайым хатта олоғайғас, заманалар үҙгәргәс тә бер насар һүҙ әйтмәне, ул теманы ҡуҙғатманы ла.
Асия Рамаҙан ҡыҙы: — Минең ҡартатайым, әсәйемдең атаһы, Зәки Вәлидинең ғәскәрендә полковой мулла булған. Унан егерменсе йылдарҙа улар Башҡортостандан ҡасып китергә мәжбүр булғандар. Ҡырғыҙстанға барып, шунда йәшәгәндәр. Балалары ла шул яҡта тыуа. Бары тик илле өсөнсө йылда ғына тыуған яҡтарына ҡайтыу мөмкинселеге сығып, үлә яҙып һағынышып килеп төшәләр. Бына шул ҡартинәйҙәр ҙә, әсәй ҙә шул яҡтағы хәл-әүәлдәре, йәшәйештәре хаҡында бер ваҡытта ла һөйләмәне. Мин үҙем дә был турала алтмышынсы йылдарҙың был яғында ғына ишетеп белдем. Был нимә тураһында һөйләй? Беҙҙең халыҡтың шул ҡәҙәр ҡурҡытылыуы, баҫылыуы тураһында. Сталин заманында иһә шул уҡ сәйәсәт ине. Әммә уларҙың ҡурҡыуын был даһи кешегә ҡарата булған әллә хөрмәттәре, әллә икенсе тойғо баҫып киткән ине булһа кәрәк. Һәр хәлдә улар Сталиндың исемен лә, есеменә лә тел тигеҙмәйҙәр ине. Олатайҙарыбыҙҙың тарихын белгәс, бәләкәс ҡустым йәне көйөп Сталиндың портретына тотҡан да “дурак” тип яҙған. Атайым шунда “Ошо яҙыу өсөн элегерәк бөтөн ғаилә менән китер инек” тип ҡуйҙы.
Бөгөн атайым ул заман сәйәсәте һәм башҡа тарихтары хаҡында күп яҙа. Хәтере шәп әлегә, зиһене яҡты. Ултырғаны менән үҙе бер тере шаһит, тере архив бит ул.
Миллә мәсьәләләр, тел мәсьәләһе тураһында һүҙ ҡуҙата инеме яҙыусылар, улар заманында был проблема булдымы икән?
Асия Рамаҙан ҡыҙы: — 1962 йылда Мәскәүҙә бер указ сыҡҡан, ул рус булмаған барлыҡ гәзиттәрҙе лә ябыу тураһында булған. Бөтә республикалар, айырыусы автономныйҙар тыңлаусан рәүештә ябылғандар. Татарстан да, Сыуашстан да эргә-тирәләге шундуҡ эштәрен туҡтатҡандар. Ә беҙҙең республика журналистары быға ҡаршы сығырға булған. Атайым әйтеүенсә, Рәми Ғарипов беренсе булып һүҙ әйткән: “Әйҙәгеҙ, баш күтәрәбеҙ итәбеҙ” тигән. Хәҙер былар йәшерен ойошма төҙөгән, паролдәр уйлап сығарған һәм баш күтәреүгә әҙерләнә башлаған. Эш урындарына паролдәр буйынса ғына шылтыратышып, бер-береһен йыйнағандар һәм йөҙләгән кеше обком алдына сығып баҫҡан. Зыя Нурыев хакимиәттән сығып быларҙы тынысландырып ҡараған, урынбаҫарҙары килешеүгә килгән. Журналистар ныҡ торған. Һәр хәлдә, ошо сәбәптәнме, әллә башҡа сәбәптәре лә булыпмы, милли гәзиттәр яңынан тергеҙелеп эш башлай. Күреп тораһығыҙ, тел өсөн көрәш беҙҙең милләттә бөтә йылдарҙа һәм замандарҙа ла барған.
Атайҙарығыҙ ниндәй холоҡло кешеләр ине? Әсәйҙәрегеҙ менән ниндәй мөнәсәбәттә булдылар? Ғаилә тәрбиәһе нимәләргә нигеҙләнде?
Асия Рамаҙан ҡыҙы: — Атайымдың бер ваҡытта ла ғаиләһенә ваҡыты булманы. Ул бик эшкә бирелгән кеше ине, әле лә эшләйәле. Беҙ уны күргәндә күреп ҡалдыҡ, күрмәгәндә юҡ. Бөтөн кешенең проблемаларын, йомоштарын хәл итте. Уға райондан да, ауылдан да ярҙам һорап, яҡлау эҙләп киләләр ине. Киләләр, ҡуна ҡалалар, нимәләрҙер көтөп яталар, уҡырға инергә килеүселәр тулып китә. Өйҙә үҙебеҙ былай ҙа биш кеше, килеүселәр иҙәндә лә, ишек төбөндә лә ята. Ҡустыма хатта ваннаға урын түшәп бирәләр ине. Атайым шулайтып башҡаларға иғтибар һәм хөрмәт күрһәтеп, ғаиләһендәгеләрҙе онотоп китә торған холоҡло ине. Мин быларҙы үҙем олоғая барғас ҡына анализлайым инде. Ә ул ваҡытта атайҙың авторитеты ҙур, әсәй ҙә уға һүҙ тигеҙмәй, зарланмай, шулай тейеш тип ҡабул итеп йәшәй. Икәү-ара мөнәсәбәттәре, минең ҡарамаҡҡа, татыу ине. Әсәйем ауыр йылдарҙа үҫһә лә, нисектер тормошҡа яраҡлашып етмәгән, аҡһөйәктәрсә, “воздушный” ҡатын булды. Ул донъя йөгөнә төшөп егелмәне, нимәләрҙелер хәл итергә теләмәне, атайымдың артында ғына йәшеренеп йәшәүҙе хуп күрҙе. Шунлыҡтан ғаиләләге кер йыуыу, иҙән йыуыу кеүек ҡара эштәр ҙә бик иртә минең иңемә ятты. Әсәй атайҙың иркә ҡатаны булып ҡартайҙы һәм шулай булып китеп барҙы.