Тиктомалға нигеҙһеҙ үс тотоп, оҙаҡ этләндереү уйынан, иң аҙаҡҡа ҡалдырып индерә был, сәғәт ярым самаһы тегенең тир шыбаҡшыған быжыр биттәренә, һалпыш ҡабаҡтар аҫтынан уҫал ҡараған сәгер күҙҙәренә, ҡан ялаған эттәй бурҙат ҡыҙыл ирендәренә текәлеп ултырырға мәжбүрмен. Ҡамсы һуҡтырып язалаһалар әллә күпмегә еңелерәк булыр ине, билләһи! Был йыбытҡы, сүтәшкә бисәгә ире нисек сыҙап йәшәйҙер, шайтаным белһен, түшәктә лә абышҡаһының күңелен күрәһе урынға өҙмәҫтән-ҡуймаҫтан Ленин эштәрен теүәлләп төн оҙоно бытылдайҙыр әле. Ҡатын булғас донъя баҡһын, ғаиләнең ашарын ҡайғыртһын, фәнни коммунизм, фәнни атеизм, тарихи материализм менән тамаҡ туймай! Әгәр ҙә бөгөн дә кире борһа, башҡаса инәлеп йөрөмәй-ем тип, яһилланып һуңғы ингәнемдә, эстән яныуымды, көйәләнеүемде һиҙгәндәй, “Лучше меньше, да лучше” тигән булып, зиннәттән туҡылған ҡәҙерле нәмәһен сығарып һалғандай, зачеткама рыя ҡиәфәттә кәкере-бөкөрө имзаһын сыймаҡлап сығарҙы, иманһыҙ. Шуныһына ла атҡа менгәндәй ҡыуанған булдым. Бына һинең том-том хеҙмәттәрең мине ниндәй көнгә ҡалдырҙы, ас-ылмаҫ томанға керетте, Володья Ульянов! Хәҙер төшмәҫ өсөн әрһеҙләшеп елкәгә үк менеп ҡундың, гел бәйнәтеңде һалаһың да тораһың, - этләнеүемде яҡшыға, ыңғайға юрап күңелле нимә хаҡында уйларға тырышам. - Ярай әле, баштары етеп Карл Маркс менән Фридрих Энгельсты бер юлы эшләтмәгәндәр, ул сағында хәлебеҙ үтә мөшкөлгә ҡалыр ине...”