Ашҡаҙар
+21 °С
Дождь
Әҙәби күстәнәс
20 Мая 2020, 10:15

ТОРМОШТОҢ ҺӘР МИНУТЫ ҠӘҘЕРЛЕ

Бер ваҡыт урам буйлап: «Эх, ни эшләп мин бәхетһеҙ икән: мал-байлығым да, данным да юҡ», - тип зарланып китеп барған егетте аҡыл эйәһе ишетеп ҡалған һәм уны туҡтатып:(Аҙағын сайтта уҡығыҙ)

- Һиңә күп итеп аҡса вәғәҙә итһәләр, аяғыңды ҡырҡтырыр инеңме? – тигән һорау биргән.
- Юҡ, әлбиттә! – тип яуап ҡайтарған зарланыусы.
- Ә ҡулыңды?
- Бер ниндәй шарттарҙа ла!
- Шулай булғас ниңә аптырайһың? Аяғың да, ҡулың да бар – һаулыҡтан да ҙур бәхет юҡ. Ҡалғанын иһә шул аяҡ-ҡул, башың ярҙамында үҙең дә таба алаһың. Әле ярты кәүҙәһе булмағандар ҙа һинең һымаҡ ҡайғырмай был тормошта…
Читайте нас