Әҙәби күстәнәс
2 Июня 2020, 14:00

ЙЫЛҒА-КҮЛДӘРЕҢДӘ ЙӨҘӨП ҮҪӘМ, РӘХӘТЛӘНЕП АУНАП ҮҘӘНДӘ… Шунан да ҙур бәхет бармы икән беҙҙең кескәй генә йөрәктә?!

беҙ – Стәрлетамаҡ ҡалаһының 17-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенеңшиғриәткә ғашиҡ, телебеҙҙе өйрәнеүгә, үҫтереүгә мөкиббән киткән бертөркөм уҡыусылары. башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ЗимфираХәйруллина етәкселегендә туған телебеҙҙе, Тыуған илебеҙҙе, еребеҙҙе,мәҙәниәтебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе, атай-олатайҙарыбыҙ тарихын өйрәнепкенә ҡалмай, ижад иленә лә сәйәхәт итәбеҙ. беҙ уҡырға, тәбиғәтҡосағында ял итергә, сәйәхәт ҡылырға яратабыҙ, дуҫтарыбыҙ күп.Башҡортостаныбыҙ, уның шәхестәре менән ғорурланып йәшәйбеҙ!бөгөн һеҙҙең иғтибарға һанап киткән иң изге төшөнсәләр, шәхестәребеҙтураһында шиғри күстәнәс тәҡдим итәбеҙ.

Тыуған еремә
Башҡорт ерендә мин тыуып үҫтем,
Башҡорт ҡаны аға тәнемдә.
Башҡортостан – минең Тыуған илем,
Башҡорт рухы йәшәй йәнемдә.
Уралтауым миңә ҡалҡан кеүек,
Гүйә, аҡҡош – ағиҙелкәйем.
Һыуҙарыңды эсеп танһыҡ ҡанмай,
Шишмәләрең татлы, еркәйем!
Йылға-күлдәреңдә йөҙөп үҫәм,
Рәхәтләнеп аунап үҙәндә.
Һауаларың һулап туйып булмай,
Йәйгеһен дә, ҡышын, көҙөн дә.
Башҡортостан – минең тыуған ерем,
Рәсәй – минең оло Ватаным.
Ата-әсәм кендек ҡаны аҡҡан,
Шуға изге ер тип атайым.
Ғорурланам тыуған халҡым менән,
Киң, ҡеүәтле Тыуған илем менән.
Тыуып үҫкән ғәзиз, нурлы ерем
Йөрәгемдә йәшәй һәр саҡ минең.
Әҙилә ЫРЫҪҠОЛОВА, 8 “а” класы.
Бәхетлемен тыуған еремдә
Мин башҡортмон. Тыуған тупрағым бар.
Мин бәхетле тыуған яғымда.
Һулар һауам, эсер һыуҙарым бар,
Йөрәк яна һинең ялҡында.
Туған илем – азат Башҡортостан
Күңелем шат, телем ирекле.
Шунан да ҙур бәхет бармы икән,
Һөйөндөргән кескәй йөрәкте.
Тыуған яғым минең – Башҡортостан!
Мин һөйөнәм һиндә тыуғанға.
Үҙем ҡайҙа ғына йөрөһәм дә,
Бәхетле тик һиндә булғанда!
Лиана МУЛЛАҒОЛОВА, 6 “а” класы.
Мостай Кәримгә
(Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына йөҙ йыл тулыуға һәм бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала)
Нисәнсе ҡат Ергә көҙҙәр килә,
Нисәнсе ҡат ҡоштар осалар.
Күңел һағышлана Һин юҡ шул, тип…
Юҡ, юҡ! Бөйөк шәхестәр бит үлмәйҙәр!
Күкрәгеңдән ҡоштар осорҙоң да,
Ярыштарҙа сапҡан ат һымаҡ,
Ярһыу йәшәнең Һин, Мостай ағай,
йыһан гиҙҙең, гүйә, арғымаҡ.
Яу ҡырының бөтә ауырлығын
Һалдат шинелендә татының.
Бар донъяға Совет һалдатының
Батыр икәнлеген аңлаттың.
Яугир-шағир! Һиңә өндәшәмен,
Ил бурысын тоғро аҡланың!
Тыныс тормошта ла тура юлдан
Һис тайпылмай ғәҙел атланың!
Әҫәрҙәрең уйланырға өйрәтә,
Саф намыҫлы Һинең геройҙар.
Зирәк Кендек, ҡыйыу Мәрәһимдәр,
Ҡурҡыу белмәҫ батыр Үлмәҫбай.
Оло инәй, кесе инәйҙәр ҙә
Беҙҙе изгелеккә өйрәтте.
Любомир Зух, Мария-Тереза
Саф мөхәббәт булыуын күрһәтте.
...Ергә көҙҙәр килә… Килһен улар,
Был миҙгел дә итһен тантана.
Сыуаҡ алтын көҙҙә Һин тыуғанһың
Ауаз һалып яҡты донъяға.
Башҡортостан Һине иҫләй бөгөн,
Келәш ауылы гөрләй – шишмәләр.
Улар барыһы ла һине ҙурлап,
Ҡәбереңә илтә сәскәләр.
Ралина ӘХМӘТШИНА, 11 “а” класы.
Ижадыңа баҡҡан һайын…
Мостай Кәрим – бөйөк яугир-шағир!
Утты-һыуҙы кискән батыр ул.
Яу юлдарын үтеп, Еңеү яулап,
Тыныслыҡты яҡлап ҡайтҡан ул.
Еңел булмағандыр Еңеү юлы,
Күп һалдаттар кире ҡайтманы...
Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн
Аҡбуҙаты уның һынатманы.
Еңеү менән ҡайттың Тыуған илгә,
Ергә шаулап яҙҙар килгәндә.
Тирә-яҡта донъя гүзәлләнеп,
Аҡ ҡайындар япраҡ ярғанда…
Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы,
Баш эйәбеҙ Һинең алдыңда.
Ижадыңа баҡҡан һайын, күңел
Яҡшылыҡҡа ғына ынтыла.
Йәшәү – үҙе бер мөғжизә, тиһең,
Йәшәй белһәң йәшен йәшнәтеп.
Йәшәү – үҙе бәхет бит ул, тиһең,
Яулап ала белһәң көрәшеп.
Йәшәү – үҙе тик бер мәл генә бит.
Ярыштарҙа сапҡан ат һымаҡ,
Ҡапыл туҡтап ҡалма, йәшә йәшнәп! –
Был һүҙҙәрең үтә хаҡ һымаҡ.
Илгиз ВӘЛИЕВ, 8 “б” класы.
Телемде бик яратам
Туған телемде яратам,
Ул ғәзиз әсәм теле.
Ата-бабаларым рухы,
Бөйөк шәхестәр теле.
Телем менән ғорурланам,
Рәхәтләнеп һөйләшәм.
Йырлайым да, бейейем дә,
Миңә ҡоштар көнләшә.
“Тел – ул донъяға асҡыс”, - ти,
Әсәйем минең гелән.
Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен,
Үҫкәнмен инде, беләм.
Әсәйҙе яратҡан кеүек,
Яратайыҡ илде беҙ.
Өйрәнәйек туған телде,
Аяҙ булһын күгебеҙ.
Асҡар ЫРЫҪҠОЛОВ, 4 “в” класы.
Рәсәй Геройы ул бөгөн!
Бөйөк Ватан һуғышында
Шайморатов генерал
Тар-мар иткән фашистарҙы,
Һоҡланған бар сал Урал.
Салауаттың тоҡомдары
Алға әйҙәй аттарын.
Артҡа сигенә белмәйҙәр,
Һай, батыр һалдаттары.
Ҡыйыу егет атлыларға
Дөрөҫ фармандар биргән.
Һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта
Һуғышҡас, һәләк булған.
Әммә, даны ҡайтты илгә,
Йылдар-быуаттар аша.
Рәсәй Геройы ул бөгөн,
Күңелдә шатлыҡ таша.
Башҡортостан атлылары
Һәр саҡ үлемһеҙ сафта.
Беҙҙең йөрәктәрҙә улар –
Шиғырым ошо хаҡта.
Шайморатов кеүек булып,
Үҫһен башҡорт улдары.
Булмаһын ерҙә һуғыштар,
Ап-аҡ булһын юлдары!
Юлиә ШӘЙҒӘРҘӘНОВА, 5 “б” класы.
Читайте нас