Был әллә Раббының доға ҡылып әшкәртеүе булдымы, әллә икенсе ғилләме, билдәһеҙ. Был хаҡта бер тапҡыр яҙғаным булды, шуны тағы ла хәтергә төшөрөп яңыртып ултырам. Бер саҡ, мәктәптә уҡығанда миңә Маҡтау ҡағыҙы бирергә булдылар.
Ҡәҙерле, мәртәбәле ҙурлау ине ул. Әүәле бит маҡтауҙы бөгөнгө һымаҡ уңға-һулға тарата һалып бармай торғайнылар, уны лайыҡлылар, ғәҙел тир түккәндәр алды.
Шул бүләктең миңә бирелерен әсәйемә лә ҡаға-һуға еткергәндәр, ә ул китте ҡыуанып, осоп ҡына китер ине, ҡанаттары ғына юҡ! Ошо тантанаға тип матур күлдәк тектереп кейҙе, ялтыр туфлиҙар һатып алды. Киттек. Әсәйем, билдәле, ярпайып иң алға барып ултырҙы, күрһендәр, йәнәһе, уның балаһын бүләкләйҙәр ҙә!Һуңғы мәлдә ниндәйҙер йәшерен юлдар менән килешкәндәр, теге Маҡтау ҡағыҙын тотош халыҡ алдында түрә малайына тотторҙолар. Шунда йөҙө ҡара көйөп киткән әсәйемде әле лә онотмайым, уйынсығы тартып алынған
бала ише бына-бына һытылыр хәлдә. Ҡайтҡас өҫ кейемен һалып ырғытып, йөк атылай иҫке-моҫҡоһон кейеп алды.
Билдәле, йөк атын маҡтау артыҡ, урынһыҙ, ул бары көнө-төнө йөк тартырға ғына бурыслы! Әсәйем өсөн шулай итеп күңел байрамы тамамланды. Элек тә ғәҙелһеҙлектәр булманы түгел, булды, хатта хәҙергегә ҡарағанда ла аяуһыҙыраҡ, мәрхәмәтһеҙерәк. Ябай халыҡты әҙәмгә лә һынамайҙар ине ҡайсаҡ. Сибайҙа уҡып йөрөйөм, түрә малайын арбаһыҙ тракторға бер үҙен ултыртып оҙата, ә мин өшөптуңып, йәйәүләп китәм. Ҡайтыр мәлдә туҡталышта шул уҡ арбаһыҙ трактор көтә юлдашыңды, тик һине түгел…
Хәҙер мине премияларға, маҡтаулы исемдәргә күмеп ташланылар. Мәгәр асманға ашырған ҡыуаныс юҡ, сөнки әсәйем уларҙы күрә алманы… Ошо премия хаҡында улыма шылтыраттым, ә ул былай ти: - Пап, можно я буду награждать девушку! Так будет справедливо и честно!
- Рәхмәт, балам!
Шулай итеп, премияны Йәмилә Тапаҡова ала. Әйҙә ҡыуанһын. Бик күп йылдар үткәс.