Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
27 Июнь 2020, 22:00

«СЕБЕР СӘХРӘҺЕНДӘ ҠАҘАҠТА УҘҘЫРҒАН КӨНДӘРЕМ» Шәйехзада Бабич КӨНДӘЛЕК ЯҘМАЛАР (1913)

Иреккән кеше ни ҡылмай тиһең!.. Иреккән һарт удалай тигән ҡаҙаҡтарҙа һүҙ бар. Яҙырға һүҙ таба алмай аптырап торғансы үҙемде-үҙем тикшереп үтеү кәрәк. Әйҙә, яҙыуҙарҙан бер яҙыу булыр. Тикшергәндә башымдан башлап аяҡ осома тикле барып сығырға уйланым...

Китаптан күрепмелер, кешенән ишетепмелер, ни булһа ла, ағайым әйтә торғайны: «Башы артҡа сыҡҡан кеше артыҡ аҡыллы, сабырлы була; башы алға сыҡһа, артыҡ зирәк вә хәссәс була һәм дә ослайған башлы кеше артыҡ хыялланыусан вә уйға батыусан була», — ти торғайны. Мин үҙ башыма ҡарап ошо һүҙҙең ысынлығына ышанғайным. Сөнки минең баш ни тиклем осло булған кеүек, уйымдың да осо-ҡырыйы юҡ. Башыма бер ҡурҡыу төшөп уйланған ваҡытта яхут нәмәнә тәьҫирләнеп, хыял донъяһына сумған ваҡытта донъямды онотам. Күҙ алдым томалана, һаңғырау кеше кеүек, һүҙҙе ишетмәйем...
Ҡутыр, таҙ, беләш кеүек нәмәләрҙән, Хоҙайға шөкөр, башым сәләмәт. Әммә ауырыған ваҡытымда күберәк ауырыуым башымда була. Бәләкәй саҡта баш ауырыуы мине нисә тапҡыр түшәккә йыҡҡайны. Был яҙ башым ике мәртәбә ауырыны. Ләкин заһири сәбәптәре бар ине: эҫе һуғыу, йоҡо ҡалыу. Ҡайһы ваҡытта бер сәбәпһеҙ-ниһеҙ ауырта. Быны мин нервныйлыҡ ғәләмәте тип беләм. Валлаһи әғләм биссауап...
Минең маңлай бик киң дә, бик тар ҙа түгел. Уртаса. Беҙҙә халыҡ: «Маңлайы тарҙың холҡо тар була», — ти. Быға ҡарағанда, минең холҡом уртаса тиергә ярай. Әммә холҡомдоң уртасамы, түгелме — тәғәйен әйтә белмәгәнем кеүек, теге халыҡ һүҙен дә мин ысын тейә ышана алмайым. Минең холҡом бик боҙолорға ла, бик төҙәлергә лә мөмкин. Был мәсьәләне бер Аллаға тапшырҙым. Маңлайым сәләмәт...
Телем ҙур, ялпаҡ, кәйефе килгәндә һөйләргә иренмәй торған тел. Иҫәрләнеп, кеше көлдөрөргә лә ҡулынан килә торған тел. Минең тел әүәл башта ғәйәт тупаҫ вә нәзәкәтһеҙ ине. Һуңға табан донъяны күрә килә әҙерәк шымарырға, төҙәлергә бит алды. Хәйлә, мәкер, тәдбирҙе аҙ-аҙлап белә башланы...
Ике яҡтағы аҙау тештәрем, Алла күрһәтмәһен, бысраҡ баҙ шикелле. Ҡаты нәмәләрҙе сәйнәй алмайым. Йәштән шәкәр ашап үҫкән, шулай булмай хәл юҡ шул...
Елкәһе соҡор кеше ялҡау була, тиҙәр ине. Был һүҙ ялғандарҙан булған бер ялған. Хәлбүки, елкәм тип-тигеҙ булһа ла, мин ялҡауҙарҙан булған бер ялҡау. Елкәм киң түгел, тар, оҙон.
Әлхәмделилла, ике күҙем дә бар, сәләмәт. Әммә елгә ҡаршы күҙҙән йәш килә һәм йыраҡтан артыҡ күрә алмай. Әлбиттә, бының сәбәптәре үҙемдең һаҡһыҙлығым һәм керпектең бик аҙ вә бик һирәклеге булһа кәрәк, тип уйлайым. Һул күҙемә бик ныҡ аҡ төшөү сәбәпле, атай мине докторға илтте. Бер аҙна ябып, көскә төҙәлде. Шул сәбәптәндер ки, һул күҙем яҡындан да бик асыҡ күрмәй. Ялтырап торған нурлы ҡара күҙ миңә мөйәссәр булмаһа ла, сәләмәт торғанына ҡыуанам...
Минең сәсем һары. Бинаән, ғәләйһи, килешһеҙ. Үҫтениһә, бумала кеүек туҙып тороуҙан башҡа эше юҡ. Үҙе тағы ебәк шикелле йомшаҡ...
Ҡолағым сәләмәт, бик яҡшы ишетә. Ләкин бик ҙур һәм ҡалҡайып тора. Ҡайһы бер ҡаҙаҡ «ҡалҡан ҡолаҡ мулла» ти.
Ауыҙым бәләкәй ауыҙ түгел, күҙ теймәһен!
«Эй, торна!» — тип мыҫҡыл итә ине мине малайҙар. Ваҡиған, мыҫҡыл итерлек тә бар. Буйым кеүек муйыным да оҙон. Муйынды бөгөп йөрөгәндән шулай оҙонайған булһа кәрәк. Хыялый әҙәмдәр кеүек галстук кейә башламаһам, оҙон муйынды һерәйтеп йөрөүе ҡыйын булыр ине...
_________
Заһири — билдәле.
Тәдбир — алдан күреү.

Сығанаҡ: Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1994. — 640 бит.
Читайте нас