Әлеге мәлдә егет өсөн һынау осоро – Ишембай ҡалаһының Зәки Вәлиди исемендәге 2-се һанлы гимназияһында БДИ тапшырып йөрөй, башҡа ҡаланан булһа ла, “Ашҡаҙар” менән һәр саҡ бәйләнеш-тә тора. Хәйер, һүҙем ул хаҡта түгел, яңыраҡ Роберт, ысынлап та, ҡулына “Ваҡыт” исемле шиғри йыйынтығын алды. Күләм бер, йыйынтыҡтың эстәлеген “ҡапшағанда”, әҙәби тәнҡитсе булмаһам да, “шағир тыуҙы” тип ҡыуанып ҡуям. Фәлсәфәүи лирикаһы көслө, рухиәтебеҙҙең иң нескә ҡылдарын уятыусы әҫәрҙәре ышандыра (Мин анһатҡа ғына һалышмам, елгә ҡаршы бороп йөҙөмдө, яҙмыш менән бына алышам). Рифма менән ритмдан бигерәк образ менән идея тип янһа ла, Роберттың строфаларын төҙөк тип атарға булыр ине (Йөрәгемдә ҡурай моңон йөрөткәс, тим, һары сәсле, зәңгәр күҙле башҡортмон мин!) Йәшлегенә күрә, өйрәнсек булып ҡалыуҙы хуп күрмәй, тырыша. Шулай ҙа башҡа темалар буйынса камиллашаһы алда әле. Нисек кенә булмаһын, һүҙендә торҙо егет! Быға уның «Йәшлек» гәзите иғлан иткән Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар бәйгеһендә икенсе урын яулауы үҙе асыҡ дәлил.
Был тәңгәлдән ижади остазы, уҡытыусыһы, билдәле шағирә Ғәлиә Кәлимуллинаның хеҙмәтен дә телгә алып китеү урынлы булыр ине.
Оло тормош юлына саҡ аяҡ баҫҡан маҡсаттарға ынтылыусан егеттең барыһы ла алда әле, яҙыр шиғырҙары ла, яулайһы үрҙәре лә. Иң мөһиме: һайлаған юлынан, юл тотҡан ҡиблаһынан тайпылмаһын. Уңыштар һиңә, башҡорт егете Горбунов!
Рәмил МАНСУРОВ.
Төшкә инде ғүмер карабы,
Штурвал тотҡан яҙмыш-капитан.
Елдәр өҙгөләйҙәр елкәнде,
Сайҡала тәжрибә – тулҡындар.
Ҡайҙа ҡарай йөҙә был карап,
Бармы йондоҙ юлдан яҙҙырмаҫ?
Елкәндәрҙе борам ел ыңғай,
Әйталмайым: улар аҙҙырмаҫ...
Елдәр һынай ғүмер карабын,
Өҙә-йолҡа улар елкәнде.
Мин йөҙөмдө борам, улар – ныҡ,
Әсеттерә генә елкәмде!..
Ел ыңғайы – еңел, һүҙем юҡ,
Елә генә тормош карабы.
Сат йәбешеп елкән-хыялға
Бараһы ла алға бараһы!
Карап ҡына түҙһен, сыҙаһын,
Мин анһатҡа ғына һалышмам.
Елгә ҡаршы бороп йөҙөмдө,
Яҙмыш менән бына алышам.
Яҙмыш түгел, түгел капитан!
Штурвалында мин бит караптың!
Рәхмәт, яҙмыш!
Минең елкәнде
Һин бит көслө итеп яраттың!
Нисәнсе төн мин һаҡтамын,
Уйҙар – бөтмәҫ ғазаптар...
Аң йоҡламай. Бөгөн тағы
Төн-Йыһанды ҡутарҙым.
Һаман ҡурҡам киләсәктән,
Бер аяғым – үткәндә.
Бөгөнөмдә йәшәр өсөн,
Етмәй әле тәжрибә.
Үткәндәргә күҙ һалғанда,
Томалана күңелем.
Киләсәккә талпындыммы –
Томанлана күҙҙәрем.
Дау-яу яланында аңым,
Ҡасан бөтөр шул дау-яу?
Ҡасан шағир күңеленә
Булыр был донъя аяу?!
Ниндәй гонаһ ҡылдым икән,
Нишләп сирләй күңелем?
Кем ебәргән миңә ҡарғыш –
Ошо шағир ғүмерен?..
Атам – урыҫ, әсәм – башҡорт,
Ә кем һуң мин?
Башҡорт ҡаны – хәтеремдә,
Башҡортмон мин.
Күҙем – зәңгәр, сәсем – һары,
Урыҫмын мин.
Атам – урыҫ, әсәм – башҡорт,
Йә, кем һуң мин?
Урыҫ ҡаны йөрәгемдә ағалыр ҙа.
Башҡорт ҡаны йөрәгемде
Ҡағалыр ҙа.
Сал быуаттар тарихынан
Һорайым мин.
Атам – урыҫ, әсәм – башҡорт,
Йә, кем һуң мин?
Йөрәгемдә ҡурай моңон
Йөрөткәс, тим,
Һары сәсле, зәңгәр күҙле
Башҡортмон мин!
Һалдат ғүмере
нисә һум?
Һәр йәҙрә минән ҡан һорай!
Д.Юлтый «Ҡан баҙары»
Һалдат ғүмере нисә һум?
Илле һум – патрон хаҡы.
Һалдат белә был нисбәтте,
Бурыс хаҡы, ай, ҡаты!
Һаҡлау бурысы бар, беләм,
Талау ҙа бурысмы ни?
Һаҡлауға ла, талауға ла,
Бер хаҡ, бер ҡоросмо ни?!
Һуғыш – баҙар, ҡан баҙары,
Хаҡ әйткән Юлтый ағай.
Был баҙарҙа илле һумлыҡ
Йәҙрәләр ғүмер һайлай...
Ғ. Әлмөхәмәтовтың «Сайҡалалар кәмәләр» йырын тыңлағандан һуң...
Һәйкәл ҡуйығыҙ! Хәтер һәйкәле!
Хәтерһеҙ бит мәрмәр таштар.
Һәйкәл кеүек, хәтер тере булһа,
Онотолмаҫ тарих, яҡташтар...
Ил тарихы, эйе, китаптарҙа,
Ил тарихы – тере! Тере һүҙ!
Ул һыҙлана, илай, ғазаплана,
Шуға тарих яҡын, ғәзиз, үҙ...
Ил тарихы тере генә моң ул,
Ил тарихы һәр саҡ биләүҙә.
Бишек йыры итеп көйлә уны,
Хәтерҙә «сайҡалһын кәмәләр...»