Һәр ике яҡтың да егет менән ҡыҙға белдергән дәғүәләре бер төрлө һәм ҡәтғиләрҙән ҡәтғиерәк яңғыраны: “Беҙ һеҙҙең өйләнешеүегеҙгә ҡырҡа ҡаршы. Сөнки һеҙ – яҡын туғандар. Башҡорттоң борондан ҡалған йолаһы буйынса егет менән ҡыҙға, ете ата айырмайынса тороп, өйләнешеү яҙыҡ, гонаһ. Һеҙҙе дүрт ата ғына айыра. Әгәр ҙә был
юлға барһағыҙ, балаларығыҙ зәғиф булып тыуасаҡ, ике яҡтан да тоҡомобоҙ ҡороясаҡ. Картуфтың картуфының бер үк сортлыһын бер үк ергә йыл һайын сәсһәң, ҡоторлаҡҡа әүерелә. Беҙгә аҡылы зәғиф, бәләкәй буйлы, йәмһеҙ ейән-ейәнсәрҙәр кәрәкмәй. Шуға күрә беҙ һеҙгә бер нисек тә фатиха бирә алмайбыҙ, ана, кеше бот сабып көләсәк...”
Ата-әсәләренең бындай дәғүәһе егет менән ҡыҙҙы, киреһенсә, оторо ярһытып ҡына ебәрҙе. Бындай һүҙҙәрҙе ишеткәндән һуң улар икеһе ярты көнгә юғалып торҙо. Аҙаҡ һәр икеһенең ата-әсәһе ҡашына килеп, икеһе бер тауыштан ятлап тиерлек алған бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы: “Атай-әсәй! Боронғо ғөрөф-ғәҙәтегеҙ менән үҙегеҙ генә йәшәгеҙ. Хәҙер ундай замандар үтте. Беҙ бер-беребеҙҙе бала сағыбыҙҙан алып
яратабыҙ. Бөгөн килеп шуны аңланыҡ: бер-беребеҙһеҙ йәшәй ҙә алмайбыҙ. Беҙҙең мөхәббәткә бер кем дә ҡаршы тора алмаясаҡ. Әгәр ҙә рөхсәт итмәһәгеҙ, фатихағыҙҙы бирмәһәгеҙ, бәхетебеҙҙе үҙебеҙ ҡорасаҡбыҙ, Себергә, кәрәк икән сит илгә сығып китеп, үҙебеҙгә нисек кәрәк, шулай йәшәйәсәкбеҙ һәм барыбер бәхетле буласаҡбыҙ...”
Ауылдың өлкән йәштәге кешеләрен йәлеп итеп өгөтләүҙәр, аңлатырға тырышыуҙар бер нисек тә ярҙам итмәне. Хатта Иршат менән Зәлиәгә мәктәптә биологиянан һабаҡ биргән уҡытыусының “Төрҙәр анатомияһы, яҡын ҡандар ҡушылыуы паталогияһы” тигән бер сәғәтлек лекцияһы ла егет менән ҡыҙҙың бер ҡолағынан инеп, икенсеһенән ситкә сығып осто. Хатта заттарының шәжәрәһен дә төҙөп биреп ҡаранылар. Файҙаһыҙға. Уларҙың бер дәлиленә йәштәр ун дәлил менән яуап ҡайтарҙы. Шуларҙың иң замансаһы һәм кире ҡаҡҡыһыҙы: “Ышанмаһағыҙ, ана үҙегеҙ
ауыҙ һыуығыҙ ҡоротоп яратып ҡараған Европа телесериалдарында ике туғандарҙың өйләнешеүе ҡәҙимге күренеш итеп ҡабул ителә...”
Егеттең ата-әсәһе Ҡадир менән Кәримә, ҡыҙҙың ата-әсәһе Самат менән Ғәлиә һуңғы сиктә шундай ҡарарға килде: берҙән-бер юл - Насибулла муллаға мөрәжәғәт итергә. Уларҙан ауылынан алыҫ булмаған Ҡаҙыршала йәшәй оло йәштәге аҡһаҡал. Ярҙам итә алһа, тик уның ғына ҡөҙрәте менән йәштәрҙе был яҙыҡ аҙымға барыу уйынан кире дүндерә алырҙар.
Насибулла мулла уларҙың районында ғына түгел, ғөмүмән, төбәктә һәм
республикала, унан ситтә лә киң танылған абруйлы дин әһеле, арҙаҡлы шәхес, ил ағаһы. Төбәктә уның кешеләрҙе һауыҡтырыу, төрлө сирҙәрҙән арындырыу һәләтенә бәйле легенда-риүәйәттәр йәшәй. Уның хаҡындағы бәйәннамәләрҙең араһында шундайҙары ла бар: “Насибулла шәпле мулла, өшкөрөү, доға ярҙамында ғына түгел, донъяуи аҡылы, тормош тәжрибәһе, кеше тәбиғәтен тәрән белеүе, кинәйә, ымишара, кәрәк саҡта мәрәкә һүҙе ярҙамында әллә күпме кешене тормошонда яҙыҡ аҙымдан ҡурсалап алып ҡалған әүлиәләр затынан ул...”
Йәки булмаһа: “Бер мәл үҙ-үҙенә туҡтауһыҙ ҡул һалған берәүҙе Насибулла муллаға алып килгәндәр. Дин әһеле тәүҙә ат егеп арбаһына тегене ултыртып тауҙар ашаһына алып киткән. Бер урынға барып сыҡҡас атын туғарып менгән дә, һыбай килеш ҡулына сыбыртҡы алып, тегене ҡыуып йөрөтә, баҫтыра башлаған. Төнө буйына
артынан ҡыуалаған, саҡ ҡына туҡтап ҡалһа, сыбыртҡының осо тегенең янбашын тағы яндырып алған. Һуҡҡан һайын мулла унан: “Тағы ла шулай итәһеңме?” – тип һорай икән. Теге әҙәм тәүҙә муллаға төрлөсә янап маташҡан да, һыбайлы тағы ла ҡатыраҡ эләктерә башлағас, ахыры: “Юҡ, мулла олатай, бүтән улай итмәйем, валлаһи”, - тип илай-илай ялбара икән. Таңға телен арҡыры тешләп, ахмалға төшкән
ир, мулланың менгеһе лә шыбыр тиргә батҡан. Таң атып килгәндә илай-илай тәүбәгә килгән үҙ-үҙенә ҡул һалыусы һәм был сиренән ҡотолған. Мулланың бындай ысулының хикмәте шунда: кешене сыҙай алмаҫлыҡ үтә ауыр хәлгә ҡуйғанда ғына ул йәшәүҙең, ғүмерҙең ҡәҙерен шул тиклем аңлай икән...”
Балаларының яҙмышы өсөн уғата борсолған ата-әсәләр Насибулла
муллаға кисекмәҫтән барырға ниәт итте. Иртәгәһенә үк Ҡадирҙың машинаһы менән аҡһаҡал йәшәгән Ҡаҙырша ауылына барып та еттеләр. Бәхеттеренә мулла ҡырҙа йылҡы көтөп йәйләүсе фермер улы янынан ҡайтып ҡына тора икән. Тәүҙә килеүселәр алдына йола буйынса аш-һыу ҡуйылды, ҡарттың йәйләүҙән алып килгән йәш ҡымыҙынан да ауыҙ иттеләр.
Янына килеүселәрҙе ике һүҙҙән аңлап өлгөрҙө мулла. Ыңғайы бер
шундай тәҡдим дә индерҙе:
–Мин иртәгә иртүк йәйләүгә кире китәм. Балаларығыҙҙы иртә таңдан миңә ебәрегеҙ.
Йәйләүгә минең менән барып ҡымыҙ эсеп, ял итеп ҡайтырҙар...
Ҡарт шулай тине лә, һүҙем тамам, тигән ишара менән әпәр итеп ҡулын һыпырып та ҡуйҙы. Бына һиңә кәрәкһә! Ғәҙәттән тыш етди мәсьәләгә шулай еңел генә ҡараймы икән ни был атаҡлы Насибулла мулла тигәндәре? Уның ошондай анһат ҡына тәҡдименә риза булмаған ата-әсәләр ни тип әйтергә лә белмәне. Бер-береһенә ҡарашты. Ыҡ-мыҡ килде. Улар мулланан бөтөнләй икенсе төрлө һүҙ, оҙон-оҙаҡ вәғәз
көткәйне. Барыһы ла башын түбән эйҙе. Һуң, атаҡлы муллаға ҡаршы һүҙ күтәреп ултырырғамы ни? Шулай ҙа Ҡадир һүҙһеҙ ҡала алманы.
–Һуң, Насибулла ағай, беҙ бит һиңә аңлаттыҡ. Иршат менән Зәлиә яҡын ғына туғандар. Ана ултырған Самат минең ике туған ҡустым. Уларға өйләнешергә һис ярамай...
–Ә һин, ағай, уларҙы ҡунаҡҡа саҡырып, фатиха бирергә, ял итеп ҡайтарырға итәһең...
– Быныһын инде Зәлиәнең атаһы Самат өҫтәп әйтте.
Саматтың үҙенә үпкә белдергән һымаҡ әйтелгән һүҙҙәрен Насибулла мулла бик еңел ҡабул итте. Һәр хәлдә, һиҙҙермәне. Сәсрәп китмәне. Йотто. “Балаларығыҙға кескенә сағынан тәрбиә бирмәгәнһегеҙ, ә үҙегеҙ килеп миңә үпкә белдереп ултыраһығыҙ. Үҙүҙегеҙгә үпкәләгеҙ” тип тә әйтә ала ине ул. Сытыймай ҙа әйтер ине. Әммә икенсе бер
нәмәне аңлап тора аҡһаҡал: ата-әсәләрҙе уның янына балаларының киләсәге өсөн сикһеҙ хафаланыу, борсолоу алып килгән. Шуға күрә Саматтың һаҡһыҙыраҡ әйтелгән һүҙҙәренең сәбәбен дә аңлай мулла.
–Иншалла, бик ваҡытлы килгәнһегеҙ. Мин шуның өсөн дә балаларығыҙҙы иртәгә бында ебәрегеҙ, тинем бит. Ҡалғаны минең хәстәр...
Һикһәнен тултырһа ла, һаман да төҫ-һын ташламаған, баһадир кәүҙәле, күҙ ҡараштарына тәрән тормош аҡылы һеңгән аҡ һаҡаллы нурлы ҡарттың был һүҙҙәрен ишеткәндән һуң егет менән ҡыҙҙың ата-әсәләренең күңеленә йылы йүгергәндәй булды. Ҡарттың әле үҙе генә белгән сараһын улар легендаларҙа ғына һөйләнелгән
кирәмәтенә бәйләне. Самат ҡыҙыулыҡ менән әйтелгән һүҙҙәре өсөн мулланан ғәфү үтенергә ынтылып-ынтылып ҡараны ла, хужаның һис бер үпкәләүҙе белмәгән сифатын күҙ-ҡараштарын аңлап, кире тыйылды.
Ҡунаҡтар Насибулла муллаға һәм үҙҙәрен самауыр сәйе менән һыйлаған Зөләйха абыстайына рәхмәт әйтеп, ҡайтыр яҡҡа юлланды. Юлда ҡайтҡанда үҙ-ара килешеп, шундай фекергә лә килделәр: Насибулла мулла янына Иршат менән Зәлиә Ҡадирҙың машинаһында үҙҙәре генә барасаҡ.
х х х
Иршат менән Зәлиә ата-әсәләренең көтөлмәгән тәҡдименә атҡа менгәндәй ҡыуанды.
Нимә генә тимә, уларҙы Ҡаҙырша ауылындағы данлыҡлы Насибулла мулла олатай үҙе ҡунаҡҡа саҡырып хәбәр әйтеп ебәргән бит. “Мин уларҙы ике көнгә саҡырам, йәйләүгә апарам” тип тә әйткән, етмәһә.
Йәштәр был хәлде ата-әсәләренең өйләнешеүҙәренә ризалығы итеп тә ҡабул итте.
Тимәк уларҙың араһындағы боҙлоҡтоң ирей башлауына ишара был. Өйләнәсәктәр, бәхетле ғаилә ҡорасаҡтар. Атаһының Ҡаҙыршаға барыр өсөн машинаһын улына ышанып тапшырыуы Иршатты сикһеҙ ҡанатландырҙы. Ул иртә таңдан һөйгәнен өйҙәренән барып алды ла, юлға сыҡтылар. Уныһы ла, әллә ҡасан уҡ тороп әҙерләнеп көткән. Бына бит, тип уйланы йәштәр, барыһы ла ыңғай яҡҡа китеп бара. Икенсенән,
әле яңы урта мәктәпте тамамлаған егет менән ҡыҙ алдарындағы тотош ғүмерҙе тәшкил иткән киләсәктәре хаҡында бер ни уйларлыҡ хәлдә лә түгелдәр. Иң мөһиме: улар бер-береһен үлеп ярата, ә яратышҡан кешеләр мотлаҡ ғаилә ҡорорға тейештәр.
Ә ҡайҙалыр уҡырға барыу, һөнәр үҙләштереү мәсьәләһенә килгәндә, улар шулай уйлай: кеше тормошонда иң төп хәҡиҡәт – ул мөхәббәт, мөхәббәт бар урында кешегә бер нәмә лә ҡаршылыҡ була алмай. Етмәһә, хәҙерге заманда үҙенең алған юғары белеме буйынса эшләй алған кешеләр юҡ кимәлендә...
Тағы ла... Быныһын инде ғашиҡтар тик үҙҙәре генә белә... Бер-береһенә әйтмәһәләр ҙә... Тап улар Насибулла мулланың йәйләүендә ҡушыласаҡтар... Таҡтан йоп буласаҡтар... Шуның рәхәтлеген татыясаҡтар... Бер-береһен иң яҡындан тороп беләсәктәр... Улар бындай ҡарарға әллә ҡасан уҡ килгән... Тик бына күңелдәре көҫәгән сәхрә, йәйләү ауҡанлығы, романтик ерлек кенә бығаса осрамағанлыҡтан
ҡушылыуҙы ошоғаса һуҙып килделәр. Икәүләшеп бергә рәхәтләнеү мөҙҙәтенең килере ҡотолғоһоҙ ысынбарлыҡ, әммә ул мәл оҙаҡлаған һайын ләззәтенең дә көсәйә барыуын тоя улар. Дөрөҫөн әйткәндә, егеттең ярһыулығын ошоғаса көскә тыйып килде ҡыҙ, төндә инде ул ҡаршы тора алмаясаҡ...
Иршат менән Зәлиәне Насибулла мулла үҙе үк урамға сығып, ихата ҡапҡаһын ҙур итеп асып, ололоҡлап, әйҙүкләп ҡаршыланы. Оло башын кесе итеп.
–Рәхим итегеҙ, йәштәр, килеп бик йәтеш иттегеҙ. Әбей, әбей, тим, самауырыңды яңырт, көткән ҡунаҡтарым килде, - тине лә ҡарт, еңел машина ихатаһына уҙып ҡунаҡлағас, ыңғайы бер ҡапҡаһын ябып та ҡуйҙы.
Шундайын оло, абруйлы кешенең үҙҙәрен шул рәүешле итеп ҡаршылауынан Иршат менән Зәлиә юғалып ҡалды. Көтмәгәйнеләр. Ихатаға инеп машиналарынан төшкәс тә, ғәйепле кешеләй баштарын эйеп тора бирҙеләр.
Йорт хужаһы егет менән ике ҡуллап күреште, ҡыҙҙың иһә арҡаһынан һөйөп ҡағып ҡына ҡалды.
–Һаумы, олатай...
–Әйҙә, тәүлә инеп инәйегеҙҙең сәйен эсеп алайыҡ та, артабан мин һеҙҙе йәйләүгә апарам...
–Йәйләүгә? Хәҙер үк китәбеҙме? – Егет менән ҡыҙ мулланың был тәҡдимен ҡыуанып ҡабул итте.
Сәй эскәндән һуң Насибулла мулланың тәҡдиме буйынса йәштәр машинаны уларҙың ихатаһында ҡалдырып, йәйләүгә ат арбаһына ултырып киттеләр. Иршат мулла олатаһына ат егеште, Зәлиә Зөләйха инәһенә үҙҙәре менән алып китергә тейеш булған әйберҙәрҙе, әүҡәт-монаятты төйнәште.
Ҡунаҡтар Ҡаҙыршаға килеп төшкәндән һуң бер сәғәт үтеүгә келтер-келтер йырлаған арба тауышын тыңлап, йәйләүгә табан китеп баралар ине инде. Көн салт аяҙ. Арбаға егелгән күк байтал һарҡыу ерҙәр осраһа, йүгереп бара ла, үргә тартылғанда атлауға күсә.
Насибулла олаталары апаруҡ ер барғанса бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Оло кеше шым барғас, йәштәр ҙә уға һүҙ ҡатыуҙы әҙәпһеҙлек тип тапты. Байтаҡ юл үткәс, хужа кеше егет менән ҡыҙҙы берсә һағышландырып, берсә шатландырып, ишетелер-ишетелмәҫ итеп халыҡ йырҙарын һуҙа башланы:
Әрмеләргә китеп сәс еткерҙем,
Сәскенәйем етте лә үрмәгә...
Уның тауышы арбаның дыңғырлағына ҡушылып үҙенсәлекле оркестрҙы барлыҡҡа килтергәндәй. Өҫтәүенә, арба тәгәрмәстәренең кәлтәңләп берсә өҫкә-аҫҡа, берсә яняҡҡа тайшанып һелкенеп килеүе мулланың тауышын һиҙелер-һиҙелмәҫ ваҡ-ваҡ тулҡындарға бүлеп ыҡсымлай төҫлө. Бындай бүленеш йырсының көслө булмаған
моңло тауышын тик боронғо йырҙарға кәрәкле һығылмалы боролоштарға көйләгәндәй. Хәс тә көйҙө оҙата барыусы гармун, ҡурай кеүек арба дыңғырлағы. Иршат менән Зәлиә тәүге тапҡыр ошондай кисерештәр солғанышында. Ҡарәле, тип уйлайҙарҙыр әле, моғайын да, егет менән ҡыҙ. Быға тиклем улар “ат, арба” тип кенә
белгән кешелек тарихының иң боронғо дәүеренән алып һаҡланып ҡалған транспорт төрө Насибулла олаталарының йыры менән ҡушылғанда шундайын мөғжизәгә әүерелә ала икән. Йәштәр бығаса өнәп еткермәгән боронғо халыҡ йырҙары тап ошондай рәүешле башҡарылған сағында шундайын зауыҡлы, йәнде илерткес
яңғырашлы икән. Насибулла ҡарт бер йырҙы тамамлауға икенсеһен башлап та ебәрә:
Ялан ғына ерҙән болан килә,
Уйһыу ғына ерҙән, ай, түтә, тип,
Зөлхизә...
Бығаса барлыҡ халыҡ йырҙары ла бер-береһенә оҡшаш, бер көй менән башҡарыла тип уйлай ине йәштәр. Баҡтиһәң, “Әрме” менән “Зөлхизә” бер-береһенә бөтөнләй оҡшамаған, икеһе ике төрлө аһәңле икән дә.
Иршат менән Зәлиәгә шул тиклем рәхәт тә, икенсе яҡтан уйлаһаң, ата-әсәләре менән өйләнешеү мәсьәләһе буйынса тартҡылашыуҙарын күҙ алдына килтерһәләр, ҡыйын да. Барыбер ҙә улар ата-әсәһенә оло рәхмәтле. Тәүҙә улар риза булмайынса ҡыланған ғына икән. Ә үҙҙәре Ҡаҙыршаға килеп, Насибулла мулла менән һөйләшеп-килешеп,
уларға ана ниндәй никах алды сәйәхәте ойоштороп йөрөгәндәр. Аңламаҫһың уларҙы. Һәр хәлдә, Насибулла олаталары һуҙған йыр тәьҫиренә бирелгән егет менән ҡыҙ әлегә тик ошо хаҡта ғына уйлай ала. Башҡаса мөмкин дә түгел. Тимәк, олаталары йәйләүгә барғас та, уларға тағы ла мөғжизә бүләк итәсәк. Улар ошо мәлдә йәйләү юлының һәм ҡарттың йырының мәңгегә һуҙылыуын теләй.
Тик улар Насибулла мулланың йыры аша күңелдәренә уйылған һағыштың асылын ғына аңлай алырлыҡ түгел. Быға, моғайын да, икеһен бер хисле, бер уйлы иткән тойғо ҡамасаулайҙыр. Барыбер ҙә юлға сыҡҡандан алып бер һүҙ ҙә ҡатмайынса, бәғерҙәрен өҙөрҙәй итеп моң аша ишара, кинәйә ташлауы барыбер ҙә аңлашылып торғандай. Хикмәте булмай ҡалмаҫ тота килеп, юлыңғай ғына башҡарылған йырҙарҙың. “Донъяла бер нәмә лә осраҡлы түгел, һәр бер осраҡлы күренештә
объектив ысынбарлыҡ сағылыш таба...” тип ҡабатларға ярата уларға тарихтан һабаҡ биреүсе уҡытыусыһы...
Әммә ситтән ҡараған кешегә генә ул шулай тойолалыр, сөнки
олаталарының моңона һағышланһалар ҙа, Иршат менән Зәлиә бөгөн шат. Бөгөн уларҙан да бәхетле кеше юҡ донъяла. Улар йәйләүгә ҡушылырға тип китеп бара... Юлдың башы бар ҙа, аҙағы бар. Ат ҡыуыусы әллә бишенсе, әллә алтынсы йырын һуҙа башлауға йәйләүгә барып та еттеләр.
Уларҙы ап-аҡ ҙур эт абалап ҡаршыланы. Тәүҙә йән-фарман сабып килә бирҙе лә, хужаһының атын һәм үҙен танығас, ҡойроғон ҡойроҡ аҫтына ҡыҫтыра биреберәк, тик эт лөғәтендә генә аңлашылған ишара яһаны. Ә инде арбалағы ике ят кешене күргәс, ҡабаттан бер-ике тапҡыр өрөп алды. Яңы кешеләргә кемдең йәйләүҙә төп йән эйәһе, хужа икәнен аңғартырға теләне буғай. Кем генә булһағыҙ ҙа, әллә кем түгелһегеҙ,
йәнәһе. Мин һеҙгә тауышымды әрәм итеп өрөп тә тормайым. Хужамдың арбаһында килгәс, моғайын да, яман эсле түгелһегеҙҙер...
–Себә, Етебал, әллә беҙҙе танымайһыңдамы? – Насибулла мулла мәтриләп этенә бармаҡ янап алды. –Ҡунаҡтар килә, бар, тегеләргә әйтә тор, ҡаршы алһындар...
Етебалға шул ғына кәрәк булған икән. Ул атҡа ҡаршы килгән тиҙлектән тағы ла шәберәк сабып китеп, йәйләү уртаһында ултырған кескәй йорт янына барып, ундағыларға эт лөғәтендә ни хаҡындалыр йәүкәләп өрөп алды. Шунан һуң, инде минең өҫтән бурыс төштө, тигәндәй кинәйә менән йорт янындағы кескәй аласығына инеп боҫто.
Арбанан төшөп бот-арҡа яҙып алғас, Насибулла мулла атын туғарырға кереште.
Иршат менән Зәлиә иһә фермерҙарҙың торағын күҙ уңынан үткәрҙе. Уҫаҡтан бурап эшләнгән йорт ыҡсым ғына күренә. Йорт янындағы башы көпләнгән һәндерә аҫтында ризыҡланыр өҫтәл, ағас ултырғыстар күҙгә ташлана. Шундағы ҡайынға ҡулйыуғыс беркетелеп ҡуйылған. Йорттан йөҙ аҙым ситтә ялан кәртә, уның бер яҡ ситендә бейә һауыр өсөн махсус урындың башы ҡапланған. Ялан кәртәнең арғы осондағы тағы ла бәләкәйерәк кәртә эсендә ҡолондар, тағы ла айырым бер
бүлемендә өс баш йылҡы малы күренә. Шунда уҡ егеүле ат арбаһынан ир кеше менән ун-ун бер йәштәр самаһындағы малай айырып бикләнгән йылҡы малдарына бесән бушата. Улар йорт янына килеп етеүселәрҙе күреп ҡалды ла, был яҡҡа килә башланы. Былары Насибулла мулланың фермер улы Әнүәр менән ейәне Садиҡ икән.
Улар менән күрешкән арала йорт артынан ҡулына күнәк тотҡан ҡатын килеп сыҡты.
Үҙенең йылмайыуы. Башына килешле итеп аҡ яулыҡ ябынған. Өҫтөндә ап-аҡ халат.
Егет менән ҡыҙ шундуҡ таныны: ауылда саҡта мулланың абыстайы Зөләйха инәй телгә алған Әнүәр улының ҡатыны, бейә һауыусы Сәлимә икән.
–Ҡайным, һаумы, бәй, ҡунаҡтар ҙа бар икән. Хәҙер мин һеҙгә һыуһынға һаумал ҡымыҙҙы ауыҙ иттерәм.Эсә тороғоҙ, хәҙер самауырым ҡайнап сығыр...
Сәлимә башта ҡулындағы биҙрәһен ҡойма бағанаһындағы оло ҡаҙауға элеп ҡуйҙы.