...Редакцияның еңел машинаһына ултырғас:
– Навигаторыңды Ураҡсыға көйлә лә, әйҙә елдерҙек, – тине фотохәбәрсе егет водителгә.
– Алыҫ ҡына, ике йөҙ км күрһәтә, – тине тегеһе.
Анау тиклем конкурс һынлы конкурста ҡатнашҡан ауыл булғас, ара-тирәләгеләрҙән ныҡ айырылалыр. Ныу, шәп материал буласаҡ! – тип шатланды хәбәрсе ҡыҙ. Әйтерһең дә, мәҡәлә ауылда үҙе көтөп тора.
– Беҙ барасаҡ ауылда, моғайын, иген урыу менән мәшғүлдәрҙер. Берәй уңған комбайнер менән дә танышып, уның тураһында айырым яҙырға булыр, – тип һөйләнде хәбәрсе ҡыҙ.
Район үҙәгенә барып еткәнсе ике-өс сәғәт үтеп китте. Ашханала тамаҡ ялғап алғас, йәнә ҡуҙғалдылар. Ураҡсы үҙәктән шаҡтай алыҫ урынлашҡан икән. Асфальттан айырылған машина йомшаҡ, туҙанлы юлға төштө.
Бына, бер аҙ барғас картиналарҙа ғына күрергә мөмкин булған ғәжәйеп пейзаж хасил булды. Фотограф егет машина туҡтар-туҡтамаҫ һикереп төшөп, фотоаппаратын ҡулына алды.
– Бына ҡайҙа ул хозурлыҡ!
– Һауаһы һуң һауаһы!
Ҡала шау-шыуынан айырылған йәштәр тәбиғәт ҡосағына сумды.
– Их, еләкле ялан булған икән дәбаһа. Йәй көнө килгәндә... – тине хәбәрсе ҡыҙ аяғындағы туфлиҙарын сисеп.
Фотограф һары күлдәкле ҡайынды, ҡыҙғылт сәсле миләште, уттай янған балан ағастарын төшөрөп кинәнде, юлдан арыған машина шоферы үләнгә ятып беренсе күргәндәй зәңгәр күккә төбәлде. Ял итеп алғас:
– Бер саҡрымдай ғына ҡалды, ана, йорт түбәләре лә ялтырап күренә, – тип ашыҡты гәзит хеҙмәткәрҙәре.
Ауыл ҙур түгел икән. Ағас йорттар заманса ҡалай тимер ҡоймалар менән дә уратылмаған. Ниндәйҙер сәйер тынлыҡ.
– Кеше-фәлән күренмәй, моғайын урып-йыйыу эшендәләрҙер, – тине хәбәрсе ҡыҙ.
Шул ваҡыт гәлсәр сыңына оҡшаған тауыш ишетелде:
– Сылтыр, сылтырр...
Өсөһө лә һағайып, тауыш килгән яҡҡа ыңғайланы.
– Айй, был бит шишмә, – ҡыҙҙың көлөүе шишмә тауышына ҡушылды.
Өсәүләшеп һалҡын һыуҙан ауыҙ иттеләр. Хлорлы кран һыуынан һуң был хазина зәм-зәмгә тиң ине.
“Нива” машинаһының килеп туҡтағанын да һиҙмәгәндәр хатта. Саф шишмә һыуы менән бит-ҡулдарын сайып алғас, донъяларын оноттолар буғай...
– Һаумыһығыҙ!
Сәстәренә сал төшкән олпат ир ҡул биреп күреште.
– Бына һеҙҙең ауыл тураһында яҙырға килдек, – тине хәбәрсе ҡыҙ.
– Беләм, беләм. Район хәкимиәтенән шылтыратып әйттеләр. Ураҡсы – беҙҙең биләмәгә ҡараған ауылдарҙың береһе. Әйҙәгеҙ, таныштырып китәйем ауыл менән, - тип алдан төштө ағай кеше.
Ғәжәп, ауыл урамындағы һуҡмаҡта хәтфә үлән бер ҙә төҫ ташламаған- йәйгесә йәм-йәшел булып күпереп ята.
– Бына был беҙҙең мәктәп, – тине биләмә етәксеһе. – Мин дә шунда уҡыным, шау-гөр килә инек.
Уның тауышы моңһоу ҙа, һағышлы ла яңғыраны.
“Оҙаҡламай балалар килеп тулыр, уҡыу йылы башланырға һанаулы ғына көндәр ҡалды” тип уйланы хәбәрсе ҡыҙ. Тик мәктәп бинаһының төҫһөҙ таҡталары әҙерәк кәйефен боҙҙо. Ремонтлап өлгөрмәгәндәрҙер, тигән уй үтте башынан.
– Бына был йортта районыбыҙҙың билдәле йырсыһы тыуып үҫкән. Бик һәләтле егет, виртуоз! - тип ғорурлығын йәшермәне ағай.
– Ә бына бында ҡаланан ҡайтып дача төҙөнөләр. Сәнғәт кешеләре үҙҙәре...
Шул ваҡыт трактор тауышы ишетелде. Тыныс ҡына ятҡан ауылға ҡапыл йән кергәндәй булды. Ҡаҙҙар ҡысҡырған, балалар көлөшкән тауыштар яңғыраны. Был ауаздар бөтәһе лә бер йорт ихатаһынан сыҡҡан икән.
– Һаумыһығыҙ, – тип ихлас өндәште йорт хужаһы ҡапҡа алдына сығып. – Әйҙәгеҙ, сәй эсергә, яңы ғына умарта ла ҡараным...
Ҡунаҡтар инәлтеп тормай өйгә инде. Хужабикә өҫтәл әҙерләне. Яңы бал менән хуш еҫле сәй күңелгә ятты.
– “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға ғариза биргәйнегеҙ бит, бына хәбәрселәр килеп тә еткән, – тине етәксе. – Бергәләп, һөйләшеп алаһы ине.
– Эйе, эйе, был конкурс талаптарына ярашлы, халыҡ айыҡ тормош алып барырға, ауылды йәнләндерергә, йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүҙә әүҙем эшләргә бурыслы, – тип теҙеп алып китте хәбәрсе ҡыҙ.
– Ә һеҙҙә ниндәй эштәр эшләнә? – тип фотохәбәрсе егет тә һүҙ ҡыҫтырҙы.
...Ҡояш төшкә ауышты. Урман яҡын булғас, ағас шауы, ҡоштар һайрауы ап-асыҡ ишетелде. Ауылдың уң яғында, алыҫта, комбайндарҙың мөһабәт һындары төҫмөрләнде.
“Ҡараңғы төшмәйенсә баҫыуҙан ҡайтмаҫтар инде. Беҙгә бит кире әйләнеп ҡайтырға ла кәрәк, юл оҙон”, – тип уйланы хәбәрсе ҡыҙ.
Уның уйын һиҙгәндәй:
– Әйҙәгеҙ, йыйылышып пландар хаҡында һөйләшәйек, булмаһа, – тине ауыл хакимиәте башлығы. – Ҡайҙа йыйылабыҙ?
– Бәй, әйҙәгеҙ баҡсаға инәйек, бында еләҫ, урын күп, – тип әйҙүкләне йорт хужаһы.
Баҡсала емеш ағастары, йәшелсә, күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр үҫә икән. Ҡыҙарған помидор, өлгөргән кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр түтәлдәре...
Матур япма ҡороп ҡуйған икән бөтмөр хужа. Эскәмйәләргә ултырғас, хәбәрсе ҡыҙ:
– Тағы бер-нисә йорттан кешеләр саҡырайыҡ, – тине.
Биләмә етәксеһе баҫып һүҙ алды:
– Ҡәҙерле башҡала ҡунаҡтары, хәбәрселәр! Беҙҙең Ураҡсы ауылы элек-электән уңған кешеләре, алсаҡ, яғымлы хужалары менән дан тотто. Тирә-яғыбыҙҙың тәбиғәте – ожмахҡа тиң! Эргәбеҙҙә генә баҫыу-ҡырҙарыбыҙ йәйрәп ята. Йәнгә шифа бирә торған шишмәбеҙ бар. Ниндәй генә гөлдәр үҫмәй тирә-яғында, ул ҡош-ҡорт, кейек-йәнлектәр иҫәпһеҙ-һанһыҙ...
– Ауылығыҙҙа нисә ғаилә, кеше йәшәй? – ҡыҙ блокнотынан айырылмай ғына һорап ҡуйҙы.
– Бер...
Яңылыш ишетәмме тиеп, ҡыҙ башын күтәрҙе:
– Күпме тинегеҙ?
– Мин бер үҙем генә йәшәйем, ҡатыным менән. Ейәндәрем әле каникулға ҡайтҡайны, – тип һүҙ алды йорт хужаһы.
– Ннисек? – тип аяғүрә баҫты хәбәрселәр.
– Шау-гөр килеп торған ауылда тәүҙә мәктәп ябылды, – тип һөйләп алып китте хужа кеше. – Билдәле, мәктәп булмағас, йәштәр ауылда ҡалманы. Былай ҙа ауылыбыҙ ситтә урынлашҡан, баланы ҡайҙа уҡытмаҡ кәрәк?
– Ә колхоз? – тине йөҙө ағарып киткән хәбәрсе ҡыҙ.
Колхоз һүҙен ишеткәс, ирҙең йөҙө ҡапыл балҡып китте, әйтерһең, ҡояш сыҡты. Тик шунда уҡ уны ҡара болот ҡапланымы ни...
– Беҙ күрше ауылға йөрөнөк, дөрөҫөрәге, контора шунда ине. Трактор, машиналар гөрләп эшләне, баҫыу-ҡырҙарҙа иген үҫә, ҡорт баҡсаһында бал ҡорттары бал йыя... Йәйләүҙә һыйыр көтөүе, малдың иҫәбе-һаны юҡ кеүек...
– Бер мәл колхоз-фермаларҙы таратырға ҡуштылар, банкрот мөһөрө тағып, баҙар иҡтисады типме, – ағайҙың тауышы ҡалтыраны. – Беҙ ни, ябай колхозсылар нимә эшләй алабыҙ, ҡушҡас, шулай кәрәктер, тип уйланыҡ. Яйлап-яйлап халыҡ күсенә башланы. Тәүҙә, әлбиттә, кешеләр ауылда мал тотоп йәшәп ҡараны, тик үҙегеҙ беләһегеҙ, ит-һөткә хаҡтар бик түбән. Балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға, уҡытып кеше итергә аҡса мул кәрәк хәҙер.
– Ә һеҙ ниңә ҡалдығыҙ ауылда? – тип һораны шаңҡыған фотограф.
– Мин генә түгел, ҡарт-ҡоро ла ҡалғайны, мәрхүм булып бөттөләр инде, – тине ул.
Хәбәрселәр ни әйтергә белмәй өнһөҙ ҡалды. Иңдәренә ауыр таш һалдылармы ни – бөгөлөп төшөп уйға сумдылар.
– Ә... “Айыҡ ауыл” конкурсы? – хәбәрсе ҡыҙ төп һорауын бирергә ашыҡты.
Ағай тейеш кеше көлөмһөрәп ҡуйҙы:
– Бәләкәй ауылдарға хөкүмәт тарафынан бигерәк ярҙам юҡ. Ә беҙҙең һымаҡтарына бөтөнләй... Бына шуға гәзиттән уҡыным да конкурс хаҡында, ғариза яҙып тултырҙым. Бәлки, еңеп сығырмын...
Ауылыбыҙҙың тарихын, ата-бабаларҙың һөйәктәре ятҡан ерҙәрҙе һаҡлап йәшәп ятам әле. Мин дә уны ҡалдырһам – нимә булыр...
Баш ҡаланан килгән йәштәр ауыл кешеһенә ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та, сәйерһенеп тә оҙаҡ ҡарап торҙо.
– Әгәр еңә ҡалһам, аҡсаһына йылҡы малын үрсетермен тим, – тине ул хыялға бирелеп. – Ат – ҡот арттырыр изге хайуан ул. Бәлки, ҡайтыусылар ҙа булыр. Ялан-ҡырҙар киң, көтөүлектәрҙе һаҡлап ҡалырға кәрәк. Ана, тирә-яҡта сит ерҙәрҙән килеп баҫалар бит... Үҙебеҙ үҙебеҙгә кәрәк, ауыл яҙмышы ҡыл өҫтөндә...
...Ауыр уйҙар менән хушлашты хәбәрселәр. Ауыл урамында япа-яңғыҙ ҡул болғаған иргә ҡарап:
– Бына, исмаһам, илһөйәр! Ысын ауыл кешеһе, – тинеләр.
Иртәнге хозурлыҡ та күҙгә ташланманы ҡайтыр юлда. Һәр кем өнһөҙ-тынһыҙ үҙ уйына батты.
Хәбәрсе ҡыҙҙың шәп материалы гәзит битендә донъя күрерме?