Ашҡаҙар
+15 °С
Облачно
Әҙәби күстәнәс
11 Июля 2020, 11:05

ҠӘЙНӘЛЕК Миләүшә Ҡаһарманова

“Ҡәйнәлекте мин ҡәбергә алып китмәйем, һеҙгә ҡалдырам”, - тигәйне әсәйем бер, уйынлы-ысынлы итеп. Ундай хәлде күҙ алдына ла килтереп булмай кеүек ине. Беҙ һаман йәш булып ҡалырбыҙ ҙа, ҡәйнәләр улар кемдәрҙер икенселәр булыр һымаҡ ине. Әәә... юҡ икән))) килде миңә лә ул көн))) яңы статус алдым.

Әсәйем ҡәйнәһе менән ғүмер буйы бергә йәшәне. Өләсәй бәләкәйҙә беҙҙе ҡараны, өйҙәге бөтөн хужалыҡты алып барҙы, ғаиләнең терәге булды. Беҙҙең барыбыҙҙы ла тигәндәй: “Тап, килен, үҙем көтәм, тап” тип таптырған. Үлем түшәгендә лә атайыма: “Килендән ҡала күрмә...” тип ятты.
Әсәйем һигеҙ киленгә, ике кейәүгә ҡәйнә булды. Килендәре менән серләшеп, төндәр буйына һөйләшеп ултырып, мине хатта көнләштереп ҡуя ине)))

Үҙемдең ҡәйнәм, ҡыҙҙарымдың өләсәһе лә, ғорур тәбиғәтле, киң күңелле, йомарт ҡуллы, булдыҡлы ҡәйнә ине. Ҡаты ғына ҡатын булһа ла, бер ауыр һүҙен иҫләмәйем. Йәш көйөнсә килеп, бөтөн эш-көшкә унан өйрәндем. Һөйләшкәненән алып тамаҡ йүнәтеүенә тиклем оҡшата инем. Минең ҡәйнәм шундай булды.

Кейәүем “ҡәйнәм” тип әйтә алмай әле))) “Һеҙ” тип тик йөрөй. Исем-отчество менән өндәшмәксе ине башта, ҡуйсы, беҙ офиста ултырабыҙмы әллә, тип ҡаршы төштөм. “Был һүҙ һеҙгә тура килмәй, тупаҫ һымаҡ” ти. “Ә һин матур ғына итеп “ҡәйнәм” тип әйтерһең” тинем))) Шулайтып, “ҡәйнәм”гә килештек.
Читайте нас