Йәш саҡтағы тәүге мөхәббәт тип
Егеттәр юҡ беҙҙе илатҡан.
Ауылдаштар араһынан кемдәр
Ғәзиз яҡындарын юғалтҡан?
Баҫыу ҡапҡаһына етеү менән
Күҙҙәремде минең йәш өтә.
Ошо ҡапҡаларҙан яуға киткән,
Сит тарафта ризыҡтары бөткән
Эй, ауылым, ҡайталмаған саҡта
Ғүмер булһа, әллә күпме тағы
Ҡайтыр саҡтарым да бар әле!
Тыуған яҡтың тартыу көсө,
Рәнйеткәнем булды һеҙҙе минең
Ҡырыҫ холҡом менән ир-егеттәр.
Асыу килә: урам тулы хәҙер
Берәҙәк ирҙәр. берәҙәк эттәр…
Концерт килһә. залдар тула бары
Төркөм-төркөм яңғыҙ ҡатын менән,
Улар һымаҡ ҡыҫыр төндәремдә
Күктең ете ҡаттарына менәм.
Эй, ғүмерҙәр, үтеп бара инде
Сикһеҙ төндәр менән таңдар ата,
Ауылдарҙа ирҙәр эсеп ята.
Ҡалаларҙа күпме ҡатын-ҡыҙҙың
Яңғыҙлыҡтан әрнеп эсе яна.
Был хәлдәргә сыҙап кем оталыр?
Кәрт уйыны һымаҡ отолоу юҡ.
Сәсте йолҡоп үкһеп илаһаҡ та
Ошо михнәттәрҙән ҡотолоу юҡ.