Ашҡаҙар
+7 °С
Облачно
Әҙәби күстәнәс
10 Декабря 2020, 07:00

Декабрь календары

Календарҙа бер яҙма бар,Тарихсы яҙған яҙма…

Добавить в предпочтительные источники Google
Тыйһалар-тыймаһалар ҙа
Һаҡланмай баҫам ҡарға.
Тарих тағы түңкәрелә
Кем уйлап тапҡан быны?
Ленин бабайҙай ҡәҙерле
Юлбашсыбыҙҙың һыны.
Башҡорт рухын һындырырға
Юлдар табылып тора,
Ташты-ташҡа ышҡығанда
Уттар ҡабынып тора.
Баш етмәҫлек аҡылдарҙан
Ваҡиғалар ҡуйыра –
Уртаһында йөрөгәнде
Тыуған илдән айыра.
Хөкөм сығарырға иртә
Тарихты тапай-тапай,
Ғәҙелһеҙлек булғанда ла
Бер кемде бер кем һатмай…
Календарҙа бер яҙма бар,
Күңел тыныслыҡ тапмай.
Декабрҙең һалҡынынан
Йөрәгем ярһып сатнай…
Читайте нас