Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Әҙәби күстәнәс
12 Декабрь 2020, 17:16
Мостай Кәрим.
Ҡышын диңгеҙ ярҙан айырылды,Боҙ ҡалдырып артта.Боҙ ирер ҙә, диңгеҙ кире ҡайтырФевралдә йә мартта.
Айырҙы ваҡ асыу ике дуҫты.
Асыу һуҡыр, яман.
Аралары – ер ҙә, һыу ҙа түгел –
Боҙ ҡаплаған ялан.
Кеше кире. Имеш, ирей алмай.
Күңеле бер ҡатһа,
Баш өҫтөндә май ҡояшы янып,
Яндырһа ла хатта.
...Диңгеҙ иһә әйләнә лә ҡайта
Февралдә йә мартта.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"