Шул теләктәр менән торам иртән,
Ҡыҙым, бөгөн тыуған көнөңдә,
Ташып торһон тормош бәхеттәрҙән
Һәм сағылһын көләс йөҙөңдә
Ейәндәрем үҫһен иркәләнеп
Атай-әсәй менән ғаиләлә,
Бергә-бергә ,татыу етәкләшеп
Атлауҙарға Ерҙә ни етә
Изге йәндәр генә булһын инде
Борма-борма ғүмер юлыңда,
Тик шулай ҙа һаҡла күңелеңде,
Хәйләкәр бул ҡайһы саҡтарҙа
Тыуған көнөң йылда шатлыҡ ҡына
Алып килһен алтын көҙҙәрҙә,
Фәрештәләр яҙһын яҙмышыңа
Оҙон ғүмер сағыу төҫтәрҙә!!!