Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Әҙәби күстәнәс
2 Ғинуар 2021, 19:46

Ҡарҙар яуа

Яңы йылдың ҡары яуа,Яуа минең юлдарыма!Аҡ бәхеттәй килеп төшәУлар минең ҡулдарыма!

Күбәләктәй осоп уйнай
Ҡарҙар минең алдарымда,
Һәр бөртөгө ҡабатланмаҫ!
Мөғжизә бит яндарымда!

Аҡ ҡарҙарҙың паклыктары
Күңелемә сафлыҡ бирһен,
Яңы йылым менән бергә
Шатлыҡтар һәм бәхет килһен!

Фәүзиә Ҡотлогилдина - Алтынбикә
Читайте нас