Рәшит атаһынан:
– Атай, ни өсөн һин әсәйемә үпкәләнең?
– Мин әсәйеңә Яңы йылға шәшке туны бүләк иттем, ә ул миңә ҡырынғыстар.
– Һин дә шәшке туны алырға теләгәйнеңме ни?
******
Әсәһе Юлайҙан һорай:
– Яңы йылға ниндәй бүләк теләйһең:
– Бәләкәй генә ҡул дөйәһен!
– Ни эшләтәһең уны?
– Кемгә кәрәк шуға төртөп күрһәтәм дә төкөрөргә өйрәтәм!
*****
– Зифа, Яңы йылға ниндәй бүләк алайым?
– Видеокамера.
– Нимәгә ул?
– Уны тоҡандырып шыршы аҫтына йәшерәм дә, аҙаҡ ҡарайым ниндәй Ҡыш бабай килә икән беҙгә.
*****
Рөстәм атаһынан:
– Атай? Ни өсөн һин кәнфиттәрҙе шыршының иң башына элдең?
– Һин ашамаһын өсөн.
– Ниңә мин уйынсыҡтар кимерергә тейешме ни?