Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Әҙәби күстәнәс
9 Ғинуар 2021, 08:10

МӘҒРИФӘТСЕ

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, шағирә һәм журналист Лариса Абдуллинаның Ғәли Соҡоройға арналған «Мәғрифәтсе» исемле яңы шиғыры.

Төн ҡараһын бүлеп, шәмдәр яна -
Оҙон көнгә һыймаҫ уй-ғәмен
Теркәй Ирәктенең ғалим улы,
Киләсәккә яҙған сәләмен.
Тәсбих тартып, ҡулға ҡәләм алған
Майҡы бейҙең затлы вариҫы.
Меңәр йыллыҡ шәжәрәләр, тарих -
Ата-бабаларҙың мираҫы.
Һеҙ бит урман башҡорттары ерҙә,
Урман-урман һеҙҙең шәжәрә.
Туғанлашҡан бында Балыҡсылар,
Йәлдәк, Ғәйнә, Ҡайпан һәм Гәрәй.
Кем һуң белә ерҙең тыныс мәлен?
Кемдәр белә илдең һил сағын?
Маяҡ булыр һәр бер болғауырҙа
Мәғарифтың янған усағы.
Мәғрифәтсе яҙған хитап һүҙен
Милләттәше йәндә ойотмаҫ.
Һеҙ - аҫаба башҡорт ошо ерҙә!
Һеҙ бит урман башҡорттары илдә!
Ошо хаҡта, вариҫ, онотма!
Ырыуҙашын, гүйә, барлағандай,
Соҡоройҙоң яңғырай ораны:
— Шәжәрәңде, ҡыҙым, беләһеңме?
Ырыуың кем һинең, уланым?
Төн ҡараһын бүлеп усаҡ яна,
Осҡондары оса Йыһанға!
Милли асыл изге хәҡиҡәткә -
Халыҡ хәтеренә буйһонған!

Читайте нас