Шул фекерҙән мәңге баш тартмам мин,
Ни әйтһә лә миңә башҡалар,
Йылғалар күп: миңә иң яҡыны
Эстәрлекәй менән Ашҡаҙар.
Ҡолас йәйеп киләм ҡала буйлап,
Сәскә түтәлдәре ҡала йөҙөн
Серле матурлыҡҡа күмәләр.
Мөхәббәтем сәскә атты бында,
Шуға ла һин – ҡалам ҡәҙерле,
Зәңгәр томандарың иртә-таңдан
Моңһоулыҡҡа күмә бәғерҙе.
Бәғерҙәрем мәңге ҡатмаҫ һиндә,
Бәхетте лә бында аңланым.
Кендек ҡаным һиндә таммаһа ла
Мин мәңгегә һиндә ҡаламын.
Балҡыр өсөн бер тамсыһы булып
Миңә йәшәү биргән ҡаланың,
Ауылымда бөрөләнгән хистәр
Стәрлетамаҡ, һин уратҡан мөхит
Һин биләгән урын ер йөҙөндә