Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Әҙәби күстәнәс
18 Ғинуар 2021, 06:45

ИНСТИТУТЫМ

Исемдәрең нисек үҙгәрһә ләИнститутым булып ҡалаһың,Белемдәрҙең иң-иң юғарыһынБары бында ғына алаһың!

Кемдәр генә үҙ итмәгән һине
Белем-ғилем иле юлында.
Ҡағыҙҙарҙың иң-иң ҡәҙерлеһе –
Зәңгәр тышлы диплом ҡулымда.
Ҡыҙыл булмаһа ла үкенмәйем,
Алдым бында тормош һабағын.
Яҙмыш ҡуйған барлыҡ һынауҙарға
Мин ошонда таптым яуабын.
Институтым, минең кеүек күптәр
Күтәрелгән һиндә түбәндән…
Күҙ ҡараһы һымаҡ ғәзиз йортҡа
Алыҫтарҙан күҙҙәр төбәлгән.
Мин бәхетле һиндә уҡығанға,
Хыялдарым ашты бойомға.
Алған белем менән ғүмер буйы
Бәхет ямғырына ҡойонам…
Сәстәр ағарһа ла һиңә киләм
Ҡанаттарым һынған саҡтарҙа,
Сөнки бында көслө саҡтарымдың,
Йәшлегемдең эҙе һаҡлана!
Читайте нас