Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Әҙәби күстәнәс
21 Ғинуар 2021, 10:00

Килендәр

Төйәк итеп сит-ят ерҙе

Ташлап тыуған-ер, йортон

Төшә беҙгә киленкәйҙәр

Арттырып донъя ҡотон.
Мөхәббәт-наҙға тултырып

Һөйгәненең ҡосағын,

Ҡырҡ сыраҡтың береһенән

Тоҡандыра усағын.
Быуындарҙың ебен өҙмәй

Үҫтерә ҡыҙ-улдарын,

Үҫкән ерҙән-төшкән ер, тип

Һағына ҡайтыр юлдарын.
Туған итә ете-ятты -

Ҡан-ҡәрҙәшлек күскәнгә

Дуҫ-иштәр ҙә ошо ерҙә

Йылға-һыуҙар кискәндә...
Ҡар өҫтөндә ҡаҙан аҫып

Дөрләтә тормош утын,

Килен хәлен белерһең тик

Тәмләһәң әрем һутын.
Фото яндекс.
Читайте нас