Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Әҙәби күстәнәс
22 Ғинуар 2021, 08:05

Балыҡ тота беләһеңме?

Балыҡсылар нәҫеленән булмаһам да балыҡ ҡармаҡларға яратам мин. Күрәһең, бала саҡтан ҡалған яратҡан шөғөл. Иртә таң менән Оло тау артындағы Бәләкәй күлгә сығып китә инек. Һинән оҫта балыҡсы юҡ, атай өйрәткәнсә тотһам, гел балыҡ ҡабып ҡына тора. Мин әйтәм, исем-атын да йүнләп белмәгән малайҙы нисек ата-әсәһе сығарып ебәргәндер. Хәйер, улдары Оло күл буйында балыҡ тотоп ултырғанын беләләр ине шул, һыуға ла батмаған, “чупакабра” ла тотоп ашамаған, бер кем көсләп тә китмәгән...

Ана шул ғәҙәтте еңә алмай йәшәп ятҡан көн әле лә. Элек малайҙар менән барһаҡ, әле иһә күрше Харис ағай менән йөрөргә яратам. Миңә юлдаш, уға машиналы кеше бар – шулай ҡатындарҙың “исмаһам, ялыңда гаражыңды йыйыштырыр инең”, “ҡәйнәңдең мейесенә яғырға утыны юҡ, утын әҙерләшер инең” тигән ай-вайына ҡарамай һыпыртабыҙ йылға буйына. Килеп етеү менән ҡармаҡтарҙы һалып та өлгөрмәйбеҙ, Харис ағай йыр башлай. Халыҡ йырҙарын ярата ул, сәнғәтте баһалай белмәһәм дә, миңә ҡалһа, шәп йырлай. Ниңә тутыҡҡан торбаларҙы тикшереп йөрөйҙөр, сәхнәгә сыҡһа, әллә ҡасан билдәле йырсы булып китер ине, оялсанлығын еңә алһа. Был хаҡта үҙенә лә әйткән бар. “Ҡуй, мин дә артист булһам, торбаларҙы кем нығытыр, балыҡты әүрәтеп йырлап ултырһам да еткән”, – тип шаярта ла ҡуя. Үҙе беләлер әле, һәр хәлдә бергә балыҡҡа йөрөүе күңелле. Артыҡ ҡысҡырмай, артыҡ көсөнмәй йырлап ебәреүе була, билләһи, был мәлдә буш ҡармаҡты ырғытһаң да ҡабыр ине.
Шулай бер көн йәнә йылғаға йыйынып йөрөгәндә Харис ағай үҙе шылтыратты: “Малай машина алды, ике смена ҡыуып, алып биргән атаһын берәй балыҡҡа алып барһын”, – тип, киттек йәш күршенең машинаһында, тәгәрәмәстәр тейгән ерҙә ергә тейҙе, теймәгәнендә юҡ тигәндәй, барып та еттек.
Ҡармаҡтарҙы алып, ем йәбештереп, йылғаға ырғыттым да Харис ағайҙан йыр көтәм, һиҙеп тора күрше һәм ауыҙын асҡайны ғына... малайының машинаһынан: “Звук поставим на всю и соседи не спят” тип, дөбөр-шатыр музыка аҡырып та ебәрҙе. Ҡолаҡты йыртамы ни тауышы.
Ул да булмай малайы үҙе лә күренде, ҡулында ҡармаҡ, ауыҙы шатлығынан ҡолағына еткән. Атаһы асыуланғас, музыкаһын бер аҙ баҫа төштө төшөүен, әммә бындай тауышҡа балыҡ түгел, һыу аҫтындағы таш та сыҙай алмаҫ, йылға буйлап өҫкә үрмәләнем, Харис ағай иһә йәш балыҡсыны өйрәтеп ҡалды. Эх, улыңды малай сағында өйрәтергә кәрәк булған да бит!
...Тик яңғыҙ барыбер ҙә балыҡ уңманы, ҡармаҡты ғына түгел, күршенең машинаһын да уртаға һындырып ташларлыҡ хәлгә еткәйнем инде, ләкин, күрше хаҡы – тәңре хаҡы, өндәшмәнем. Мин машина янына кире килгәндә Харис ағай ҙа һаман буш ҡармағына төбәлгән ине, ә егет яр буйында ҡояшта ҡыҙына.
– Балыҡ тотмайһыңмы ни? – тим тегеңә.
– Юҡ, эләкмәй, мин, килгәс тә ҙур балыҡ эләкмәһә, тотоп та тормайым.
– Ә балыҡ тота беләһеңме һуң?
Йәш күрше миңә аптырап ҡарап ҡуйҙы һәм үҙ һүҙенән үҙе мәрәкә табып көлөп ебәрҙе:
– Балыҡты кәрәк булһа, магазиндан һатып алып була!
– Атайыңдың аҡсаһынамы?..
Бынан һуң Харис ағай менән балыҡҡа икәү генә йөрөргә булдыҡ. Ҡармаҡ һалып талғын ғына йырлап ебәреүе була, балыҡтар моң тыңларға килеп тә етә...
Читайте нас