Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Әҙәби күстәнәс
9 Февраль 2021, 15:00

ОҘОН АҠСА БАРМЫ УЛ?

Арктикаға барып эләгеүем Айҙан Ергә төшөүгә тиң ине. Мине Лунтик тип атаусылар ҙа булды. Сөнки бөтөнләй башҡа менталитет, башҡа кешеләр, башҡа психология. Һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ һымаҡ ҡына булған икән дә Башҡортостандағы тормошом, тигән фекер тәүге эш төнөндә үк тыуҙы. Кабинетта компьютер артында ултырған мәлдәр һағындырҙы. Сөнки бында минең эш ҡоралы – ручка түгел, ә швабра һәм йыуғыс булып сыҡты.Тәнзилә Дәүләтбирҙина.

Миңә үҙ ғүмеремдә кем генә булырға яҙманы? Уҡытыусы, журналист, яҙыусы. Оҙаҡ йылдар БР Урман хужалығы министрлығында эшләп, урмансы ла булып алынды, хөрмәт менән хаҡлы ялға унан оҙатылдым. Ә шулай ҙа Себерҙә үҙләштерәсәк һөнәрем ғүмеремдә лә башыма килмәне.

Нимә етмәй һуң тынғыһыҙ әҙип күңеленә? Шөкөр итеп, яҙ ҙа яҙ. Әммә илһам тоҡсайы бүҫкәреүе яман. Нимәгә тотонорға, ниндәй өлкәне ҡапшап ҡарарға, серҙәрен асырға белмәгән мәлдә күңел төшөнкөлөгөнә биреләһең. Сөнки һине ниндәйҙер серле көс яңы тәьҫораттарға, өр-яңы донъяға әйҙәй!
Яңы урында

4 октябрҙә тәүге яуған ҡар күп тә үтмәй туңаҙытып, ятып та ҡуйҙы. Көпө-салбарһыҙ йөрөп булмай башланы. Ятаҡтан ашханаға ныҡ яҡын булһа ла, баштан-аяҡ кейенергә тура килә. Ел бик әсе, елеккә үтә.

Төн буйы эшләнем дә, көндөҙгө сменала Салман ашханаһында салаттар менән мәшғүл булған Наталья исемле ҡатынҡай менән икенсе объектҡа юлландыҡ. Вахта автобусында яй ғына барабыҙ. Бында бөтә техника ла ныҡ ҙур. Улар уландарым бәләкәй сағында уйнаған машиналарҙы хәтерләтә.

Мәңгелек туңлыҡты тәҙрәнән күҙәткәнемдә тағы ла үҙемде Марсҡа төшкән кешеләй хис иттем. Боландар осрамаҫмы тип өмөт иткәйнем, булманы. “Тундра – туңдыра”, – тип уйлап, уңышлы рифмаға ҡыуандым. Бүтәнсә ҡыуаныр бер нәмә лә юҡ бит. Алда – билдәһеҙлек. Үҙемде армиялағы һалдатмын, тип ышандырырға тырышам. Бына өс айымды тултырырмын да ялтырап өйөмә ҡайтып төшөрмөн! Дембель һымаҡ мин дә көнөмдө һанайым бит, календарҙа һәр үткән көндө һыҙып барам!

Дөйөм ятаҡта Наталья менән икәүләп урынлашҡас, эшкә сығырға кисте көттөк. Йоҡо ҡайғыһы китте. Ятаҡта тынлыҡ. Төнгө сменала эшләүселәр йоҡлай, ял итә. Ишек төбөндә, киптергестә ирҙәрҙең ҙур-ҙур итектәре, ботинкалары теҙелгән. Улар янында беҙҙең аяҡ кейеме бәпестәрҙеке кеүек кенә. Киптергестә эшселәр өҫ кейемдәрен дә киптерә.

Кофе эсеп алғас, ашхананы барып күрҙек. Вагончиктар бер-береһенә йәбештерелеп эшләнгән, уртанан ишек уларҙы тоташтыра. Ашай торған дүрт залы бар. Аш бешергән, һауыт-һаба йыуған бүлмәләр башҡа. Тегендәге заманса, иркен, яҡты ашхананан һуң был бигерәк ҡотһоҙ күренде. Эс бошоуҙан йөрәк һыҙлай башланы. Ҡайтыу тураһындағы уй башҡа инеп ояланы. Иллалла менән таң аттырҙым. Тубалдай башым менән орсоҡтай өйөрөлдөм. Өлгөрмәй ҡара! Ваҡыт табаныңа баҫып килә! Ултырып сәй эсергә лә форсат булмай китә...

Иртәнге туғыҙҙа Наташа менән эште көндөҙгөләргә тапшырып, тышҡа сыҡтыҡ. Офоҡта йолҡҡоланған болоттар тәгәрәп ята. Бер аҙҙан ҡояш күренде. Ерҙән ярты метрҙай ғына бейеккә күтәрелде лә шул рәүешле икенсе яҡҡа юл алды. Ҡыҙыҡ. “Тиҙҙән бөтөнләй ҡояш күренмәҫ. Поляр төндәр башлана. Көнөн-төнөн ҡараңғы була”, – ти Наташа, тәрән көрһөнөп. Икебеҙҙең дә һөмһөрөбөҙ ҡойолған. Икебеҙ ҙә килгән юлға ҡарап ҡатҡанбыҙ. Кемдер йылы, еңел машинала килеп туҡтар ҙа беҙҙе елдереп тыуған яғыбыҙға алып китер кеүек. Тәрән, аңлатып булмаҫлыҡ һағыш үҙәккә үтеп, йәнде һыҙыра. Түҙеп булмаҫлыҡ һағыш йөрәкте сырмай. Репрессияға эләккән ата-бабаларым да, һөргөнгә һөрөлгән башҡорттарым да Себерҙә ошо хәлдә булғандарҙыр инде. Мотаһар бабайым мәрхүмдең ата-әсәһен балалары менән бергә ебәргәндәр бит ҡырыҫ Себергә. Утыҙынсы йылдарҙа. Балаларҙан ул бер үҙе тере ҡалған, бүтәндәре үлеп бөткән...

Телефон тотмай. Интернет юҡ. Өйҙәгеләр борсолалыр инде. Уныһы бер хәсрәт. Хәҙерге заманда телефонһыҙ бер көн йәшәп булмай. Тере ҡулһыҙ кеүекһең. Элек, исмаһам, хат яҙа торғайныҡ берәй яҡҡа барһаҡ. Телефонға һылтанып, хат яҙышыу ҙа онотолдо.

Берәй мөғжизә менән смартфоным тотмаҫ микән, тип кешеләр өйөлгән ергә килдем. Ко­мен­данттың вагончигына терәлгән ултырғысҡа сиратлап менеп, йәһәт кенә һөйләшеп төшәләр. Бәйләнеш булмаһа, һүгенеп тә ебәрәләр. Әсе итеп һүгенеү бында ғәҙәти хәл. Ҡырыҫ шарт­тарҙа көсөргәнешлекте еңеләйтеү сараһылыр был. Миңә, ундай һүҙҙәрҙе әйтеү түгел, ишетеп тә өйрәнмәгән кешегә, тәүге осор ныҡ ҡыйын булды. Әшәке һүҙҙәрҙән биҙрәгәс: “Эй, Аллам, ошо яман һүгенеү һүҙҙәрен ишеттермә инде, ҡолаҡта­рымды ҡапла!” – тип ялбарҙым. Шунан һуң еңел булып ҡалды. Әллә күнектем шундай мөхиткә, әллә бер ҡолағымдан инеп, икенсеһе­нән сыҡты – ни тиһәң дә, ишетмәҫ булдым.

Ултырғысҡа баҫтым. Ләм-мим. “Бында “Теле-2” йә “ МТС” ҡына тота, тигәстәр, һикереп төшөп, телефонымды өҫкә күтәреп эргә-тирәлә йөрөп алдым. “Билайн” шул миндә. Ҡайҙан тотһон инде. Йөрөйөм инде шунда килештереп...

Цивилизациянан (теге ҡаласыҡта тормош барыбер йәнлерәк: магазины ла, оло донъя менән бәйләнеш тә бар) ошо йәһәннәм төпкөлөнә килеп эләккәнемә ныҡ көйҙөм. Етмәһә, тешемдең пломбаһы ҡупты. Түҙерме мин ҡайтҡанса, әллә һыҙлай башлармы? Бында крандан аҡҡан һыу эсергә яраҡһыҙ. Зыянлы һыу арҡаһында бер аҙнала тештәр ҡарайҙы. Сода менән ышҡып алдым. Артабан аҙнаға бер шулай ағартып торҙом.

Теш дауалаусы бер ҡайҙа ла юҡ, теге ҡаласыҡта һурыусы ғына бар. Ҡыҙҙар тештәре һыҙлап былай-алай ыҙалаймы! Ниндәй генә дарыу тыҡмайҙар. Корвалол манылған мамыҡты ла баҫып маташалар. Тәмәке тартып ҡарайҙар... Бер ҡатындың, һыҙлай торғас, теше шешеп китте, бәхетенән, ҡайтыр мәле яҡынлашҡайны.

Эсә торған һыуҙы бында йыраҡтан цистернала килтерәләр. Ә крандан аҡҡан һыу ныҡ йомшаҡ, һабын күпереп киткән була. Тик сәс ҡойола. Ныҡ ҡойола. Һәм тырнаҡ саталана. Йоҡарған тырнаҡтар кителеп-кителеп тора. Үҫә башлау менән киҫеп ырғытаһың.
Йәһәннәм, тигәс, тағы бер нәмә иҫкә төштө. Килеү менән беҙҙән йыраҡ түгел үкереп янып ятҡан оло усаҡҡа иғтибар иткәйнем. Газ ҡалдығын шулай үртәйҙәр икән. Ә тауышы! Уны әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Шомло, ҡурҡыныс геүләү. Тамуҡ тауышылыр был, тип уйланым мин шунда уҡ. Тәбиғәттә ундай тауыш юҡ. Ә кем белә?

Бер мәл, тиҙҙән интернет була, тигән хәбәр таралды. Ныҡ көттөк. Спутниктан сигнал аулаған ҙур тәрилкәне медпункт янына ҡуйҙылар. Халыҡ себен кеүек уны һырып алды, төн уртаһына тиклем алмаш-тилмәш килә торҙолар. Шатлыҡтың сиге булманы. Тик өшөтә. Наташа менән арҡабыҙҙы терәшеп торабыҙ. Ватсаптан яҙғанда бармаҡ туңа. Бейәләйҙе сисһәң, ҡул өшөй. Шунан икебеҙҙең башҡа шәп уй килде. Эш бирсәткәһенең бармағын тишеп алдыҡ. Тишек бармаҡлы бирсәткә мин ҡайтып киткәнсә зат-ырыу менән бәйләнеш тоторға ярҙам итте. Оҙағыраҡ һөйләшергә булһа, медпунктҡа инә инем. Бик ипле, һөйкөмлө Өфө ҡыҙы Лиана яҡташ булғанғамы, мине ныҡ тартып торҙо, ярҙамынан айырманы.

Кеше бөтә нәмәгә лә яраҡлаша икән

Дүрт көн үткәс, ике ҡатлы дөйөм ятаҡтан беҙҙе вагончикка күсерҙеләр. Тегендә, исмаһам, душ бар ине. Бында бәҙрәф тышта, мунсаға сират. Карауатҡа ике ҡат матрас һалһам да, иҙәндән һыуыҡ өрә. Бер көн шулай арҡам өшөп йоҡлай алманым. Таныштарға зарланғайным, төндә әллә ҡайҙан пенопласт табып алып килеп бирҙеләр. Хатта иҙәнгә һалырға ла килтергәндәр. Изге йәнле кешеләр бар ҙа инде был донъяла. “Бына һеҙгә ортопедик матрас”, – тип шаярталар. Түшәк аҫтына шул пенопласты һалғас, рәхәтләнеп йоҡлай башланым. Йоҡламаһаң, көс булмай, һаулыҡ ҡаҡшай. Ә Наташа һаман да төндә эшләүгә, көндөҙ йоҡлауға күнегә алмай. Салманда гел көндөҙ эшләй ине бит. Аптырап, медпунктҡа китте. Тынысландыра торған дарыуҙар ҙа ярҙам итмәгәс, иртәнсәк укол һалдыра башланы. Рәхәтләнеп йоҡлай, тик кисен ауыр уяна. Яһалма йоҡо шулайыраҡ була инде ул.

Яңы дуҫтарым ныҡ хәстәрлек күрҙе. Яҙыусы икәнемде әйткәс: “Башҡортостан әҙәбиәтен һаҡларға, ҡурсаларға кәрәк”, – тип тағы ла нығыраҡ тырыша башланылар. Себергә бейәләйһеҙ киләләрме ни, тип, йыраҡтан бейәләй ҙә алдырҙы улар. Вагончиктағы пластмасса мискәнән һыу өҙөлмәне. Шулай ер аяғы- ер башында үҙемә тоғро дуҫтар таптым, улар арҡаһында ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтым. Ә һыуыҡ Арктикала ышаныслы дуҫтарһыҙ булмай. Кешеләр бында ҡырыҫ йөҙлө, аҙ һүҙле, әммә йомшаҡ күңелле. Яҡты йөҙ, йылы һүҙ бында ҡояшты алыштыра, һағыштан һыҙланған йөрәкте имләй.

“Айырылғанды айыу ашар” тигән мәҡәл Алыҫ Себерҙә тулыһынса үҙен аҡлай. Берҙәмлек, үҙ-ара ихтирам, бер яҡтан, ныҡ мөһим булһа, икенсе яҡтан, ысынлап та аҡ айыуҙар килеп сығыуы ихтимал. Беҙгә төндә тышҡа яңғыҙ сыҡмаҫҡа ҡуштылар. Буран мәлендә йөрөй икән айыу. Үҙе ибәтәйһеҙ ҙур, тиҙәр. Бик уҫал икән ул. Кешене ашау бер нәмә лә тормай. Буран уға кеше еҫен алып барып еткерә икән. Аллам һаҡлаһын. “Шунан, икәүләп сыҡтыҡ та ти тышҡа. Аҡ айыу беребеҙгә ташланһа, икенсебеҙ нимә эшләй ала?” – тип Наташа менән күңелһеҙ генә көлөшәбеҙ.

Наталья бигерәк һөйкөмлө, нескә күңелле кеше булып сыҡты. Романтик үҙе. Ун туғыҙынсы быуаттан килеп төшкән кеүек. Нәзәкәтле, ипле, тәртипле. Мин уны үҙемә һеңле итеп алдым. “Моя королева”, – тип өндәшә башланы ул миңә, ихтирам итеп. Мин уны “минең принцессам” тип атаным.

20 октябрҙә карточкама 2 мең һум премия килеп төштө. Ашнаҡсылар көнө хөрмәтенә ебәргәндәр икән. Ошо көнгәсә Рәсәйҙә шундай байрам барлығын белмәй инем, кухняға бер ҡасан да мөнәсәбәтем булмағас.

Наташа – шәп ашнаҡсы. Ашты, бигерәк тә борщты, тел йоторлоҡ бешерә, егеттәр маҡтап-маҡтап ашай. Бутҡалары менән дә һөйләшә ул. Бешергән икмәген дә һөйөп-һөйөп ала. Хатта келәттә ярмаларын эҙләгәндә лә: “Әһә, бына ҡайҙа йәшенгәнһең икән! Мин тапмаҫ тиһеңме!” – тип көлөп ебәрә. Үҙ эшен яратҡан кеше генә шулай итә алалыр. Ныҡ арыһаҡ та, үҙ күңелебеҙҙе үҙебеҙ асырға тырышабыҙ.

Кәстрүл-фәләнде йыуған урын “черная мойка” тип атала. Иң көстө алған урын шул. Дөбөр-шатыр киләһең. Химик матдәләр менән һауыт-һабаны ялтыратып ҡуяһың. Миңә кәстрүл-табаларҙың шалтырауы оҡшай ине. Крандан аҡҡан һыу шаулауына ҡушылып йырлап ебәргән булаһың...

Төндә эш еребеҙҙә һәр ваҡыт музыка яңғырай. Матур йыр, ритмлы көй дәртләндерә, темпты көсәйтә. Ҡайһы саҡ эшебеҙҙе уйынға әйләндерәбеҙ. Өлгөрмәй башлаһаҡ: “На старт!” – тип ундан алып бергә тиклем ҡысҡырып тороп һанайбыҙ ҙа бына китәбеҙ осоп! Аяҡтар ергә теймәй. Стакандар сылтырай, тәрилкәләр шалтырай. Барыһына ла өлгөрөп, төнгө аш мәлендә лә, иртәнге аш мәлендә лә ашарға килгән ир-егеттәрҙе ихлас йылмайып ҡаршы алабыҙ, йылы һүҙебеҙҙе йәлләмәйбеҙ. Сөнки уларға был ныҡ мөһим. Улар ҡатындарынан, ата-әсәһенән, балаларынан ситтә. Эштәре ныҡ ауыр. Ҡырыҫ климатта йонсоп, ялһыҙ эшләйҙәр. Һыуыҡта тиҙ асығалар. Кәйефһеҙ генә килеп инһәләр ҙә, ашхананан йөҙҙәре асылып, риза булып, ҡыуанып, рәхмәттәр әйтеп сығып китәләр.
Миңә диджей булырға ла тура килде. Марат улым телефоныма бер мәл меңдән ашыу йыр яҙҙырып биргәйне. Шул иҫкә төшөп, эшселәргә тыңлата башланым. Классик музыка ла, башҡорт, урыҫ, сит ил эстрадаһы ла етерлек унда. Фортепиано музыкаһы бигерәк тә күп. Шопен, Бетховен, Моцарт, Рахманинов... Үҙем классиканы яратҡас, бер мәл егеттәргә лә тыңлатып ҡарарға булдым. Берәйһе килеп тыйһасы! Залда тынлыҡ. Тымып китеп тыңлайҙар. Музыка йөрәккә май булып яғыла, күңелде йыуата, йәнде имләй. Ниндәй профессия кешеһе булыуына ҡарамаҫтан, барыһы ла был музыканы яратып ҡабул итә. “Рояль уйнағанғалыр, бөгөн аш бигерәк тә тәмле булды”, – тиҙәр ҡайһы саҡ.

Башҡорттар менән дә таныштым. Бигерәк алсаҡ инде үҙебеҙҙекеләр. Йөҙөнә ҡарап, берәүгә: “Башҡортостанданмы?” – тип өндәшкәйнем, Силәбенәнмен, тине. Икен­сеһенә: “Ашығыҙ тәмле булһын”, – тип йылмайғайным, ҡаҙаҡ булып сыҡты.
Башҡортса йырҙар ҡуйып ебәрһәм, яҡташ­тарымдың йөҙө асыла. Килеп рәхмәт әйтеп китәләр. Бүтән милләт вәкилдәре лә ихлас тыңлай. Райман Ишбаев башҡарыуында “Бөрйәндең егеттәре”н тыңлатам, райондаштарым килеп сыҡмаҫмы, тип өмөт итеп. Юҡ, булманы. Баймаҡ, Салауат, Дыуан, Борай райондарынан, Салауат, Ағиҙел ҡалаларынан барҙар ине, үҙ туғандарымдай күреп һөйләшеп йөрөнөм.

Ашнаҡсыға медик булырға ла тура килә. Төндә ауырыуға кем ярҙам итһен, шул беҙ инде. Бер мәл татар егете минән анальгин һораны. “Ни булды?” – тим. “Иптәшемдең башы ныҡ ауырта. Түҙә алмай”, – ти. Тиҙ генә тонометр алып залға сыҡтым. Ҡаҙаҡ егетенең ҡан баҫымы ныҡ күтәрелеп киткән икән. Күмәкләп дарыу эҙләй башланыҡ. Яңы ғына ашарға килеп ингән Олег исемле егет кеҫәһенән шундуҡ дарыуҙар алып бирҙе. Ошо ваҡиға ла берҙәмлектең ни тиклем мөһим икәнлеген иҫбат итте.
Ихтирам да итеп торғастар, эштең дә яйына төшөнөп алғас, күңел күтәрелеп китте. Күҙ асып йомғанса төн үтә. Наташа менән “кофе-брейк”ка ла ваҡыт бүләбеҙ. Ипләп кенә уның тормошон һорашам. Бик ғибрәтле икән яҙмышы. Һөйләгән бер һүҙен хәтер һандығыма һала барам.

Көндөҙ эшләгән ҡыҙҙар ҙа, яҙыусы икәнемде белгәс, серҙәрен һөйләй башланы. Һәр бер кешенең яҙмышы үҙенсә, һәр береһе буйынса китап яҙырлыҡ!

Шулай көн артынан көн үтте. “Етмеш көн ҡалды, алтмыш ике көн ҡалды, ҡырҡ көн ҡалды, утыҙ ике көн ҡалды...” – тип һанап барам. “Һанама, ҡыйын була ул. Буран сығып, вертолет оса алмай, ҡайтып булмаһа, бигерәк үкенесле була”, – ти таныштар. Ә буран бында йыш ҡунаҡ. Эшселәр уны һепертке тип атай (метла – метель һүҙенән). Буран бер сыҡһа, кәмендә өс көн ҡотора. Аяҙ көндәр бик һирәк. Салт аяҙ төндә күктә төньяҡ балҡышы, һаҙағай уйнай. Уны фотоға төшөрөп тә булмай, тиҙәр. Һаҙағай – тәбиғәт мөғжизәһе, әкиәти матурлыҡ.

Арктиканың, ғөмүмән, үҙ хозурлығы. Үҙ йәме. Боландары бик һөйкөмлө. Тәпәшәк кенә. Урындағы халыҡ ҡаласыҡҡа болан егеп килә. Үҙҙәрен фотоға төшөргән өсөн аҡса һорай. Улар килтергән балыҡ ныҡ тәмле, һимеҙ, майлы, туҡлыҡлы. Муксун балаһы, тигән булалар балыҡтың исемен. Ямал ярымутрауында муксундың үҙен тотоу тыйылған, ул Ҡыҙыл китапҡа индерелгән.
“Беҙ йәшәгән ерҙә, исмаһам, эт тә юҡ бит”, – тигәйнем, “уның байы бында аҡ төлкө (писец) эт тубығынан”, – тип көлдөләр. Ысынлап та, улар һис ҡурҡыуҙы белмәй. Рәхәтләнеп эргәлә йөрөйҙәр. Бай ханымдар кейгән затлы аҡ кәпәстәрҙе, йомшаҡ, күркәм, ныҡ ҡыйбатлы ап-аҡ тундарҙы күҙ алдына килтерәһегеҙҙер? Мин дә күҙ алдына килтерҙем. Әйткәндәй, аҡ төлкөгә дошмандарының һөжүм иткәнен ҡарап торҙом бер мәл иртәнсәк. Дошманы кем, тиһегеҙме? Ҡарғалар! Улар бында ғәләмәт ҙур! Беҙҙең өс ҡарғалай булалыр берәүһенең кәүҙәһе! Дүрт ҡарға аҡ төлкөнө аулап эргәлә осоп йөрөп, алыҫҡа китеп юғалды. Тотҡандарҙыр ул бахырҡайҙы.

Мин ҡайтҡанда поляр төндәр бара ине. Көн беҙҙәге ҡышҡы эңер кеүек ҡараңғы. Күңелһеҙ. Яҡтылыҡ юҡлығы психикаға йоғонто яһай. Ҡайһы берәүҙәр депрессияға бирелә. Көнөн-төнөн яһалма ут яҡтылығында йөрөү күҙҙе лә бөтөрә. Электән вахтаға йөрөгәндәр күҙҙәренә таурин, тауфон дарыуҙарын һала. Миңә лә бирҙеләр. Күҙ һыҙлауы баҫылып ҡалған һымаҡ булды.
Ашханала көн дә эшселәргә витаминдар комплексы, С витамины бирелә. Компливиттың Өфөлә эшләнгәнен уҡығас, рәхәт булып китте. Атайым иҫкә төштө. Япондар менән һуғышҡанда бер артиллерия орудиеһында “Пермь” тигән яҙыуҙы күргәс, яҡташын күргәндәй булып көбәген ҡосаҡлап алғанын һөйләй торғайны.

Ҡаласыҡта беҙҙең яҙмышыбыҙ электр утына бәйле булды. Ул булһа, һыу була, яҡтылыҡ була, йылылыҡ була, ризыҡ була. Ут һүнгән арала бүлмәләр һыуынып өлгөрә, тормош туҡтай.

Бер мәл көндөҙ оҙаҡ ут булманы. Шунда бер эшсе егеттең истерикаға бирелеп, ҡараңғы ятаҡ коридорында: “Беҙ һәләк булабыҙ! Ут булмаясаҡ! Бөтәбеҙ ҙә үлеп бөтәсәкбеҙ!” – тип ҡысҡырып йөрөгәнен һөйләнеләр. Унан береһе лә көлмәне. Сөнки уның хафаланыуында әсе дөрөҫлөк бар ине.

Ауыр саҡтарҙа атайым менән әсәйемдең рухы һәр саҡ янымда булды. Минең өсөн борсолғандарҙыр инде. Тәүге осоро йыш төшкә инделәр. Аҙаҡ, мин нығынып алғас, тынысландылар, төшөмдә уларҙы күрмәй башланым.

Башта үҙемде үҙем йәлләп илаған саҡтар булды. Йоҡо туймай, арыта, көс юҡ. Эске резервты ҡуллана башлайһың. Йоҡонан тороп китеүҙәре ауыр. Сөнки бер көн арыу йоҡлаһаң, артыҡ ныҡ арыуҙан икенсе көнө керпек тә ҡаға алмайһың. Шул мәл тағы ла атайым иҫкә төшә. Ун һигеҙ йәшлек малай һуғышта ҡатнашҡан да инде. Мин кисергән, мин күргән нимә инде ул! Һуғышта бер көн бер йылға бәрәбәр булған. Ә бында ваҡыт тәгәрәй генә!

Арктика мине ҡаты һынаны. Физик эшкә лә яраҡлы булыуымды, рухи яҡтан да көслө икәнемде иҫбат итте. Мин бында дуҫлыҡтың, берҙәмлектең ҡәҙерен аңланым. Үҙемдең шул тиклем бәхетле кеше икәнлегемә инандым. Сөнки тыуған яғымда балаҡайҙарым, киленкәйҙәрем, туғандарым, дуҫтарым, әхирәткәйҙәрем өҙөлөп көтә ине. Уларҙың эскерһеҙ мөхәббәте, ихлас ихтирамы мине оло һынауҙарҙан имен-һау алып сыҡты. Рәхмәт һиңә, яҙмыш, ошо мөғжизәле лә, мажаралы ла юлдарҙа йөрөткәнеңә. Яратам, ныҡ яратам һине, тормош!


Автор: Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА
Читайте нас