Олоғайған һайын ҡояш иртә байып,
Һуңлап ҡына ҡалҡа көттөрөп.
Оҙон уйлы төндәр, ҡырҡ әйләнә мендәр,
Олоғайған һайын табып берәй яйын,
Ҡайтҡы килә ҡабат йәшлеккә.
Оҙон уйлы төндәр, ҡыҫҡа ғына көндәр
Кисермәгән кемдәр йәш үтеп.
Олоғайған һайын ярлыҡа, Хоҙайым,
Йөрәк һаман йәрҙәр һөйөрлөк.
Йәшлек илдәренең айлы кистәренә
Хәл бар кеүек ҡайтып килерлек.