Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Әҙәби күстәнәс
10 Февраль 2021, 17:00

Әйтмә һин ауыр һүҙ. Ризван Хәкимов көйө. Рәмил Сурағол шиғыры.

Бер касан әйтмә һин ауыр һүҙБик ҡыҫҡа, әй, ҡыҫҡа ғүмерҙәр.Һин минең ғүмерлек юлдашым.Һин сәскәм, йондоҙом, һөйгән йәр.

Ҡушымта
Әйтмә һин ауыр һүҙ, әйтмә һин!
Йөрәк бит былай ҙа яралы.
Йырҙарҙы шаулатып йырлайһы,
Гөрләтеп йәшәйһе бар әле.

Бик ауыр минуттар булһа ла,
Тап миңә шул ваҡыт йылы һүҙ
Ауыр һүҙ әйтәһең килһә лә,
Әйтмә һин, һөйөклөм, әйтмә, түҙ!

Иртәһен, кисен дә миңә һин
Кыҙғанма ҡарашың йылыһын.
Шул саҡта һөйөүем артыуын
Йөрәгең менән һин тоярһың.
Читайте нас