Үҙ яртыһын таба алмай,
Ситтәр менән бәйләнгәндәр,
Мөхәббәткә өмөт өҙөп,
Ярты йәнгә әйләнгәндәр…
Аҙмы улар? Аҙым һайын!
Йәшәү йәмен юғалтҡандар,
Берәү менән түшәк бүлеп,
Икенсене яратҡандар…
Аймылышҡан юл сатына
Әйләнә лә хәтер ҡайта,
Көндәр, айҙар, йылдар үтә,
Үткән ғүмер – үҙе хата.
Янған йөрәк – утлы күмер,
Кем бәхетһеҙ – төпкә күмер,
Бер табышҡас, юғалтмағыҙ!
Бер генә бит беҙҙең ғүмер!
Фирүзә Абдуллина.