Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Әҙәби күстәнәс
24 Март 2021, 14:30

Ҡасан ғына тыныс күңел менән сәй эсәрмен икән иркенләп?!

Ҡасан ғына тыныс күңел менәнСәй эсәрмен икән иркенләп?!Һыуып бөтә ҡайнар сәйкәйҙәрем,Ултырғанда кемдер түккеләп...

Ҡасан ғына үҙ көйөмдө көйләп
Душ инермен икән кинәнеп?!.
Мине эҙләп, ишек шаҡыусылар
Тормағанда илап-бирләнеп...

Туйғансы бер йоҡлап алғым килә,
Ятып торғом килә тағын да...
Күҙҙәремде соҡоп уятҡандар
Ырғымаған саҡта янымда.

Өтәләнмәй, өҙгөләнмәй генә
Магазинда килә йөрөйһөм,
Матур күлдәк һайлап, хыялланып,
Яйлап баҫып ҡайтып керәһем...

Яҙылаһы йырым йәнгә тула -
Ҡарамай ул сыр-сыу көндәргә.
Тәме барҙа яҙып ҡалғы килә,
Осоп китмәҫ элек елдәргә...

Тигән булам... Килер әле бер саҡ
Мин иҫәүән көткән һил миҙгел.
Сәйҙәр эсеп, душтар инеп кенә
Ирәүәнләр әле был күңел!

Душтар түгел, мунсаларын инеп,
Ултырырмын әле иркенләп.
Минһеҙ өйҙә ниҙәр ҡыйрала, тип
Ҡабаланған саҡты хәтерләп.

...Таралыр ҙа китер балаларым,
Күсеп барған өйөм тын ҡалыр.
Оҙон-оҙаҡ һиллек ҡосағында
Бер-бер артлы яңы йыр тыуыр.

Сынъяһауҙай торор ошо донъям.
Пыр туҙҙырып һис кем уйнамаҫ.
Тынлыҡ хаким иткән бүлмәләрҙә
Күҙҙәремә генә төн ҡунмаҫ...

Бер кем көтмәҫ мине ҡайтҡан саҡта,
Ҡыштыр-ҡыштыр асып ишекте,
Илап ебәрермен, һағыныуҙан
Гөрләп торған ошо йәшлекте...

Һыуып бөтөр сәйем, көтә-көтә
Балаларым ҡайтып ингәнде.
Яңғыҙ сәйҙәр үҙәгемә үтер,
Юҡһынырмын шаулап-көлгәнде.

Зарығырмын әле, һағынырмын
Балаларҙың кескәй, шат сағын.
Мәңге ҡайтмаҫ йыраҡтарҙа ҡалған
Тормошомдоң ошо шатлығын.

...Матур күлдәк ләкин кәрәк булмаҫ,
Йоҡолар ҙа килмәҫ ул саҡта...
Яҙылмайса ҡалған йырҙарҙың да
Фәлсәфәһе булмаҫ был хаҡта...

Эй, ғүмерҙең ҡыҫҡа миҙгелдәре!
Һәр ҡайһыһы тәмле, һиммәтле!
Ай-ҡояшҡа күнмәҫ йәндең генә
Шуны аңламауы хикмәтле...

Светлана Насырова.
Читайте нас