– Һаумы, Себен?!
Танымай ҙа торам!
Тфү, тфү, тейә күрмәһен күҙем!
Ҡайһы тиклем таҙарып киткәнһең,
Тап тултырған тауыҡ бит үҙең!
Туҡ ҡорһағын киреп йылмайҙы ла:
– Эһем, – тине Себен маһайып. –
– Нәсәлниктәр өҫтәлендә генә
Көн күрә бит хәҙер ағайың!
Барып ҡунһам берәй затлы ашҡа,
Ҙур портфелле ағай-апайҙар
Ситкә генә этәреп ҡуялар,
Бер ҡалағын хатта ҡапмайҙар.
Унан инде миңә ҡала донъя,
Хәлемдән яҙғансы туйынам.
Әле бына ял итергә сыҡтым
Торғаны бер батша туйынан…
– Һин бәхетле… – тине Себенбикә. –
Мин йәшәйем ябай ятаҡта,
Эшселәр ашханаһына инеп,
Тамаҡ ялғап сығам ҡай саҡта.
Барып төшһәм, ҡайҙа, затлы ашҡа,
Һыйыҡ ҡына берәй һурпаға,
Һурып-һурып ситкә ырғыталар,
Саҡ ҡына өҙмәйҙәр уртаға…
– Йонсоп киткәнһең шул, Себенбикә,
Серекәйҙекендәй билгенәң,
Үҙебеҙгә алам, таныштарға
Ишек асыҡ, әйҙә, кил генә!
Рәмзәнә Абуталипова.