Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Әҙәби күстәнәс
9 Апрель 2021, 06:25

Күптәргә ҡанат ҡуйғандар бында…

Билдәле булыуынса, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында милли йөҙө, данлы үткәне менән айырылып торған, 80 йыллыҡ тарихы булған башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты бар.

2017 йылда ойошторолоуға ҡарамаҫтан, 1940 йылдарҙа уҡ Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институты башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләп сығарған булған. Әле бында көндө:ҙгө бүлектә «Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте, сит телдәр», «Туған (татар / сыуаш) телдәре әҙәбиәте, Сит телдәр», ситтән тороп уҡыу бүлегендә «Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте, Рус теле» йөнәлештәре буйынса уҡырға ҡабул итәләр, магистратура, аспирантура ла бар. Ә бакалавриатта Башҡортостандан ғына түгел, Ҡырғыҙстандан, Төркиәнән, Әзербайжандан, магистратурала Ҡаҙағстандан килеп уҡыйҙар икән. Инглиз телен тәрәндәнерәк өйрәнер өсөн заманса шарттар тыуҙырыла: материаль-техник база нығына, факультеттың компьютер класы яңыртылған. 2017 йылдан башлап факультета «Йәш журналист» республика конкурсы уҙғарылып килә . Уның үҙенсәлеге 3 телдә үтеүе: башҡорт, татар, рус телдәрендә. Факультет деканы Рәйсә Хәким ҡыҙы Илишева үткән йылда бүләкләү тантанаһында: «Стәрлетамаҡтағы юғары уҡыу йортоноң журналистика буйынса конкурстар ойоштороу буйынса нигеҙе бар. Сөнки башҡортса гәзиттәр икенсе баш ҡала булған Стәрлетамаҡта башлап баҫыла, республикала билдәле гәзит-журналдарҙың элекке мөхәррирҙәре журналистар Рәлиф Кинйәбаев, Нияз Сәлимов, Азамат Юлдашбаев, Гөлнур Дәүләтйәрова, Малик Ильясов тап ошо факультеттың башҡорт бүлегендә белем алған», тигәйне. Бында «Башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының йәш журналистар клубы» эшләй, төрлө кимәлдә уҙған сараларҙы унда шөғөлләнеүселәр яҡтыртып бара икән. Әйткәндәй, клубты филология фәндәре кандидаты, доцент Миләүшә Сынбулатова етәкләй.
«Факультет үҙендә белем алған шәхестәре, тарихы, Зәйнәб Биишева исемендәге музейы менән дан тота. Ноғман Мусин, Тамара Ғәниева кеүек арҙаҡлы яҙыусылар бында уҡыған, әҙәбиәт донъяһына юл башлаған. Күренекле «Ашҡаҙар» әҙәби түңәрәге бөгөн дә сафта, - тип башланы һүҙен факультет деканы, филология фәндәре кандидаты Рәйсә Илишева яңыраҡ бында үткән ижади осрашыуҙы асып.
- Студенттар араһында уҡыу, йәмғиәт эше, ижад менән билдәлелек яулаған «яҡты йондоҙҙар» бар. Айнур Ҡәҙимов исеме күптәргә республиканың иң йәш депутаты булараҡ таныш. Төрлө республика конкурстары, фестивалдәре, олимпиадаларында еңеү яулаған Сөмбөл Ҡарабаева, Илүзә Мәхийәнова, Самат Дәүләтшин, Наҙгөл Мөхәмәтдинова, Нурайым Баҡтыбәкова, Урал Таһиров, Наҙгөл Арыҫланова, Сулпан Исҡужина.Гөлназ Мөхәмәтйәнова,, Фәнзилә Сибәғәтуллина, Анфиса Сәлихова, Анастасия Федорова, Дилара Сәфәрғәлиева, Элина Мусина, Роберт Дәүләтшин, Ләйсән Тимерғәлиева, Кристина Никифорова кеүек студенттар факультеты данлай, - тип тә һөйләне ул ҙур кинәнес менән.
Осрашыуға саҡырылған. ошо уҡыу йортоноң филология факультетын тамамлаған шағирә Римма Ғәлимова, ҡасандыр бында уҡып армия сафтарына юлланған шағир Әҡсән Хәлилов та данлыҡлы «Ашҡаҙар» түңәрәгендә шөғөлләнгән булғандар. Әҡсән Хәлилов студенттар менән оҫталыҡ дәресе үткәрһә, Римма Ғәлимова үҙенең уҡыу йортона бағышлаған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Факультет уҡытыусылары һәм студенттары әҙерләгән байтаҡ һорауҙаға яуап бирҙеләр.
Осрашыуҙың икенсе өлөшөндә Зәйнәб Биишева музейында түңәрәк эшендә ҡатнашып, йәш шағир Роберт Дәүләтшиндың яңы шиғырҙарына ҡарата үҙ фекерҙәрен еткерҙеләр. Римма Ғәлимова Робертты – йыл табышы тип нарыҡлаһа, Әҡсән Хәлилов уның шиғырҙарын «Йәштәр тауышы»на тәҡдим итергә кәңәш бирҙе. Ә бишенсе курс студенты Регина Иҙрисова һәм 2 курс студенты Дилара Сәфәрғәлиева Роберт Дәүләтшиндың ижадына төплө байҡау яһанылар. Уның «Сәхнәлә – мин Бабич! ..» шиғырында булмышы сағылған шунай юлдар бар:
Миндә Бабич үҙе йәшәй кеүек,
Уйҙан нурҙар үрәм төндәрен.
Йырҙар яҙам Йыһан күкрәгенә*
Ышанығыҙ. төндәр, көндәрем!..
Мин - йәш Шәйехзада… Ролем шундай,
Табына шул күңелем Йыһанға.
Йондоҙ булып яна алырмынмы,
Нур таратып ғәзиз халҡыма?
*Бабичтың «Йырҙар яҙам тауҙар күкрәгенә…» юлдарына ишара.
Һәм тағы ла уның үҙенсәлекле бер шиғырына иғтибарҙы йәлеп итәһем килә:
ЮҒАЛТЫУҘАН ҠУРҠ
Ете миллиард кеше йәшәй Ерҙә,
Ете миллиард әҙәм йәндәре.
Осона сығып булыр микән һанап,
Ул йәндәрҙең битлек-йөҙҙәрен?
Донъя – төрлө-төрлө…
Юҡ, юҡ, минең.
Донъя төҫтәрендә юҡ эшем.
Ике йөҙлөләр күп…
Үҙ йөҙөңдө
Юғалтыуҙан ҡурҡ һин,
Эй Кешем!
Киләсәктә шағир Роберт Дәүләтшин Башҡортостан әҙәбиәтендә лайыҡлы урын алғанда беҙ уны шиғриәт иленә танытыусы остазы шағирә Ғәлиә Кәлимуллинаға рәхмәт әйтербеҙме, әллә филология факультетына саҡырған декан Рәйсә Илишевағамы? Икеһе лә ҡанат ҡуйған бит!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас