Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Әҙәби күстәнәс
9 Апрель 2021, 05:25
"Моңдарыма уранам да, иманыма инанам"
Изге Рамаҙанға аяҡ баҫырға торабыҙ. Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы имам мөхтәсибе Ришад хәҙрәт әйтмешләй, Рамаҙан айы – ҡылған эштәреңә баһа алыуҙа бер мөмкинселек ул. Яңыраҡ ҡалабыҙҙың «Хазина» фольклор төркөмө (етәкскһе Зимфира Ибраҡова) ағинәйҙәре ҡатнашлығында бик матур сара үткәйне. Ҡунаҡтар араһында Федоровка районы Балыҡлыбаш ауылынан килгән, мосолманса кейенгән бер апай иғтибарымды йәлеп итте. Ул райондарында танылған балалар шағирәһе Гөлкәй Исмәғилева булып сыҡты. Уның фольклор байрамында уҡыған ҡобайыры һәм шиғыры барыбыҙға ла оҡшаны. Йома күстәнесе булһын улар, һеҙгә лә!
Уйлап-уйлап ҡуям да…
(ҡобайыр)
Илен һөйөр уландар
Уралдан ҡасты иһә,
Емтек ейер ҡоҙғондар
Йортоңдо баҫты иһә,
Ут ажғырып аждаһа
Күктән яу асты иһә,
Мал-мөлкәтең ҡыҙығып
Юлбаҫар һоҫто иһә,
Йомшаҡ һөйләп юхалар
Ҡосаҡҡа боҫто иһә,
Үлемесле ағыуын
Һыуыңа ҡоҫто иһә,
Йәшнәр микән телгенәң,
Йәшәр микән илгенәң?
Уйлап-уйлап торам да,
Башҡынамды уй баҫа.
Уй баҫа ла, моң баҫа.
Илен һөйөр уланы
Уралҡайын ташлармы?
Башйорт зыян күрер эш
Ҡулына ул башлармы?
Күктән яуып торһа ут,
Ҡулына алыр ҡалҡан,
Дошман килһә дау менән,
Еңелеп ауыр салҡан.
Илбаҫар ағыуынан
Еремдең дауаһы бар,
Батырына көс бирер
Бал һеңгән һауаһы бар.
Уйлап-уйлап торам да,
Тағы бер ҡуям уйлап.
Уйым менән Ағиҙел
Ярҙарын алам буйлап.
Йырғыланған Ағиҙел!
Һаҡмар, Нөгөш, Ҡариҙел –
Бүҫкә генә ярҙары.
Ҡандырырмы һыуһынды
Яҙын ирер ҡарҙары?
Шул уҡ Яйыҡ, Эйеге…
Йылға, күлдәр балығы,
Туғай, дала кейеге
Китеп бара, ай, яман!
Урман, тауҙар бейеге
Тынып ҡалған. Ай, заман!
Уйлап-уйлап торһам да,
Уйҙарым бөтмәй һаман.
«Урал» көйө күңелгә
Булырҙай ғына таман.
Башҡорт ысын ир булһа,
Уралҡайын бирерме?
Ир әмәле баш эйһә,
Халығы көн күрерме?
Уйлап-уйлап уйҙарға
Уйылам да уралам…
«Йылҡылары сыңғырлап,
Һыйырҙары мөң(ө)рәп,
Ҡуй-һарығы ҡуңырап,
Көтөү-көтөү йөрөр ер;» -
Сәсән һүҙен ҡабатлап,
Моңдарыма уранам.
Моңдарыма уранам да
Иманыма инанам.
Һай, Уралым, Уралым…
АҒИНӘЙ
(Бала Сытырман ауылы ағинәйҙәр клубына арнала)
Аҫыл мираҫ—аманатты
Тормошҡа кем ашырыр?
Ата-баба васыятын
Халҡына кем тапшырыр?
Ағинәй, ағинәй,
Донъялағы бар аҡылды
Бергә йыйған ағинәй.
Аҙашҡанда дөрөҫ юлды
Табырға кем булышыр?
Ауыр ҡайғы килһә башҡа,
Көс бирергә тырышыр?
Ағинәй, ағинәй,
Игелекте, изгелекте
Үреп барған ағинәй.
Йәше-ҡарты, олоһона
Үрнәк булып кем торор?
Тирә-яҡҡа нур балҡытыр
Тормош юлын кем ҡорор?
Ағинәй, ағинәй,
Аҡыл менән изгелекте
Юлдаш иткән ағинәй.
Гөлкәй ИСМӘГИЛЕВА.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"