Бәйләнештә: «БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында: «Шағирә, филология фәндәре кандидаты, «ТОРАТАУ» гәзите хәбәрсеһе Айһылыу ВАХИТОВА менән осрашыу үткәрелә» тигән иғланды күреү менән йөрәгем дөп-дөп тибә башланы. Ни өсөн тигәндә мин уның курсташым, Башҡорт шиғриәтендә кабатланмаҫ эҙ ҡалдырған шағир Ғилман Ишкининдың хәләл ефете булыуын ишетеп белә инем. Айһылыуҙың оҙаҡ йылдар БДУ-ның Бөрө филиалында эшләүе, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған ғалимә булыуы тураһында ла хәбәрҙар инем. Сөнки бынан бер нисә йыл элек ҡәләмдәшебеҙ, танылған журналист һәм шағирә Лариса Абдуллина уның хаҡында матур мәҡәлә яҙып баҫтырғайны. Башҡорт һәм төрки филология факультеты ойошторған осрашыуҙа БДУ уҡытыусылары һәм студенттарынан тыш ҡала зыялылары ла ҡатнашты. Сөнки күңелдең ижади моңға сарсаған сағы ине.
- Аудиторияға килеп инеү менән үҙемде Бөрөләге һымаҡ хис итәм, - тип башланы һүҙен Айһылыу Вахитова һәм шунда уҡ бар булмышы менән күңелдәрҙе биләп алды, сарала ҡатнашыусылар менән уртаҡ тел тапты. Ә инде шиғырҙарына күскәс, фекер ҡеүәһе менән студенттарҙы ғына түгел, элекк коллегалары – кафедра уҡытыусыларын да хайран итте. Шул уҡ ваҡытта шағир Ғилман Ишкининдың ижады, тормошо тураһында хистәр тойғона бирелеп, хәтер ебен һүтеп һөйләгән сағында ул ҙур йөрәкле уҡытыусы булып күҙ алдына баҫты. Минең фекеремде ҡеүәтләгәндәй ошо мәҡәләне әҙерләгәндә уның «Ир-егет шиғриәте мөхәббәт лирикаһының тикшереү объекты булараҡ ҡатын-ҡыҙҙың символик образы» тигән тиңе булмаған, үҙенсәлекле хеҙмәтенә юлыҡтым.
«Бер шағирә дуҫым былай тип әйткәйне: «Шағир – ул ауырыу, ә тәннкитсе уның сиренә диагноз ҡуя» Әлбиттә, бер кемгә лә ҡәтғи диагноз ҡуйырға йыйынмайым. «Ир-егеттең күңелендә хис-тойғолар вулкан булып урғылып ҡайнай, тик уны ул күрһәтә генә белмәй..» тигән бүлектә бирелгән критерийҙар буйынса уҡыусы үҙе ҡуйырға тырышһын ул диагнозды. Ә был мәҡәлә уны уйға һалыу, фекергә төшөрөү генә булһын. Мәҡәләгә килгәндә, ул шиғриәттә ҡатын-ҡыҙҙың символик образын күрһәтергә тырышыр өсөн яҙылды.
Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: шиғриәт – ул юғары зауыҡ, эстетика. XXI быуат әҙәбиәте хәҙерге замандың аң киңлектәрен асыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйырға тейеш.» тип уҡытыусы булмышлы, шағир йөрәкле журналист ҡына яҙа алалыр, тимәксемен. Ошо өс тараф ҡушылмаһынан бөрөләнгән фекер-хистәре уның түбәндәге үҙенсәлекле шиғырҙарында сағыла.Әйткәндәй, факультет деканы Рәйсә Илишева, кафедра мөдирҙәре Айнур Үтәев,Зөһрә Иҙрисова, «Туған (татар / сыуаш) телдәре әҙәбиәте, Сит телдәр» кафедраһы мөдире Илсур Мансуров, Инан исемендәге китапхана хеҙмәткәре Нәзифә Иҫәнғужиналар Айһылыуҙың ижадын юғары баһалап, уның тиҙерәк китап сығарыу хәстәрлеген күреүен теләнеләр. Сөнки бындай күркәм ижад халыҡ күңелендә урын алырға лайыҡлы.
МИН
Мейестең ҡуҙында
бешкән күмәс һымаҡ
ҡыҙғылт-һары нурҙарын
бер йомғаҡҡа йыйып,
тик-томалға моңайып,
һаран ғына йылмайып,
байып барған ҡояшмын…
Йә тағы, ышан уға –
ҡатын-ҡыҙға – иртәгә,
сәсемде һибеп елгә,
шаҡырмын һәр тәҙрәгә,
йөҙөмдө мансып нурға,
балҡырмын бар донъяға…
***
Һарғылт-йәшел селтәр
ҡороп ҡуйҙы эңер.
Минең һаран хистәр
ошо кискә һеңер…
Сиктәр аша миңә
ҡулын һуҙа эңер.
Минең ишек, тәҙ(е)рә
бикле инде хәҙер…
Һуҙма ҡулың, яҙым –
сәскәләрең шиңер!...
Минең өмөт-хыял
орлоҡ булып ергә
төшмәй ҡалды былтыр…
«Барыһы ла үтер…» –
минең кистәр,
хистәр
яңылары өсөн
ашлыҡ ҡына булыр…
***
Ҡороно ла ҡуйҙы бынау ағас:
япраҡ яралманы инде быйыл.
Һутлы йәшел япраҡ яралмағас,
тойманы ла ағас елдең наҙын,
ишетмәне уның шыбырлауын…
Буталып бөттө миҙгелдәре лә:
айырманы йәйҙе һалҡын ҡыштан.
Ошо хәлгә үҙе кәмһенепме,
әллә ҡасам тиеп ҡараштарҙан,
үҙ эсенә инеп бикләнде ул…
Баш осонан төрлө һындар яһап,
ағылған саҡта мамыҡ болоттар
бойоҡ ағас күң(е)лен баҫып ала
тиҫтәләгән уйҙар,
ул һағыштар…
Болотҡа атланған һымаҡ хыялдар…
Һуҙылып ала алһа берәүһен,
бөркәнсек итер ине башына.
Шуны иркә елгә елберҙәтеп,
«шырҡ-шырҡ» көлөр ине бар донъяға:
«Ҡарағыҙсы, мин – кәләш…
мин – килен!»
Хыял – хыял инде,
ул – баш осонда,
әллә ҡайҙа таралды ла китте…
Йыуатырға иттем ағас күң(е)лен
алдаштырыр өсөн үҙемдекен?...
Алма
Үтеп тә бара ямғырлы йәйем –
Һағынмайым еләк бешкән саҡты,
Ымһынмайым татырға ла тәмен…
Төңөлдөммө хыялдан шул саҡлы,
Әллә биҙҙем инде үҙ-үҙемдән?
Алмаларын һоноп, ҡосағына
Олпат Август арбай –
Тәжрибәле.
Ҡушып үрә һалған үҙ тажына
Миңә тейеш еләк, сәскәһен дә:
– Кит! Нимә инде ул бешкән еләк?
Булһаңсы, исмаһам, етдиерәк!
Онотолоп, әкиәттәге ҡыҙҙай,
Ҡыҙыҡтым да ҡуйҙым алмаһына –
Үҙем торам тәмләргә лә ҡыймай.
Хуш еҫенән башым әйләнгәндә
Бәйләнсек хәтер йоҡоға тала…
Еләк мәле –
Хәтер төпкөлөндә…
Минең өсөн бары бер хәҡиҡәт:
Һалҡын көҙгә инеп барғанымда
Ҡәҙерлерәк баллы алма тәме.
Һәм ул ҡышҡа тиклем етәр әле…
Күңеленә сиккән биҙәге
Күңеле, илаһи асылын
Иҫкә төшөрөп, йәмләнде;
Күк менән ер аралары
Йөҙәр…
Меңәр тапҡыр үтелде –
Әхирәттең тыуҙы ҡыҙы…
Өй алдындағы тирәктәр
Йүгереп инерҙәй булды;
Һағыналар инде, көтәләр
Мамыҡ осорған йәмле саҡты –
Ҡараштары тәҙрәгә ҡунды…
Әхирәттең тыуҙы ҡыҙы…
Ҡыҙ балаһы –
Ал сәскә итеп,
Күңеленә сиккән биҙәге.
Шуны һыйпап ҡарағанда
Таралды бит ожмах еҫтәре…
Мин дә тойҙом шул еҫтәрҙән
Иҫергәнен
Шат күңелдең...