Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Әҙәби күстәнәс
23 Апрель 2021, 05:20
ГОРОСКОП
Мине һиңә тап килмәй типАлдаған бит гороскобы…
Яҙмыштарҙы айырғанға
Ырғыттым мин «ҡарасҡы»ны.
Утыҙ йыл элек булһа ла
Йөрәгемдә яралғанһың.
Тәүге мөхәббәтем булып
Бар донъяға таралғанһың.
Ҡапма-ҡаршы ике ярҙа
Мөхәббәтһеҙ ғүмер үткән…
Холҡом күндәм булғанғалыр
Яҙмыштарға юҡтыр үпкәм.
Инде сәстәр ағарһа ла
Был хатаны төҙәттем мин.
Йөрәкте йөрәккә ҡушып,
Гороскопты үҙгәрттем мин.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"