Әле СССР заманы, йәшлек дәрте ташып торған саҡ, Флүр Сәлих улы “Эште көйләрмен, яйға һалырмын да кире Өфөгә юлланырмын”, – тип килә. Әммә был вазифаны уңышлы атҡарыу ғына түгел, баҡсасылар ширҡәтен булдырыуҙа ла шәхсән ҙур өлөш индереп, Стәрлетамаҡтың данлыҡлы мэры Спартак Әхмәтов менән бер-лектә оҙаҡ йылдар ҡаланың башҡа өлкәләре үҫешкә лә булышлыҡ итеп, хаҡлы ялға сығып, Флүр ағай әлеге көндә лә Стәрлетамаҡта йәшәй. Быны ул бер генә һүҙ менән аңлата: “Стәрлетамаҡҡа ғашиҡ булмау мөмкин түгел...” Ә ғашиҡ булған ерҙән киткең киләме ни?!.
Флүр Әхмәтовты күптәр булдыҡлы етәксе, ойоштороусы тип белә. Шул уҡ ваҡытта уның нескә күңелле, изге йәнле булыуы ла мәғлүм. Ә бына шиғри күңелле кеше икәнен беләләрме икән Стәрлетамаҡта? Ә бит ул ғүмере буйы ши-
ғырҙар ҙа яҙҙы. Бөгөн уның нәҡ ошо яғын асмаҡ-сы булам яҡташтарға. Һеҙҙең иғтибарға Флүр Әхмәтовтың шиғырын тәҡдим итәм.
Земфира МУЛЛАҒӘЛИЕВА,
шағирә.
Ҡайтам әле
Ҡайтам әле, ҡайтып барам
Тыуған, үҫкән яҡтарға.
Аслы-туҡлы, ялан аяҡ
Етем малай саҡтарға.
Ҡайтам әле, ҡайтып барам
Тыуған, үҫкән яҡтарға.
Ҡайғы нимә икәнлеген
Аңламаған саҡтарға.
Ҡайтам әле, ҡайтып барам
Тыуған, үҫкән яҡтарға.
Ярҙа баҫып, ҡармаҡ һалып
Балыҡ тотҡан саҡтарға.
Ҡайтам әле, ҡайтып барам
Тыуған, үҫкән яҡтарға.
Үҫеп етеп, егет булып
Ҡыҙҙар үпкән саҡтарға!
Ҡайтам әле, ҡайтып барам
Тыуған, үҫкән яҡтарға.
Таң алдынан моңло итеп
Йырлап үткән саҡтарға!
Күпме уйҙар, күпме хыял
Алып барам ауылға.
Таратмаҫ хыялдарымды
Юлда көслө дауыл да.
Әгәр ҙә барып етмәһәм,
Мине ғәфү итегеҙ.
Мулла менән иҫкә алып
Хәйер биреп китегеҙ!...
Аҡҡош бит ул – иң наҙлы ҡош
...Хоҙай үҙе күпме ҡушһа,
Яң(ы)лыш ғәмәлдәрем булһа,
Тыуған илдең, тыуған ерҙең
Парлап йәшәү тәмен һиҙгән