Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Әҙәби күстәнәс
27 Апрель 2021, 07:35

ТУҠАЙҘАН ҠАЛҒАН БУРЫС

Әней моңо аша өйөбөҙгә Килеп инде Туҡай, туған тел, Әтей йөрәгенән күсте беҙгә Дуҫлыҡ, ватансылыҡ, тыуған ил.

Туҡай, Назар, Мостай, Атнабайҙар
Йәшәп киткән ерҙә тиргәшмәй,
Татарстан менән ут күршеләй
Башҡортостан тигән ил йәшәй.
Беҙ ҡояштың уң яғында буғай,
Йөрәк кенә беҙҙең һул яҡта.
Туҡай ҙа юҡ, әней-әтей ҙә юҡ,
Моңдар ғына сыңлай ҡолаҡта.
Бер кем белмәй серен ниҙәр барын
Мәңге ҡайтмай торған ул яҡта.
Ә бөгөнгә минең алдарымда
Телде, илде һаҡлар юл ята.
Ошо юлдан тайпылдырмам мәңге
Балаларым – ҡыҙым, улымды…
«Бурысымды үтәнегеҙ, - тиеп
Ғүйә Туҡай ҡыҫыр ҡулымды.
Мираҫтары вариҫтарға ҡалған
Әнкәм-әткәм, Туҡай телдәре.
Тел йәшәһә, ил йәшәһә генә
Тормош дауам итер, билдәле.
Башҡортостан, Татарстан өсөн
Киләсәктәр килер иртәле!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас